2024 йылдың 25 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында профессор Салауат Әхмәҙиә улы Галиндың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы “Мәғариф системаһында туған тел, фольклор һәм әҙәбиәт: теория, практика, перспективалар” темаһына Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Конференцияла Ҡазағстан, Татарстан Республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ижевск ҡалаһынан ҡатнашыусылар булды.
Конференцияның пленар өлөшөн филология фәндәре кандидаты, БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова алып барҙы. Мәртәбәле сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов, БР Мәғарифты үҫтереү институтының фән һәм инновация эштәре буйынса проректоры Юлай Кинйәбай улы Аҡсулпанов сәләмләне.
Пленар өлөштә, Салауат Әхмәҙиә улы Галиндың фәнни-педагогик эшмәкәрлеген юғары баһалап, тарих фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының педагогика, психология, һаулыҡ һаҡлау кафедраһы профессоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Бикмеев Михаил Әхмәт улы, ғалимдың ҡыҙы, сәнғәт ғилеме докторы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы профессоры Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Кәримов Салауат Ғайса улы, филология фәндәре кандидаты, Өфө күп профилле колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Санъяров Фәнзил Бүләк улы, ауылдашы, Баймаҡ районы Б. Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы Килмәкова Фәйҙә Ғәли ҡыҙы, С.Ә. Галин исемендәге премияның беренсе лауреаты, Сибай интернат-гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының Маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Әлниса Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханова сығыш яһаны.
Конференцияның икенсе өлөшөндә “С.Ә. Галиндың башҡорт фольклорын үҫтереүгә индергән өлөшө” һәм “Туған телдәр һәм әҙәбиәттәр: белем биреү ойошмаларында уҡыу-уҡытыу методикаһы мәсьәләләре” темаларына секциялар эшләне. Унда Башҡортостан Республикаһының, күрше төбәктәрҙән килгән ғалимдар һәм туған тел уҡытыусылары Салауат Галиндың фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса уҡытыу мәсьәләре буйынса докладтар менән сығыш яһаны, яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Салауат Әхмәҙиә улы Галин 1987 йылдың октябрендә ул саҡтағы БАССР-ҙың уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшкә килә. Уға тиклем С.Ә. Галин Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында оҙаҡ йылдар эшләп, бай тәжрибә туплаған, республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә киң билдәле фольклорсы-ғалим ине.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән йылдарында уның ижади һәм ойоштороу һәләттәре тулыһынса асылды, тип әйтергә мөмкин. 1994 йылда Мәскәүҙә “Башҡорт фольклорында эпик традициялар” темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, шул уҡ йылда профессор дәрәжәһе бирелә, ә инде 1998 йылда РФ-ның Гуманитар фәндәр академияһына академик итеп һайлана.
Салауат Галиндың тиҫтәләрсә китаптары башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыларының көндәлек әсбабына әйләнә барҙы. Ул йылдарҙа уның ике тапҡыр ҙур тираж менән баҫтырылған “Тел асҡысы – халыҡта” (1993, 1999) (башҡорт һәм рус телендә) энциклопедик характерҙағы әсбабы, “Башҡортостан мәҙәниәте” буйынса программа һәм дәреслектәр, “Башҡорт халыҡ эпосы”, күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” (төҙөүсе авторҙарҙың береһе), Париждағы Юнеско сайтында торған “Башҡортостан мәҙәниәте” электрон дәреслектәре һ.б донъя күрҙе.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булараҡ, Салауат Әхмәҙиә улы башҡорт телен уҡытыу һәм пропагандалауға күп көс һалды.
С.Ә. Галиндың инициативаһы менән 1999 йылда беренсе тапҡыр Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында республикабыҙҙың көнбайыш райондары һәм күрше өлкәләр өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ә 2005 йылда “Башҡортостан мәҙәниәте” уҡытыусылары өсөн ҡайтанан әҙерлек курстары ойошторолдо, был йүнәлеш буйынса ла юғары белемле белгестәр әҙерләнде. Ошо осорҙа белем алған өс йөҙҙән ашыу дипломлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бөгөн дә был төбәктәрҙә башҡорт телен пропагандалауҙа һәм үҫтереүҙә төп көстө тәшкил итә.
Башҡортостан мәҙәниәтен, бигерәк тә башҡорт фольклорын юғары кимәлдә уҡытыуға ла күп көс һалды ул. Был йылдарҙа С.Ә. Галин мәктәп дәреслектәрен әҙерләү өҫтөндә әүҙем эшләй. Уның фәнни етәкселегендәге авторҙар коллективы тарафынан төҙөлгән (Ф.Т. Күзбәков, Р.А. Күзбәкова, Г.С. Галина, Л.Н. Попова) VII – X кластар өсөн “Башҡортостан мәҙәниәте” дәреслектәре Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы конкурсында еңеп сыҡты, артабан уларға методик әсбаптар, “Башҡортостан мәҙәниәте” интерактив электрон дәреслек, эш дәфтәрҙәре баҫтырылды.
Салауат Әхмәҙиә улы институттың фәнни, методик эшмәкәрлегендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Тиҫтәләрсә юғары кимәлдәге фәнни китаптар баҫтырыуҙан тыш, институттың Ғилми, методик советтар ағзаһы булараҡ төплө кәңәштәре менән дөйөм институт эшмәкәрлеген камиллаштырыуға ҙур өлөш индерҙе. Ул ойошторған фәнни-ғәмәли конференциялар йөҙҙәрсә уҡытыусылар, ғалим-методистар өсөн илһам сығанағы, күрһәтмә-маяҡ булды. Салауат Галин төрлө кимәлдәге конференция, форумдарҙа институт намыҫын һаҡланы, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын, дөйөм мәҙәниәтен мәктәптәрҙә өйрәнеүҙе пропагандалап сығыштар яһаны, мәҡәләләр баҫтырҙы.
1995 йылда тәүге тапҡыр төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсын, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса олимпиадалар, “Урал батыр” сәсәнлек бәйгеһен ойоштороуға һәм үткәреүгә күп көс һалды. Конкурстарҙа баһалама ағзаһы комиссия составына ҡатнашып, күпме уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҡанат ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты коллективы С.Ә. Галиндың Башҡортостан милли мәғарифын үҫтереүгә һалған хеҙмәтен, институтыбыҙҙы күтәргән эшмәкәрлеген юғары баһалап, 2014 йылдың 27 ғинуарында 1-се протокол менән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, предметтарын уҡытыу сиктәрендә башҡорт фольклорын пропагандалау һәм уның уҡытыуҙың сифатын күтәреү, инициативалы һәм ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы билдәләү йәһәтенән профессор С.Ә. Галиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, ғалимдың тыуыуына 80-йыл тулыу юбилейына арнап “Башҡорт фольклорын өйрәнеүҙе пропагандалау һәм уҡытыу өсөн” премияһы булдырҙы. Быйылғы йылда премия өсөнсө тапҡыр тапшырыла һәм сираттағы конференцияла премия Учалы ҡалаһы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәкимова Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙына тапшырылды.
Күп һанлы ғилми-методик хеҙмәттәргә эйә булған етәксебеҙ Салауат Галин үҙ кабинетында ғына ултырып эшләмәне, бер туҡтауһыҙ юлда булды, уны уҡытыусыларҙың урындағы эшмәкәрлеге, уларҙың хәл-торошо ҡыҙыҡһындыра ине. Ул күрше өлкәләрҙә һәм республикабыҙҙың район, ҡалаларында предмет буйынса төрлө темалар буйынса курс, семинарҙарҙа лекциялар уҡыны, Республикабыҙ Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы тарафынан туған телдәрҙе уҡытыу торошон тикшереү буйынса ойошторолған комиссияларҙа, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының редколлегияһында, Мәғариф министрлығындағы уҡыу-уҡытыу методик, Башҡорт дәүләт университеты диссертация советтарында ҙур теләк менән эшләне.
Туған тел уҡытыусылары һәр ваҡыт уның методик ярҙамына, кәңәштәренә мохтаж булды. Уҡытыусыларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлар, уның эше, уңыштары менән ҡыҙыҡһыныр ине, ә проблемалар килеп тыуһа, үҙенең тейешле кәңәштәрен, йылы һүҙен, ярҙамын йәлләмәне.
С.Ә. Галин беҙгә, уҡыусыларына, коллегаларына ғилми-методик яҡтан үҫергә ҙур ярҙам күрһәтте. “Институтта эшләүсе һәр кеше диссертация яҙырға тейеш”, – тип йыш ҡына ҡабатлай ине. Һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, даими мәҡәлә яҙырға, сығыштар әҙерләргә, уҡытыусыларға методик ярҙам итерҙәй хеҙмәттәр яҙыуыбыҙҙы даими күҙәтеп бара ине. Уның кәңәше менән башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар эшкәртеү авторҙар коллективы тупланды һәм коллектив әле лә “Башҡорт теле” буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплект эшкәртеү буйынса бик етди эш башҡара.
Кафедрабыҙҙың етәксеһе булараҡ, ул үҙенең ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәрен бик ихтирам итте. Салауат Галин ҙур дәрәжәле ғалим булыуға ҡарамаҫтан, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү барышында, үҙ коллегалары менән уй-фекерҙәрен бүлешергә, беҙҙең фекерҙәрҙе тыңларға, кәңәшләшергә лә ваҡытын бүлә ине. Ярҙамсыл кеше булды, коллегаларының ҡыуаныстарына шатланып, уңышһыҙлыҡтарына борсолоп йәшәне. Бер кемде лә йәберләмәне, кеше тураһында бер ваҡытта ла насар һүҙ әйтмәне.
Дуҫтарын бик яратты, шулай уҡ дуҫтары ла уны үҙ итте. Йыш ҡына фольклор экспедицияларҙа йөрөгән саҡтарын, диссертацияһының ғилми етәксеһе Кирәй Мәргән, улар менән бергә эшләгән Әхнәф Харисов, Рөстәм Күзеев, Наиль Бикбулатов һәм башҡаларҙы оло ихтирам менән иҫенә төшөрөп, ул йылдар тураһында йылы хәтирәләр менән уртаҡлаша торғайны. Күп кенә хәтирәләре уның һуңғы йылдарҙа институт нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Үткән ғүмер – ҡалған хәтер” тигән иҫтәлектәрендә бәйән ителә.
С.Ә. Галин улы башҡорт халыҡ йырҙарын ғилми яҡтан тикшеренеүсе генә түгел, ә халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле оҫта башҡарыусы булараҡ та танылыу тапҡан ғалим. Ул шиғри күңелле кеше булды, М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Ғарипов, Р. Бикбаев һ.б. шиғырҙарын бик матур итеп яттан һөйләй торғайны һәм үҙе лә шиғырҙар ижад итә ине.
Тыуған Башҡортостаным, туған телем, туған тел уҡытыусыларым тип янып-көйөп эшләүсе, арҙаҡлы ғалим, бөйөк шәхес, яратҡан остазыбыҙ йәмле яҙ айҙарының март айында донъяға килгән булһа, шулай уҡ яҙ айҙарының береһендә беҙҙең аранан мәңгелеккә китте. Салауат Әхмәҙиә улы Галин тураһында яҡты иҫтәлектәр һәр ваҡыт беҙҙең күңелебеҙ түрендә һаҡланыр.