Маҡсат. Р. Назаровтың тормош һәм ижад юлы менән танышыу, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, рифма, омоним төшөнсәhе һәм уның төрҙәре менән танышыу.
Йыhазландырыу. Шағирҙың портреты, китаптары, шиғырҙарынан өҙөктәр, слайдтар.
Дәрес барышы
Яҡшы сырай, яҡшы кәйеф
Күрәм мин барығыҙҙа!
Һаумыһығыҙ, хәйерле көн теләйем һеҙгә!
– Әйҙәгеҙ, кәйефтәрҙе күтәрер өсөн бер-беребеҙҙе сәләмләйек һәм йылмайыу бүләк итәйек.
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Сәләм, дуҫтар, иптәштәр!
Аң-белемгә ынтылғанда,
Уң булһын беҙҙең эштәр!
Эй, ғүмер! Бары ул ғына,
Ул ғына кәмей hаман...
Ал, дуҫым! Ғорур йөрәкте
һинең усыңа hалам...
Р. Назаров.
– Был шиғыр юлдарының авторы кем? (Р. Назаров.)
– Эйе, күкрәген йыртып асып, йөрәген дуҫтарына илткән, йөрәген күккә сөйгән шағир Рәшит Назаров ул. Тимәк, уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә кем, нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Рәшит Назаров һәм уның ижады хаҡында.)
– Ниндәй маҡсаттар ҡуйырбыҙ дәрескә? (Яуаптар.)
– Һеҙ уның шиғырҙары менән түбән кластарҙа танышҡайнығыҙ инде. Бөгөн беҙ уның тормош юлы һәм ижады менән тәрәнерәк танышырбыҙ. (Уҡыусылар дәрестең эпиграфын тасуири уҡый.)
Р. Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләhендә тыуған. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан hуң колхозда эшләй. 1963 – 1966 йылдарҙа хәрби хеҙмәт юлын үтә.
Шағирҙың биографияhы ҡыҫҡа ғына. Ул күп шиғырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, драмалар яҙған. Ижад емештәре 1962 йылдан башлап матбуғат биттәрендә күренә башлай. Уның «Таңды ҡаршылау» (1965 й.), «Ҡояш юлы буйлап» (1970 й.), «Йөрәгемде hеҙгә илтәм» (1991 й.), «Йәшен» (1994 й.), 2 томда Р. Назаров (2002 й.) исемле китаптары баҫылып сыҡты.
Рәшит Назаровтың ижад юлы ҡыҫҡа һәм бик үкенесле булды. Был донъяның гүзәллеген күреп, тойоп ул ни бары 21 йыл ярым ғына тулы тормош менән йәшәп ҡалды. Шуның да бары 5 – 6 йылын ғына шиғырҙар яҙыуға бағышланы. Ә ҡалғаны ҡаранғылыҡҡа сумды, йырып үткеhеҙ томанға сорналды.
Яман сир уны 1966 йылдың яҙынан бирле күпме михнәттәр, ауырлыҡтар кисереп йәшәргә мәжбүр итте.
Уның дуҫы, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа Р. Назаров тураhында бына нимәләр яҙа.
(Уkыусы уҡый.)
– «Ағиҙел» журналының 1962 йылғы 1-се hанында Р. Назаровтың тәүге шиғырҙар шәлкеме баҫылып сыҡҡас, ул шиғырҙар шиғриәт hөйөүселәргә «Аяҙ көндө йәшен атыу» тип әйтеү халыҡ телендә күбеhенсә ыңғай сифатта ҡулланылмай, мәгәр — «көтөлмәгәнсә» –«ниһәйәт» тигәнде аңлатып бирерлек тағы ла бәҫлерәк сағыштырыу табыуы ҡыйын миңә, шуға ла был осраҡта «Йәшен атыу» һүҙ бәйләнешенә иң кәттә, иң изге мәғәнә hалам. Эйе, Рәшит күктәр булып күкрәне лә кешеләрҙең яңы һүҙгә, яңы шиғырға сарсаған күңеленә шифалы йәшен, сафландырғыс ут йомғағы булып атылып инде. Ул йылдарҙа ҡайҙа ғына барма, Рәшиттең шиғырҙарын яттан hөйләрҙәр ине», – тип яҙҙы шағир «Йөрәгемде hеҙгә илтәм» китабында.
Уҡытыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми шағир тураһында әйткән hүҙҙәрҙе тыңлайыҡ.
(Уҡыусы уҡый.)
«Рәшит Назаров... Эйе, уға ла илле. Эйе, шиғырҙары уға 17 – 21 йәш булған саҡта яҙылғандар. Эйе, Әсхәл Әхмәт-Хужа «Талант табылды!» тип Яҙыусылар союзында коридор буйлап ҡысҡырып йөрөүем тураhында хәтергә ала. Был хәлде үҙем хәтерләмәйем, бәлки йөрөгәнмендер ҙә. Эйе, ҡысҡырып йөрөгәнемде хәтерләмәйем, ә мәктәп дәфтәренә яҙылған шиғырҙарҙы, 10-сы класта уҡыған Төрөмбәт ауылы малайын хәтерләйем. Беҙ уны Яҙыусылар союзына саҡыртып килтерттек – был ғәжәп малайҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәhе килде. Эйе, ул килде, беҙ йыйылып уның шиғырҙарын уҡыныҡ, ә үҙе уҡыманы, өндәшмәй тик кенә ултырҙы. Маҡтаныҡ, әлбиттә, тик мәрхүм Баязит ағай Бикбайҙың ғына һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған. Ул: «Мырҙам, үҙең Рәшит, үҙең Назаров. Ике ҙур шағирҙың исемен бергә ҡушҡанһың – онотма!» – тине. Был hүҙҙәрҙе әйткәндә Б. Бикбай Рәшит Ниғмәтиҙе һәм мине күҙ уңында тотто. «Ҙур» тигәнде миңә ҡабул итеүе ауыр, әммә Р. Ниғмәтиҙең ҙур икәнлеге көн кеүек асыҡ ине», – тип яҙҙы Н. Нәжми.
Уҡытыусы. Эйе, ысынлап та, Р. Назаров ике бөйөк шағир исемен бергә ҡушҡан. «Шағир итеп тәрбиәләмәйҙәр, шағир булып тыуалар» тигән әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәр нәҡ Р. Назаров тураhында ғына әйтелгән, тиерhең.
Р. Назаровтың шиғри теле ғәйәт үҙенсәлекле метафораларға, сағыштырыуҙарға бай. Уның ижады төрлө яҡлы, сатирик шиғырҙары, мәҫәлдәре, хикәйәләре лә бар.
Уның тураhында Риф Мифтахов «Р. Назаров – сатира оҫтаhы» тигән мәҡәләhендә ошондай hүҙҙәрҙе яҙған: «Билдәле булыуынса, Р. Назаров йыhанғаса оло фекерҙәр, доньяуи уй-хистәр шағиры булыуы менән бергә, тәбиғәт, пейзаж һәм мөхәббәт лирикаhы өлгөләрен биргән иң үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ автор. Үтә ҡыҫҡа әҙәби осош дәүерендә ул көнөнә 3 – 4, хатта 5 – 6 лирик шиғыр ижад итеү менән бергә, шул уҡ тәүлек аралығында йәнле һәм фәhемле сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, эпиграммалар һәм таҡмаҡтар яҙған. Бында инде Рәшиттең үтә тиҙ арала яңырыуын (перевоплощение) «яңы төҫкә инә алыуын» күреп таң ҡалаhың. Әле генә сәскә күҙендәге тамсы аша бөтә донъяны күр ҙә «бөркөт ҡанаттарын» самалаған ахмаҡ турғайҙы аллегорик тасуирлап бир!... Быны талант өҫтөндә тағы ла талант булғанда ғына эшләп булалыр моғайын...», – тип яҙҙы.
Уҡытыусы. Шағир Р. Мифтахов Р. Назаровтың ижадын тәрәндән өйрәнә. Уның шиғырҙарын йыйынтыҡтар итеп туплай. Р. Мифтахов өсөн яҡташыбыҙ ижадын өйрәнеү, баҫмаға әҙерләү һәм нәшер итеү намыҫ эше була.
III. Теманы өйрәнеү.
– Р. Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадының иң гүзәл ынйыларына тиң. Бөгөн уның «Йәшен» шиғырын өйрәнәсәкбеҙ.
– Нимә тураhында һүҙ бара? (Мөхәббәт хаҡында.)
– Шағир мөхәббәтте нимәгә тиңләй? (Йәшенгә.)
– Шиғырҙа «йәшен» һүҙе нисәү? Улар ниндәй мәғәнәләрҙә килә? (Яуаптарҙы тыңлау.)
2-се төркөм интернетта бирелгән күрһәтмә аша https://ru.glosbe.com/ «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» нә инеп «йәшен» һүҙенең аңлатмаһын таба.
3-сө төркөм «Башҡортса-русса» һүҙлек ярҙамында шиғырҙың һәр юлында бирелгән «йәшен» һүҙен рус теленә тәржемә итә.)
– Яҙылыштары ла, әйтелештәре лә тап килгән, ә мәғәнәләре төрлө булған һүҙҙәрҙе нисек атайҙар? (Омоним.)
– Был шиғырҙа «йәшен» hүҙе 5 мәғәнәне аңлата. Кем kағиҙәне әйтә? (Яҙылыштары ла, әйтелештәре лә тап килгән, ә мәғәнәләре төрлө булған hүҙҙәргә омоним тип әйтәләр.)
– Омонимдар 4 төркөмгә бүленә. (Слайдта – блок-схема.)
Омоним |
|||
Лексик омоним |
Лексик-грамматик омоним (омоформа) |
Омофон |
Омограф |
Ял – ял май – май |
Айырым бер грамматик формала ғына әйтелеш һәм яҙылыштары тап килгән |
Әйтелеше яғынан тап килеп тә яҙылыштары тап килмәгән |
Яҙылыштары менән тап килеп тә әйтелештәре менән айырылған |
|
йәшен – йәшен һырға – hырға |
аҙбар – аҙ бар атала – атала |
Һалма – һалма баҫма – баҫма |
– Рәшит Назаровҡа эйәреп, үҙегеҙ шиғыр яҙып ҡарағыҙ. Мәҫәлән:
… яҙ (Илһамланып шиғыр яҙ)
… яҙ (Килеп етте йәмле яҙ)
… ҡарт айыуҙы (Осраттым ҡарт айыуҙы)
… ҡартайыуҙы (Белмәй һис ҡартайыуҙы) һ.б.
– Бөгөн беҙ Рәшит Назаровтың ижады, тормош юлы менән таныштыҡ. «Йәшен» шиғырын өйрәндек һәм уның миҫалында омоним төшөнсәһе тураhында белдек. Бындай төр рифмалы шиғырҙар бик hирәк осрай. Бөгөн дәрестә һеҙҙең күңелегеҙҙә талантлы шағирыбыҙҙың ижадына ҡарата ҡыҙыҡhыныу уята алhам бик шат булыр инем.
– Бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Ни өсөн?
– Ниндәйҙер яңылыҡ астығыҙмы?
– Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?