Бөтә яңылыҡтар

Теленән яҙған - тамырынан яҙған

М.Ф. ДӘҮЛӘТШИНА, Республика инженер лицейы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Маҡсат. Ринат Камалдың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау, “Таня-Таңһылыу” әҫәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙа туған телгә, тыуған ергә һөйөү, ихтирам уятыу, милләттең тамыры милли рухта икәнен аңлатыу, һығымта  яһау;  һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәр  үҫтереү  өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу. Проектор, һүҙлектәр,  презентация, дәреслек, яҙыусының китаптары.

 

 “Милләттең тамыры – милли телмәрҙә, милли рухта, милли аҡылда”.

                                                                           Р.Ғ. Аҙнағолов,

Педагогия фәндәре докторы                               

                                                                         

  1. Ойоштороу.(“Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын тыңлау, ҡушылып йырлау.)

       – Хәйерле иртә, уҡыусылар! Әле генә һеҙ     Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов көйөнә ижад ителгән  “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙығыҙ. Ошо йыр нигеҙендә бөгөнгө дәрестең  темаһын һәм маҡсатын асыҡлап булырмы? (Эйе. Бөгөнгө дәрестә туған тел тураһында һөйләшәсәкбеҙ.)

  1. Маҡсатты билдәләү.Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйыр инегеҙ? (Ринат Камалдың тормош юлын өйрәнеү, “Таня-Таңһылыу” әҫәре аша тел тураһында әңгәмәләшеү.)

– Афарин, дөрөҫ билдәләнегеҙ. Уҡыусылар, һеҙ тел менән бәйле ниндәй әҫәрҙәрҙе беләһегеҙ? (Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры, “Аманат” ҡобайыры; Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғыры; Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһы һ.б.)

       – Һеҙ иҫәпләп киткән әҫәрҙәрҙе ниндәй  уртаҡ тема берләштерә? (Тел, ил, милләт проблемаларының сағылышы.)

      –  Теманы, маҡсатты, бурыстарҙы билдәләнек, артабанғы эште нисек күҙаллайһығыҙ? (Өйгә эшкә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалдың тормош юлы һәм ижады тураһында  һорауҙар төҙөргә,  презентация эшләргә ине. Яҙыусының “Таня-Таңһылыу” әҫәрен уҡып килергә ине. Шулар буйынса эшләрбеҙ.)

     – Тимәк, эште башлайбыҙ. Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны, теманы теркәп ҡуйығыҙ. Артабанғы эш барышында үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып барырһығыҙ. (Уҡыусылар яҙыусы Ринат Камал тураһында презентация эшләйҙәр, төҙөгән һорауҙар буйынса яуаптар әҙерләйҙәр. Төркөмдәр бер-береһенә эштәрен тапшыра. Дөрөҫ яуаптар экранда күрһәтелә һәм баһалана.)

      – Артабанғы эште нисек күҙаллайһығыҙ, уҡыусылар? 
(Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һөйләшһәк, яҡшы булыр.)

  1. Төп өлөш.

  Уҡытыусы.  Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн төркөмдәрҙә эштәрҙе дауам итәбеҙ, артабанғы һүҙебеҙ әҫәрҙәге аяныслы яҙмыштар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында  булыр. Эште башлар алдынан һеҙгә проблемалы һорау бирәм. “Бөгөн Таня-Таңһылыуҙар бармы?” Дәрес аҙағында һорауға яуапты бергә эҙләрбеҙ тип ышанам.

 

  1. Төркөмдәр эше.

1-се төркөм темаһы: “Таңһылыу – Фәнисә” (Уҡыусылар дәреслек менән эшләй).

“Һәр хәлдә Таңһылыу үҙ баһаһын белмәй һымаҡ. Ул мәктәптәге  бөтә уҡытыусыларҙан да һылыуыраҡ. Унда ниндәйҙер сәйер сибәрлек бар.  Тулы һорғолт күҙҙәре оҙонсай аҡһыл күҙенә һөйкөмлөлөк өҫтөнә һөйкөмлөлөк өҫтәй. Күҙҙәре шундай моңһоуҙар, шундай уйсандар, сабырҙар.  Кейем буйынса ла уға еткергән кеше юҡ. Таңһылыу – мода батшаһы. Ишемьярҙа моданы ул ҡанунлаштыра! Һәр миҙгелгә килешле итеп кейенә, аҙна һайын кейемендә яңы биҙәк уйлап таба”.

Тема буйынса уҡыусыларҙың фекерҙәре түбәндә бирелә.

– Башҡорт ауылында тыуып  үҫкән Таңһылыу, әммә үҙ телендә уҡый-яҙа белмәй. Был проблеманы ата-әсәһе тыуҙырған, тип уйлайым.

– Мин дә Таңһылыуҙың үҙ туған телен белмәүендә ата-әсәһен ғәйепләйем.

– Эйе,  тәрбиә башы – ғаиләлә. Ата-әсә бала менән үҙ туған телендә аралашһа, баланың яҙмышы ла икенсе була.

– Мин дә килешәм. Халыҡ мәҡәлендә лә: “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, тиҙәр. Бар тәрбиә ғаиләнән тора.

– Әгәр Таңһылыу бала сағынан әсә телен белеп үҫһә, уның яҙмышы ла бәхетле булыр ине.

–  Бәлки, рус егетенә кейәүгә лә сыҡмаҫ ине.

– Әҫәрҙең йөкмәткеһен Таңһылыуҙың әхирәте Фәнисәгә яҙған 37 хаты аша беләбеҙ. Фәнисә Таңһылыуҙы яҡын күрә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Петрикты һайлағанына  ла риза булмай. (Дәреслек өҫтөндә эш башҡарыла.)

  “Юҡ аңламайым мин Таңһылыуҙы, зиһенем етмәй. Кемде иш иткән! Ниндәй кеше ул, ниндәй тәрбиә алған ул? Нисек ул Таңһылыуҙан Таняға әйләнгән? Кем тыуҙырған уны, кем үҫтергән? Ҡайҙа тыуған ул?..”

– Фәнисәнең яҡшы ғаиләлә тәрбиә алғаны күренеп тора. Атаһы килеп, уны үҙе Ишемьярға Марфа әбейҙең өйөнә урынлаштыра. (Дәреслектән өҙөк уҡыла.)

Марфа әбей атайыма: “Ярай, ҡалһын ҡыҙың, бик иплегә оҡшаған. Беҙгә килгән ҡыҙҙар таш төҫлө  бата ла ҡуя. Һәр береһенә иш табыла. Фатирыма төшкәндәрҙе башлы-күҙле итеп торам”, – тигәйне, атайыма, ҡырыҫ бәндәгә, был оҡшаманы: “Минең Фәнисә ҡыҙым  урыҫта ҡалмаясаҡ! Уға ары уҡырға кәрәк! Кейәү ҡайғыһы түгел”.

– Фәнисә дөрөҫ тәрбиә алған, тип фекер йөрөтәм. Атаһы ҡыҙын киҫәтә. Был ғаиләлә атай тәрбиәһе көслө,  атайға ҡарата хөрмәт тә бар.

– Маҡсатлы ҡыҙ Фәнисә  университет тамамлай, юғары белемле уҡытыусы  булып китә. Кейәүгә сыға, татыу ғаиләлә балалар тәрбиәләй.

            2-се төркөм темаһы: “Таңһылыу –  Петрик” (Өҙөктәр уҡыла, уҡыусылар үҙ уйҙары, һығымталары менән уртаҡлаша).

“Таңһылыу Петрикты үҙҙәренә алып ҡайтҡан икән. Ата-әсәһе  һис тә ыңғайламаған. “Юҡ, егетең беҙҙең зат-ырыуҙан түгел, килешә алмаҫһығыҙ, туғандары ла тиңһенмәҫ. Динебеҙ ҙә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә башҡа, юҡ менән булашмайыҡ”, – тип торалар. Таңһылыу: “Ул мине ярата, мин дә унан башҡа йәшәй алмайым”, – тип өҙә һуға.   “Тегендә – әсәйемдәр ҡаршы, бында – Петриктың туғандары. Тегендә – кафыр, бында –  басурманка, тиҙәр. Ҡырын ҡарайҙар”.

– Әҫәрҙән күренеүенсә, ике яҡтың да туғандары риза түгел. Таңһылыу Петрикты яратып кейәүгә сыға. Петя эсә. Улар бәхетле түгелдәр.

– Ғаиләлә Петрикка тейешле тәрбиә һалынмаған, бала саҡтан уҡ ялҡау була, мәктәпте лә тулыһынса тамамламаған, эштән-эшкә йөрөй, эскелеге, ялҡаулығы арҡаһында эшенән ҡыуыла.

“Петрикты колхозсы  тип уйламаҫһың да. Уның, шундай нәзәкәтле ҡыланышлы, ипле тотоношло кешенең хатта фермала эшләүенә ышанғы  килмәй. Юҡ, ул крәҫтиән түгел, ҡупшы бер интеллигент затынан. Ул зәңгәр күҙҙәр, ул аҡһыл сәс, киң яңаҡ, яҫы тар маңлай, эйәгенең уртаһында  ғына өйөртмәле соҡор хасил. Башын күтәреп ҡарауы ғына көс –  һин инде еңелдең тигән һүҙ... Ә ирендәре алһыу ҡурай еләгеләй. Ҡараштары һауалы. Торғаны менән кино артисы!...”

– Шул сифаттары  Таңһылыуҙы ғашиҡ иттергәндер инде. Күпме  кеше иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙ яңылыш юлды һайлай.

– Әхирәте Фәнисә лә ҡаршы була. “... мин Петрикты өнәп бөтмәйем. Йәнем һөймәй. Уның бөтә булмышы ҡыланыу, икейөҙлөләнеү һымаҡ тойола...” ти ул.

– Петриктың апаһы Таисия Алексеевна Таңһылыуҙы кәмһетә, уны күҙәтә, ғәйбәт тарата, хатта  башҡорттарҙы  күрә алмай: “Мин бит рус теле  уҡытыусыһы, филолог, рус рухын һеңдерәм русына, ә Петрик кемде һайлаған. Басурманка”.  

– “В сельсовет пойдешь, начальник  –  башкир, на почте – башкир, в магазин заглянешь – башкирка, в школе – опять башкиры. К матери зайдешь – опять башкирка с братом  родным в обнимку...”

– Мәктәп директоры Николай Григорьевич: “Аҡылыңа кил, ҡыҙый, бәхетеңде аяҡ аҫтына һалма!”, –  тип шелтәләгән.

– Уның  ҡатыны Полина Сергеевна ла: “Петяны ғына түгел, бөтә нәҫелен беләбеҙ. Улар заты менән һағыраҡ булыуың хәйерле”, – ти.

– Марфа әбейҙе лә, әхирәте Фәнисәне лә тыңламай, бер нигә ҡарамай эскесегә кейәүгә сыға. Туйҙары Таңһылыуҙың ауылында ғына үтә, туйға  Петриктың туғандары килмәй.

– Таңһылыу тормоштоң бер рәхәтен дә күрмәй, яҙмышы фажиғәле тамамлана.

Уҡытыусы.  “Һин үҙең дә ошо гөлдәй инең; ғүмерең дә ошо сәскә ғүмереләй ҡыҫҡа булды: иртә сәскә атты, ә кисен шиңде. Ҡырау һуҡты ул бисара сәскәне. Ят тарафтың, сит рухтың ҡырауы...”  тип яҙа автор әҫәр һуңында. Был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

– Эйе, Таңһылыу – ҡорбан, йәй уртаһында  уҡ ағасынан өҙөлөп  төшкән япраҡты  хәтерләтә.

– Әсә теленән биҙҙерелгән, туған моңдарынан айырылған зат. Милләт икенсе бер  милләт кешеһен үҙенеке  итә алмай. Таңһылыу русса йырҙар, романстар ҙа йырлай, рус телен дә яҡшы белә, мәҙәниәтен дә, ғөрөф-ғәҙәтен дә үҙ итә, тик икенсе милләт уны барыбер ҡабул итмәй.

– Сит рухты яҡын иткән Таңһылыу  рус егете Петрикка кейәүгә сығып, үҙ бәхетен юғалта.

III. Проблеманы асыҡлау, һығымта яһау.

Уҡытыусы.  Дәрес башында  һеҙгә проблемалы һорау ҡуйылғайны: “Бөгөн Таңһылыу-Танялар бармы?”. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Минең фекеремсә, Таңһылыу кеүек кешеләр  бик күп. Улар – милли рухта тәрбиә алмаған, милли төшөнсәне аңламаған  бәхетһеҙ кешеләр.

– Ошондай кешеләр, сит рухты, сит тарафты үҙ итергә тырышып, хаталы аҙым яһай, ғүмерлеккә  бәхетһеҙ йәнгә әйләнә.

Уҡытыусы.  Эйе, мин дә  килешәм. Таңһылыуҙың фажиғәһе  бар ҡыҙҙарға ла һабаҡ булырлыҡ. Сит рух Таңһылыуҙың яҙмышын емерҙе, ғүмерен ҡыйҙы.

– Таңһылыу  һәм уның ғаиләһе генә  ғәйепле түгелдер был яҙмышта тип фекер йөрөтәм. Башҡорт ҡыҙы Таңһылыу  үҙе Таняға әйләнмәгән, минеңсә, уны система, дәүләт шул хәлгә төшөргән.

Уҡытыусы.  Ни өсөн?

– Бала, балалар баҡсаһына барғас, рус телендә аралашыу мөхитенә эләгә. Был юҫыҡта тағы ла бер проблема бар: ата-әсәләрҙең күпселеге балаларының мәктәптә рус телендә белем алыуына өҫтөнлөк бирә. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыумаһын өсөн, тип аңлата улар был ҡарарын.

– Һәр кем үҙ балаһын уҡытырға, кеше итергә тырыша бит. Рус телен белмәһәң, һин артабан уҡый алмаясаҡһың, юғары уҡыу йортона инеп булмаясаҡ, мин шулай уйлайым.

– Минең уйлауымса, дәүләт тә, система ла, ата-әсәйҙәр ҙә милли рухты, милли телмәрҙе үҫтерергә тейеш.   

Уҡытыусы.  “Милләттең тамыры – милли телмәрҙә, милли рухта, милли аҡылда”. Тел белгесе, профессор Рафаил Аҙнағоловтың ғилми хеҙмәтенән  эпиграф итеп алынған фекерҙе нисек аңлайһығыҙ?

– Эпиграф аша шуны аңлайым: автор Ринат Камал әҫәрендә  милли тамырыбыҙҙы  ҡоротмайыҡ, тип бөтә милләтебеҙгә  мөрәжәғәт итә. Ят тарафтан  килгән сит рухтан һаҡланырға өндәй.

– Минеңсә, ҡатнаш никахтар бәхетле була алмай.

– Бәлки, бәхетле булғаны ла барҙыр. Хәҙер улар күп бит. Беҙҙең арала ла бихисап.

Уҡытыусы.  Ҡатнаш ғаиләлә балаларҙы милли рухта тәрбиәләп буламы?

– Эйе. Мин –  Байдәүләтова Юлиә, Ҡырмыҫҡалы районынанмын. Минең атайым башҡорт, әсәйем сыуаш милләтенән. Ғаиләлә барыбыҙ ҙа башҡортса аралашабыҙ. Атайым шулай ҡуша.  Минең өсөн башҡортлоҡ ул иң тәүҙә – туған телеңде онотмау, тыуған ерең, яҡындарың менән туғанлыҡ ептәрен өҙмәү, киреһенсә, уларҙы нығытып тороу, халҡың тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, уның моң-зарын белеү, сит ерҙә йәшәһәң дә, тамырҙарыңды өҙмәү.

– Килешәм. Милли рухта  баланы тәрбиәләү фәҡәт ата-әсәнән тора. Ҡала ерлегендә үҫһәм дә, мин дә үҙ телемде бик яратам.   

  1. Рефлексия.
  • Мин бөгөн... белдем; 
  • ... ҡыҙыҡ булды;
  • ... ҡыйын булды;
  • Мин күнегеүҙәр эшләгәндә...
  • Мин ... аңланым;
  • Мин ... аңламаным;
  • Мин ... өйрәндем;
  • Бөгөнгө дәрес миңә тормош өсөн ...;
  • Дәрестә алған белемем киләсәктә ...

(Уҡыусылар тулы яуаптар бирә. Дәрес аҙағында уҡытыусы дәрестә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.)

  1. Өйгә эш. 1. “Ринат Камалдың “Таня-Таңһылыу” романындағы проблемалар – көнүҙәк проблемалар” (инша яҙырға). 2. Тел тураһында мәҡәлдәр  буйынса проект эше башҡарырға. 3. Әҫәрҙе сәхнәләштерергә әҙерләнергә.
  2. Йомғаҡлау.

     Уҡытыусы. Дәрестә яңғыраған  матур фекерҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, балалар! Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғ. Хөсәйеновтың ошондай мәртәбәле һүҙҙәре бар: “Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге”. Әҙиптең был һүҙҙәре һеҙгә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Ошо изге  аманатты һаҡлау – һәр кемдең мөҡҡәдәс бурысы. Тел бөтһә, милләт бөтә, халыҡ бөтә. Туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, уҡыусылар!                                                                    

   

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: