Бөтә яңылыҡтар

Тормошҡа ашҡан хыял

С.А. ТАҺИРОВА, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты; А.Й. КУЛАНЧИН, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының төрки һәм көнсығыш телдәре кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты

Тормошҡа ашҡан хыял
Тормошҡа ашҡан хыял

Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев – күренекле телсе-ғалим, ғалим-методист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, уҡытыусы һәм остаз.

Ә.М. Аҙнабаевтың тормошонда, яҙмышында мәғариф, уҡытыусылыҡ, остазлыҡ ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтә. Мәктәп йылдарынан уҡ уҡыуға зирәк, спорт менән дуҫ малай уҡытыусы булыу маҡсаты менән Белорет педагогия училищеһына уҡырға барырға хәл итә. 1950 – 54 йылдарҙа ул Белорет педагогия училищеһында белем ала. Уның педагогик эшмәкәрлеге 1954 – 1955 йылдарҙа Учалы районының Яңы Байрамғол тулы булмаған урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булараҡ башлана. Тырыш егет, бер йыл тыуған яҡтарында эшләгәс, Өфөгә юғары белем алырға юллана. Белорет ҡалаһынан Ағиҙел буйлап Өфөгә һалда ағып килгән йәш егеттең хыялы – юғары белемле уҡытыусы булыу. Әхмәр Аҙнабаев, 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Белорет педагогия училищеһында, 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Шул йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡыған студенттары үҙ хәтирәләрендә Ә.М. Аҙнабаевтың улар менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләүен, башҡорт теленән фәһемле дәрестәр үткәреүен һағынып һөйләй. Билдәле ғалим-методист Вәкил Хажин әйтеүенсә, «...Белорет педучилещеһын тамамамлауға 60 йыл үтеү айҡанлы осрашыуҙа бер уҡытыусыны оло хөрмәт менән иҫкә алдыҡ. Ул – Әхмәр Мөхәмәтдинович Аҙнабаев».

 Университетта Ә.М. Аҙнабаев ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары, декан булып эшләй. 1966 йылда бөйөк ғалим Ж.Ғ. Кейекбаев етәкселегендә «Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр һәм мәктәптә уларҙы уҡытыу методикаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ә.М. Аҙнабаев 1971 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты аппаратына эшкә алына. 1988 йылға тиклем ул тәүҙә бүлек мөдире урынбаҫары, һуңынан бүлек етәксеһе вазифаһында тырышып эшләй. «Өлкә комитетта эшләү мине фәндән, мәғарифтан ситкәрәк алып китте», – тип һөйләй торғайны Әхмәр Аҙнабаев. Бәлки, ысынлап та, фәнни хеҙмәттәр яҙыу, аспиранттар менән эшләү мөмкинлеге бик булмағандыр. Әммә комитетта эшләү дәүерендә лә Ә.М. Аҙнабаев Башҡортостанда фәнде, милли мәғарифты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Вуздар өсөн яңы уҡыу корпустары төҙөү, кадрҙар һайлау, милли мәктәптәр төҙөтөү, милли сәйәсәт мәсьәләләре менән уңышлы шөғөлләнә ул. Өлкә комитетта эшләү осорондағы конкрет эштәре тураһында ул үҙенең мемуарҙарында ла күп кенә яҙҙы.

1988 йылда Ә.М. Аҙнабаев Башҡорт дәүләт педагогия институтына доцент вазифаһында эшкә күсә. Белемле, тәжрибәле белгес, яҡшы ойоштороусы Әхмәр Аҙнабаев 1989 йылда фән эштәре буйынса проректор итеп тәғәйенләнә. Ул проректор булып эшләгән йылдар – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (2000 йылда институт университет итеп үҙгәртелә) тарихында фән үҫешенең, фәнни кадрҙар әҙерләүҙең үҫеш осоро. Әхмәр Аҙнабаевтың тырышлығы менән университетта йәш ғалимдар Советы булдырыла, студенттарҙың төрлө форум, конференцияларҙа ҡатнашыуы әүҙемләшә, байтаҡ еңеүҙәр яулана. 1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетында педагогика буйынса диссовет асыла, педагогика, психология һәм филология буйынса аспирантураға тәүге бюджет урындар алына.

Беҙгә лә хөрмәтле Әхмәр Аҙнабаевтың уҡыусыһы булыу бәхете тейҙе. Ул, яуаплы вазифала булыуына ҡарамайынса, беҙгә – аспиранттарына, студенттарына ҡарата һәр саҡ иғтибарлы һәм кеселекле булды. Төплө консультациялар үткәрергә лә, аҡыллы тормошсан кәңәштәр бирергә лә, ғаилә хәлдәребеҙҙе белешергә лә өлгөрә ине ул. Профессор Аҙнабаевтың дәрестәрен күп студенттар көтөп ала ине. Тел тарихы, грамматика менән бәйле ауыр тойолған предметтар Ә.М. Аҙнабаев төшөндөрөүендә барыһы өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды, сөнки һәр дәрес реаль тормоштан миҫалдар менән нығытылып, практик биремдәр менән оҙатыла барҙы. Ә.М. Аҙнабаевтың күнегеүҙәр араһында көслө, көр тауыш менән тәрбиәүи әңгәмәләр үткәреп алыуы, үҙ тормошонан (көнө, айы, йылы конкрет аталып) миҫалдар килтереүе дәрестәрҙе тағы йәнләндерә ине. Уның иң матур сифаты – ябайлыҡ. Был сифаты уға кешеләр менән ихлас аралашырға, ярҙамсыл, әңгәмәләшеүҙә асыҡ булырға ла, фәнни-методик хеҙмәттәренең барыһы өсөн дә аңлайышлы булыуына ла булышлыҡ иткәндер. Ә.М. Аҙнабаев үҙенең аспиранттары өсөн ғилми етәксе генә түгел, ә аҡыллы остаз, кәңәшсе, ағай ҙа булды. Шулай уҡ яуаплылыҡ һәм эшһөйәрлек тә – остазыбыҙҙың төп сифаттары ине.

2001 йылдан Әхмәр Аҙнабаев башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле кафедраһы мөдире булып күсә. Ул етәкләгән осор кафедра тарихында йәштәр күпләп фәнгә килеү, яңы йүнәлештәр асылыу менән билдәле. Тап шул йылдарҙа ул  аспиранттарын үҙ хеҙмәттәренә (дәреслек, уҡыу ҡулланмаларына) авторлыҡҡа йәлеп итте. Әхмәр Аҙнабаев – күп яҡлы ғалим. Шуға күрә аспиранттары, фән юлына йүнәлеш биргән йәш коллегалары араһында тел тарихы, сағыштырма грамматика, тел уҡытыу методикаһы менән шөғөлләнеүселәр бар. Профессор Аҙнабаев уларҙың барыһы өсөн дә – хөрмәтле остаз. Ул барыбыҙ менән дә үҙ тәжрибәһе, белеме менән берҙәй уртаҡлашты, йүнәлеш бирҙе. Хеҙмәттәрендә һәм тормошта үҙ остазына – профессор Ж.Ғ. Кейекбаевҡа һәр саҡ тоғро булды һәм беҙгә өлгө күрһәтте. Үҙенең һәр хеҙмәтендә, һәр үткәргән дәресендә уҡытыусыһын телгә алыр, уның фекерҙәренә таяныр ине.

Ә.М. Аҙнабаевтың ғилми-методик эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Ул башҡорт тел белемендә төп ике йүнәлештә эшләне: башҡорт теленең тарихи грамматикаһы һәм башҡорт теленең синтаксисы.

Башҡорт теленең тарихи үҫеше буйынса Ә.М. Аҙнабаев “Башҡорт теленең тарихи морфологияһы” (авторҙашы – В.Ш. Псәнчин, 1976), шулай уҡ уның рус телендәге баҫмаһы “Историческая морфология башкирского языка» (1983), йәнә лә студенттар өсөн тәғәйенләнгән “Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы” уҡыу әсбабы (2002) хеҙмәттәрен яҙҙы. Был хеҙмәттәр башҡорт теле грамматикаһының тарихи үҫеше буйынса әле лә төп хеҙмәттәр булып һанала. Шулай уҡ Ә.М. Аҙнабаев тарафынан тарихи грамматика буйынса тиҫтәләгән фәнни мәҡәләләр баҫтырылды. Тел тарихын өйрәнгәндә ғалим ике тел күренешен һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә ала: билдәлелек/билдәһеҙлек категорияһы һәм аффиксаль плеоназм.

Билдәлелек/билдәһеҙлек категорияһының төрки телдәрҙә лә булыуы тураһында тәүгеләрҙән булып Н.К. Дмитриев әйткән. Уның фекерен Ж.Ғ. Кейекбаев артабан үҫтерә: был категорияның төрки телдәрҙә төрлө саралар аша сағылыуын билдәләй. Ә.М. Аҙнабаев үҙенең уҡытыусыһы Ж.Ғ. Кейекбаевтың фекеренә тоғро ҡалып, телдең үҫешен тикшергәндә төрлө күренештәргә билдәлелек/билдәһеҙлек категорияһы аша ҡараны. “Башҡорт теленең тарихи морфологияһы” хеҙмәтендә былай тип яҙыла: “Был тикшеренеүҙәрҙә сағыштырма-тарихи метод билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһына нигеҙләнә. Ул теория, үҙ сиратында, телдең билдәлелек һәм билдәһеҙлек грамматик категорияһына таянып, профессор Ж.Ғ. Киекбаев тарафынан эшләнгәйне. Был теория үҙ-ара ҡәрҙәш булған телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнөң тарихи үҫешен тикшереүҙе тулы тәьмин итә» .

Төрки телдәрҙәге аффиксиаль плеоназм тураһында тәүгеләрҙән булып билдәле төркиәтсе Г.Ф. Благова үҙенең мәҡәләһендә телгә ала. Ғалимәнең фекеренсә, төрки телдәрҙә аффикстың тәү мәғәнәһе тулыһынса юйылыу һәм уға йәнә лә яңы аффикстар өҫтәлеү сәбәпле, плеоназм күренеше барлыҡҡа килә.

Был күренеш тураһында Ә.М. Аҙнабаев былай тип яҙа: “Әгәр ҙә теге йәки был аффикс үҙенең баштағы мәғәнәһен юғалта башлай икән, ул саҡта ялғау тамыр йәки нигеҙ менән бергә үрелеп үҫә башлай. Был формаға шул уҡ иҫке йөкмәткеле яңы аффикс ҡушыла. Ундай процесс бөтә төрки телдәрҙә хәҙер ҙә күҙәтелә” .

Ә.М. Аҙнабаев ошо үҙенсәлекле тел күренешен башҡорт теленең тарихи үҫешен тикшергәндә “боронғо төрки телендә төшөм килеш аффикстары  һәм , эйәлек аффиксы билдәле артиклдәр функцияһын башҡарғандар, ә күплек аффикстәре -т, -з, -а (ә) һәр ваҡыт билдәһеҙ артиклдәр булып сығыш яһағандар. Тора-бара был күрһәткестәр үҙҙәренең мәғәнәләрен юя башлағандар, йәғни һүҙҙең тамырына ҡушылып үҫкәндәр. Бындай осраҡтарҙа шул уҡ мәғәнәле икенсе күрһәткестәр килеп өҫтәлер булған. Мәҫәлән, боронғо төрки телендә төшөм килеш бер генә күрһәткестән торған булған: ата-н йәки ата-ғ. Шул рәүешле ул орхон-енисей яҙмаларында ла осрай. Ваҡыттар үтеү менән, атан формаһы үҙенең төшөм килеш мәғәнәһен юғалта башлаған, күрәһең. Шуға күрә ошо нигеҙгә тағы бер төшөм килеш аффиксы килеп өҫтәлгән, -ны тибындағы ҡатмарлы аффикс барлыҡҡа килгән (атаны)».

Ә.М. Аҙнабаев һәм Р.Т. Аҡбулатова төҙөгән «Башҡорт теле диалектизмдарының тарихи-этимологик һүҙлеге”ндә лә авторҙар диалект һүҙҙәрҙең килеп сығышын, иң беренсе нәүбәттә, тап ошо ике тел күренеше күҙлегенән тикшерә. Һүҙлектең инеш өлөшөндә был теориялар хаҡында ла тулы мәғлүмәт бирелә. Ысынлап та, билдәлелек/билдәһеҙлек категорияһы һәм аффиксаль плеоназм башҡорт әҙәби теленең һәм уның диалекттарының тарихы үҫешен тикшергәндә мөһим күренештәр булып тора.

Башҡорт теленең синтаксисын өйрәнеүҙә лә уның роле иҫ китмәле ҙур. Оҙаҡ йылдар дауамында ябай һөйләм синтаксисын мәктәп уҡыусылары тап Ә.М. Аҙнабаев (авторҙаштары С.А. Таһирова, М.Ә. Ғәзизуллина) дәреслеге буйынса уҡый. Уның тарафынан вуз студенттары өсөн “Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы” (2007) уҡыу әсбабы баҫылып сыҡты. Шулай уҡ ғалим журналистар һәм тел өлкәһендә эшләгәндәр өсөн ауыр мәсьәлә булып торған айырымланыу темаһын махсус тикшерҙе: уның кандидатлыҡ диссертацияһы ла тап ошо мәсьәләгә арналған ине, университетта ошо тема буйынса махсус курс булдырып дәрестәр алып барҙы. 2006 йылда “Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр” тигән айырым хеҙмәте лә донъя күрҙе. Һөйләмдәрҙе тикшергәндә лә Әхмәр Мөхәмәтдин улының ҡайһы бер мәсьәләргә үҙенең фәнни ҡарашы булды. Мәҫәлән, уның яҙыуынса, башҡорт телендә тултырыусылар айырымланыуы бик һирәк осраҡта ғына күҙәтелә: ҡайһы бер бәйләүес һүҙҙәр менән башҡарылған тултырыусылар ғына айырымлана ала. Һин беләһең инде беҙҙе, ауыл кешеһен тибындағы һөйләмдәрҙә, ғалимдың фекеренсә, тултырыусы түгел, ә төшөм килештә торған өҫтәлмәлек айырымлана. Ысынлап та, өҫтәлмәлектәр төп килештә генә түгел, ә бүтән килештәрҙә лә килә алалар. Шулай уҡ Ә.М. Аҙнабаев хәл һөйләмдәрҙең һаны хәлдәрҙең һаны менән тап килергә тейеш тигән фекерҙә булды.

Дөйөмләштереп әйткәндә, Әхмәр Аҙнабаев башҡорт теленең тарихи грамматикаһын һәм синтаксисын өйрәнеүгә иҫ китмәле ҙур өлөш индерҙе. Ғалим-методистың тикшергән мәсьәләләре Рәсәй Федерацияһының күп кенә милли республикалары өсөн көнүҙәк. Әхмәр Аҙнабаев авторҙашлығында сыҡҡан «Башҡорт теленең тарихи морфологияһы» һәм «Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы» хеҙмәттәре бөгөн дә республикабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттарында ҡулланылған төп сығанаҡ булып ҡала.

Йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы Әхмәр Аҙнабаев башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡытыу-методик әсбаптар әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе. Улар иҫәбендә дөйөм белем биреү мәктәптәре, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр бар.

Юғары профессионализм һәм ойоштороу һәләте, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итә белеүе, кешелеклелек һәм әҙәплелек, ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, кешеләргә ҡарата иғтибарлылыҡ һәм һиҙгер мөнәсәбәт профессорҙың төп характер һыҙаттары булды. Ул – бик күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы һәм хөрмәтле остазы. Ғалим студенттарҙы фән эшенә йәлеп итеүҙә актив ҡатнашты. Уның етәкселегендә студенттар тарафынан күп мәҡәләләр яҙылды. Ошо эшмәкәрлеге арҡылы уның байтаҡ уҡыусылары артабанғы тормошон фән менән бәйләне. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теленең тарихи грамматикаһы, төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы, башҡорт теленең ябай һәм ҡушма һөйләм синтаксисы буйынса дәрестәр алып барҙы. Ғалим тарафынан башҡорт теленең тап ошо өлкәләре буйынса уҡыу әсбәптәре яҙылды. Әлеге көндә лә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филология факультеты студенттары тап ошо дәреслектәр буйынса уҡый.

 Ә.М. Аҙнабаев республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашты. Уның күп яҡлы ғилми, педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге юғары баһа алды. Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев – Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты.

Ҡасандыр уҡытыусы булырға, киләсәк быуынға белем бирергә хыялланған Әхмәр Аҙнабаевтың хыялы тулыһынса тормошҡа ашты, уның хеҙмәттәре бөгөн дә мәғарифта, фәндә, йәмәғәтселектә әүҙем ҡулланыла, уның эштәрен дауам итер уҡыусылары, балалары бар.

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: