Күпселек әҙәбиәттәрҙә популяр булған «пенталогия» йәки «биш китап» жанр формаһының боронғо прототиптары билдәле. Мәҫәлән, «У-Цзин» («биш нигеҙ» мәғәнәһендә), йәғни Ҡытай биш китабы, Конфуций тарафынан нигеҙләнгән биш китаптан тормалы сериянан ғибәрәт: «И-цзин» («Үҙгәрештәр китабы»), «Ши-цзин» («Йырҙар китабы»), «Шу-цзин» («Риүәйәттәр китабы»), «Ли-цзин» («Тантаналар китабы»), «Чунь-цю» («Яҙ һәм көҙ»). Антик мәҙәниәттә бындай типтағы формаларҙың барлыҡҡа килеүе әҙәби традицияларҙың нығынып китеүе менән генә түгел, ә теге йәки был халыҡтың донъя, йыһан яратылыуы тураһындағы мифологик ҡараштары, донъя картинаһын ҡабул итеү үҙенсәлектәре менән дә тығыҙ бәйләнгән. Әйтәйек, Н.В. Пушкарская билдәләүенсә, бик боронғо осорҙа Ҡытайҙа һәм бүтән төбәктәрҙә фекерләү «бишлек классификацияһына» нигеҙләнгән. Уныңса бишлек, кешене уратып алған ысынбарлыҡты танып-белеү, аңлау сараһы булараҡ, икелек һәм өслөк кеүек үк, беҙҙең эраға саҡлы бер нисә быуат элек ер шарының төрлө урындарында донъя ҡоролошон рациональ яҡтан аңлатырға тырышыу һөҙөмтәһендә хасил булған.
М. Гране, «ҡытай философияһының иң боронғо очергы» булып иҫәпләнгән «Бөйөк план»ды («Хунь фань») анализлап, был әҫәрҙә әүәлге тикшеренеүсе-шәрехселәрҙең үк кешеләрҙең «биш стихиянан торған йыһан ҡоролошо хаҡында үҙенсәлекле уйланыу»ҙарына иғтибар иткәнлектәрен әйтә. Тәбиғәттең был «биш стихияһы бер бөтөнлөктө тәшкил итә», уларҙың һәр береһенең мәғәнә йөкмәткеһе билдәле һанға тура килергә тейеш булып сыға. Тәбиғәт күренештәрен һан менән билдәләү ваҡыт һәм арауыҡ төшөнсәһе менән бәйле. Тикшеренеүсе сығанаҡтарҙа төрлөсә сиратлашып телгә алынған был стихияларҙың билдәле бер эҙмә-эҙлелектә килергә тейешлегенең мөһимлегенә иғтибар итә. «Хунь фань»да улар түбәндәге тәртиптә телгә алына һәм һүҙмә-һүҙ тәржемәлә ҡәтғи рәүештә ошо төшөнсәләрҙе белдерә: 1 ‒ Һыу; 2 ‒ Ут; 3 ‒ Ағас; 4 ‒ Металл; 5 ‒ Ер. Шул уҡ ваҡытта, Гране фекеренсә, әлеге 5 һан төрлө стихияларҙың әһәмиәтен аныҡлаусы билдәләр булараҡ ҡаралырға тейеш.
Э.Р. Мусурманов үзбәк-ҡытай мәҙәни бәйләнештәренең генезисын өйрәнеүгә арналған мәҡәләләренең береһендә, «Паньгу-эт аллаһы һәм күк йөҙөн йүнәткән Нюйва таштарының һаны һәм төҫмөрҙәре биш символик төҫмөрҙән һәм һандарҙан тора», тип билдәләй. Ҡытай мифологияһында улар биш элемент ‒ тәүсығанаҡты аңлата: тимер, һыу, ут, ер һәм ағас. Автор «донъя ҡоролошоноң төп параметрҙары ‒ биш элемент ‒ «У-Цзин», шулай уҡ семит халыҡтарының биш бармаҡлы асыҡ ус мәғәнәһенә эйә «хәмсә» мифологик төшөнсәһе менән әзербайжан әҙәбиәте классигы Низами Ғәнжәүи тарафынан нигеҙләнгән һәм Ғәлишир Науаи тарафынан уңышлы дауам ителгән, «Ҡытай илдәре» төшөнсәләре менән байытылған «хәмсә» («биш китап») әҙәби жанры араһында бәйләнештәрҙең булыуы ихтималлығын фаразлай. Ысынлап та, был биш элементтан торған «йәҙрә» ҡытай фәлсәфәүи фекере һәм һүҙ сәнғәтенең артабанғы үҫешенә етди рухи терәк булып хеҙмәт итә. «У-Цзин», йәғни «биш китап»тың традициялары ла шулай уҡ ҡытай классик әҙәбиәтендә киң сағылыш таба. Был йыйынтыҡ ҡытай мәҙәниәтендә тотҡан әһәмиәте буйынса башҡа халыҡтарҙағы «Авеста», Ҡөрьән, Тора, Библия, «Кодзики», «Нихонги» ише изге ҡомартҡылар менән бер тәңгәлдә тора.
«Бишлек» төшөнсәһе менән бәйле структураның үҙенсәлекле прототибы булыуға дәғүә итер күренеш, беҙҙеңсә, тағы ла тәрәндәрәк ята: уны боронғо «Урал батыр» мифологик эпосында уҡ асыҡ абайларға мөмкин. Эпостың йөкмәткеһен тәшкил иткән тура һыҙыҡлы төп биш архаик сюжеттың сиктәре ярайһы уҡ күренеп тора. Ҡомартҡының шундай структур үҙенсәлеген, асылда, Уралдың үҙ һүҙҙәре аша кәүҙәләндерергә булыр ине. Һомай һарайына барып юлыҡҡас, егет ҡыҙҙың һорауына:
‒ Үҙем мин йәш буһам да,
Биш ил барын белдем мин:
Берһендә үҙем тыуҙым мин,
Икеһен йөрөп күрҙем мин,
Ҡалған тағы икәүһен
Күрергә тип сыҡтым мин. ‒
тип яуап һүҙен башлай [2, 76-сы бит]. Түбәндә бына ошо «биш ил» ‒ композициялағы төп «биш тартма» менән бәйле ҡайһы бер күҙәтеүҙәр яһайыҡ.
Уралдың «берһендә үҙем тыуҙым мин» тигәне ‒ ата-әсәһе, ағаһы Шүлгән менән «дүрт яғын диңгеҙ уратҡан» тыуған ере (иле) хаҡында әйтеүе ул. Ғаилә көнкүреше ентекле һүрәтләнә, Шүлгән һәм Уралдың тыуыуы, архаик йолалар, ритуалдарҙың хасил булыуы, тәүтормош йәмғиәттең тәртип, әхлаҡ нормаларының формалашыуы тураһында һөйләнелә. Арыҫлан, эт, ыласын, суртанды һунарға өйрәтеү, һөлөктө файҙаланыу һ.б. тураһында һүҙ бара. Ул ваҡытта әле ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереү, ҡаҙан аҫып аш бешереү ҙә юҡ, йәйә менән уҡтар ҙа уйлап табылмаған. Йәғни, боронғо замандарҙан алып Йәнбирҙе менән Йәнбикә йәшәгән ерҙә, арыҫлан менеп, шоңҡар сөйөп, йәнлеккә эт «өскөтөп», Шүлгәнгә ун ике, Уралға ун йәш тулғансы күмәкләп донъя-мәғишәт тотҡан урында барған ваҡиғалар айырым сюжетты билдәләй.
Икенсе ил ‒ илау-һыҡтау, яуызлыҡ менән тулы, халыҡтың ҡанлы йәшен түктереүсе; тау-тау кеше һөйәге, ҡанға батҡан ер хужаһы Ҡатил батша иле. Урал юлда ҡыҙы менән бер ҡарсыҡты осрата, улар ярлы, иҙелгән халыҡтың ауыр хәле хаҡында бәйән итә. Хәлдән тайған ҡарсыҡтан егет хакимдың һәм уның ярандарының ҡара эштәре тураһында белә: ҡыҙҙар күл йәки ҡойо төбөндә үҙ үлемдәрен таба, егеттәр утта яндырыла, буйһонмаған кешеләр тереләй ҡәбергә күмелә; йыл һайын, батшаның тыуған көнөндә, Ҡатилдың әсәһе һәм атаһы, шулай уҡ сабый сағында һыуында ҡойондоролған ҡоҙоҡ хөрмәтенә кешеләр ҡорбан ителә; һарай өсөн ҡолдар һайлана һ.б.
Урал арыҫланын менеп Ҡатил батшалығына барып сыға, унда хөкөм һөргән ҡырағай ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларҙың шаһиты була; батша кейәүе булыуҙан баш тарта; башта батша үгеҙен ҡанға туҙҙырып ташлай, аҙаҡ «тәне йөнтәҫ айыуҙай, үҙҙәре ҙур дейеүҙәй» дүрт батырҙы он-талҡанға ҡалдыра; халыҡты ҡоллоҡтан азат итә, бер ҡарттың кәңәшен тотоп, Ҡатил батшаның ҡыҙы менән туй уҙғарып, артабан юлын дауам итә.
Артабанғы, өсөнсө ил ‒ Ҡәһҡәһә менән Әзрәҡә иле булыр. Тәүҙә егет ун ике тармаҡлы мөгөҙө булған боланды йоторға маташҡан Зәрҡүм атлы иҫ киткес ҙур йыланды үлемдән ҡотҡара. Ул Ҡәһҡәһәнең улы булып сыға, Уралға атаһы янына ҡунаҡҡа барырға күндерә, хәйлә ҡора. Һарай ҡапҡаларының тоғро һаҡсыһы ‒ ун ике башлы йыландың ҡушыуы буйынса, алты башлы дүрт дейеү Уралды ябып ҡуя. Ул туғыҙ башлы дейеүҙең бер башына һуҡҡас, унан асҡыстар бәйләме, ә ҡалған һигеҙ башынан һигеҙ батыр килеп сыға. Урал «сер һарайын» аса, бер һылыу ҡыҙҙы, унан «ынйы таяҡ»ты ҡулына төшөрә. Аҡ йыланды йәғни Ҡәһҡәһәне тотоп алғас, уныһы буй бирә. Бар халыҡты яуыз йылан батшалығынан ҡотҡарып, Урал «йыланға ҡаршы күп яу асҡан, күп йыл буйы һуғышҡан» Алғыр исемле ирҙе башлыҡ ҡыла. Халыҡ уның ҡыҙы Гөлөстанды кәләшлеккә димләй, донъя күргән оло, өлкән ҡарттың һүҙен йыҡмай, Урал батыр ҙур туй ҡора.
Шүлгән менән бәйле киләһе ваҡиғалар Әзрәҡә илендә бара. Зәрҡүм, хәйләгә барып, Шүлгәнде Әзрәҡә батшалығына алып килә. Уныһы Самрау батшаның ҡыҙы Айһылыуға ғашиҡ була, туй яһайҙар. Шүлгән Урал ҡустыһының уңыштары тураһында хәбәрҙәр ишетелә, уның күңелендә көнсөллөк тыуа. Зәрҡүм, Уралды үлтереп, атаһының ынйы башлы тылсым таяғын үҙенә кире ҡайтарыу теләге менән яна. Зәрҡүм менән Урал етеҙ дейеүгә атланып Һомай һарайына юллана, әммә улар ҡыҙҙың зинданына тотҡонлоҡҡа ташлана.
Урал биш илдең барлығын яҡшы белә. «Береһендә мин үҙем тыуҙым мин, икеһен йөрөп күрҙем мин», – ти ул Һомайға. Уралдың биш илдең «икеһен йөрөп күрҙем мин» тигәне, тимәк, Ҡатил, Ҡәһҡәһә менән Әзрәҡә батшалыҡтары булып сыға. Ә инде «күрергә тип сыҡҡан» ҡалған ике илдең береһе, сират буйынса ‒ дүртенсеһе, Самрау иле икәнлеге еңел аңлашыла.
Урал Һомай-ҡыҙ һарайына юлыға. Һомай Уралды, үҙен үлемдән ҡотҡарыусыһын таный. Егет уға юлдағы мажаралары тураһында һөйләй, Үлемде табыу һәм үлтереү теләген әйтә, унан бөтә донъяны ҡотҡарыу тураһындағы уйҙары менән уртаҡлаша. Һомай уға Тереһыуҙың ҡайҙалығын әйтергә, һеңлеһе Айһылыуҙы табып, атаһы һарайына алып ҡайтыу шарты менән, Уралға Аҡбуҙатты һәм алмас ҡылыс бүләк итергә вәғәҙә итә. Батыр тылсымлы таяҡ ярҙамы менән Айһылыу-ҡошто дейеү иленән барып табып, «күҙ асып, күҙ йомғансы» тыуған төйәгенә, Самрау батшалығына, алып ҡайта. Батша Һомайҙы, Аҡбуҙатын, булат ҡылысын Уралға бирергә риза була; ҡустыһы хөрмәтенә Шүлгәнде лә тотҡонлоҡтан сығарырға, халыҡты һыйларға ҡуша. Шүлгән һаман да Уралды үлтереп, уға бирелгән бүләктәрҙе алырға, данлы булырға уйлай; ҡустыһын Самрауға яу асырға өгөтләй. Әммә Урал Әзрәҡәне еңеп, Йәншишмәнән һыу алып, кешеләрҙе «үлмәҫ йәндәр ҡылырға» теләгәнен әйтә. Шүлгән Һомайға һөйөүен белдерә, ҡыҙ майҙан ҡороп, уның батырлығын һынау шартын ҡуя. Етмеш батман ауырлығындағы ташты Шүлгән ерҙән ҡуптара алмай, Урал иһә уны һауаға атып ебәрә, аҙаҡ Әзрәҡә иленә ҡарай ташлай. Аҡбуҙ уға буй бирә, Самрау батша кейәүле була, илдә ҙур туй ҡорола. Артабан, Әзрәҡә батшалығын баҫып алыу һылтауы менән, Шүлгән Уралдың таяғын ала, Самрау илен һыуға батыра. Зәрҡүм менән Әзрәҡә ҡасып китәләр. Урал батыр Аҡбуҙын менеп, булат ҡылысын ҡулына алып, дейеүҙәргә ҡаршы яу асҡан, уларҙы турап, тау итеп өйә барған, Әзрәҡәне юҡ иткән. Урал Шүлгәндең улы һәм үҙенең өс улы менән яуыз көстәргә ҡаршы һуғыша, Ҡәһҡәһәне тураҡлап, кәүҙәһенән бер тау өйөп ҡуялар. Урал Шүлгән менән алыша, Аҡбуҙ менән улдары дейеүҙәрҙе ҡырып ташлай, Шүлгән ғәфү ителә.
Үлемһеҙ ҡарттың әйткәнен тотоп, Урал Йәншишмәнең һыуын һөҙөп алып, тирә-яҡҡа һибә. Урал йығыла, васыятын әйтә. Кешеләр Урал тауы битләүҙәренә күсеп ултыра, унда һәр төрлө кейек һәм ҡоштар үрсей. Иҙел, Һаҡмар, Нөгөш һәм Яйыҡ йылғалары барлыҡҡа килә, халыҡ элекке бәлә-ҡазалар тураһында онотоп, именлектә, байманлыҡта йәшәй башлай. Батырҙың үлеменән һуң уның улдары халыҡты һыуға туйындыра, ер йәшәреп китә, барыһы ла гүзәл тормошта йәшәй башлай. Шулай итеп, яңы мөнәсәбәттәр, матур тормош хөкөм һөргән илгә, иҫәп буйынса ‒ бишенсе илгә нигеҙ һалына.
«Биш ил» биләмәләрендә барған ваҡиғалар һәр береһе үҙенә башҡа, оригиналь башланғысҡа, ваҡиғалар үҫеше һәм тамамланышҡа эйә үҙаллы сюжеттарға ҡоролған биш «йәшник»те барлыҡҡа килтерә. Күп сюжеттар Урал батырҙың өйләнеүе менән тамамлана. Был иһә уларға үҙаллылыҡ һәм бөтөнлөк сифатын бирә. Һәр сюжеттың тотороҡло образдар системаһы бар. Әйтәйек, беренсе «әҫәрҙең» төп геройҙары – Йәнбирҙе, Йәнбикә, Шүлгән һәм Урал; икенсеһендә – ҡыҙы менән ҡарсыҡ, Ҡатил батша, уның ҡыҙы, дүрт батыр һәм үгеҙ; өсөнсөһөндә – Ҡәһҡәһә, уның улы Зәрҡүм, ынйы башлы таяғы, туғыҙ һәм алты башлы йыландар, Алғыр батыр, Гөлөстан, Әзрәҡә; дүртенсеһендә – Самрау, Һомай, Айһылыу, Ай, Аҡбуҙат, Һарысай, алмас ҡылыс; һуңғыһында, йәғни бишенсеһендә – Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел, Һаҡмар, Тереһыу. Һуңғы өлөштә үрҙә телгә алынған күп кенә персонаждар ҡатнашыуы төп сюжеттың сиселешен һәм композицион йәһәттән ҡаймаланып ҡуйыуын тәьмин итә. Эпостың башынан аҙағына тиклем хәрәкәт иткән төп герой бар, ул – Урал батыр, әлбиттә.
«Бишлек» төшөнсәһенең нигеҙендә ятҡан биш элемент ‒ тимер, һыу, ут, ер һәм ағастың «Урал батыр» эпосында сағылыш үҙенсәлектәрен өйрәнеү айырым мәҡәлә талап итә. Әлегә телгә алынған атрибуттарҙың һәр береһенең тиерлек ҡобайырҙа урын алғанлығын раҫлау менән сикләнергә мөмкин. Әммә мөһим бер иҫкәрмәне әйтергә кәрәк: башҡорт эпосында тимерҙе таш алмаштырып килә. Миҫал өсөн, етмеш батманлыҡ таш; бер ҙә тимер йәки булат ҡылыс түгел, ә алмас ҡылыс. Тимәк, таш быуат осороноң тимер быуаттан күпкә элегерәк булыуын иҫтә тотҡанда, бүтән халыҡтарҙың ҡомартҡыларында урын алған тимер урынына таштың төп элементтар рәтендә сығыш яһауы «Урал батыр» ҡобайырында бик боронғо осорҙарҙың һүрәтләнеүенә өҫтәмә дәлил була ала. Ҡыҫҡаһы, эпос буйынса был тәңгәлдәге күҙәтеүҙәр ҙә башҡорт пенталогияһы тамырҙарының тәрәнлеген, уның халыҡтың донъя картинаһы хаҡындағы боронғо мифологик ҡараштары системаһы менән туранан-тура бәйләнешле булыуын асыҡ күрһәтә.
Универсаль «бишлек» төшөнсәһенә нигеҙләнгән композицион формаларҙың үҙенсәлекле үҫешен яҙма әҙәбиәттә, мәҫәлән, боронғо көнсығыш мәҙәниәттәрендә күҙәтергә мөмкин. Был йүнәлештә боронғо һинд дидактик әҙәбиәтенең бөтөн донъяға билдәле ҡомартҡыларының береһе ‒ Вишнушармандың «Панчатантра» («Биш китап» мәғәнәһендә) әҫәре сағыу миҫал була ала. Тикшеренеүселәр фекеренсә, «Панчатантра» беҙҙең эраның IV быуатында айырым китап булып ойоша [1, 95-се бит]. Был эпик йыйынтыҡ «Дуҫтарҙы айырыу», «Дуҫтар табыу», «Ҡарғалар һәм өкөләр тураһында», «Табылғанды юғалтыу», «Аҡылһыҙ ғәмәлдәр» тип исемләнгән биш китаптан тора. Уларҙағы айырым хикәйәләрҙең һәм хикмәттәрҙең сюжет мотивтары күп быуаттар элек барлыҡҡа килгән, меңәр йылдар дауамында Һиндостан халыҡтары араһында телдән-телгә һөйләнелеп килгән.
«Панчатантра» үҙенең йөкмәткеһе һәм поэтик структураһы буйынса, көнсығыш әҙәбиәтенең башҡа күп өлгөләре һымаҡ уҡ, ҡатлаулы һәм төрлө йүнәлешле әҫәр булып тора. Һәр китап бәләкәй инеш менән асыла, логик яҡтан һәм мәғәнәләре буйынса үҙ-ара бәйләнешле ҡыҫҡа хикәйәләр һәм хикмәттәрҙән тора; уларҙың йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт иткән атамалары, үҙаллы образдар системаһы бар.
Шәреҡ әҙәбиәттәрендә популяр булған «хәмсә» эпик формаһы хаҡында күпмелер әйтелгәйне. Ул – биш әҫәрҙән (китап, поэма) торған боронғо жанр формаһы, XII быуатта Низами Ғәнжәүи тарафынан булдырыла. Уның биш поэмаһы «Серҙәр һандығы», «Фәрхәд һәм Ширин», «Ләйлә һәм Мәжнүн», «Ете һылыу», «Искәндәрнамә» тип атала.
Артабанғы быуаттарҙа һинд әҙәбиәтенең фарсы телле вәкиле Әмир Хөсрәү Дихләүи (XIII-XIV быуаттар), фарсы-тажик яҙыусыһы Абдурахман Джами (XV быуат), үзбәк-төрки шағиры Ғәлишир Науаи (XV – XVI быуаттар) һ.б., хәмсәнең тәүге өлгөһөнә эйәреп, уның сюжет-композицион структураһы, поэтикаһы һәм образдар системаһы нигеҙендә, нәзирә формаһындағы биш поэманан торған әҫәрҙәр циклдары ижад итә. Был иһә – эҙмә-эҙлекле мәҙәни-ара бәйләнештәрҙең һәм быуындан-быуынға тапшырыла килгән ижади тәжрибәнең, йәғни үҙенсәлекле әҙәби традицияның сағылышы ул. Күсмә сюжеттарҙың булыуы – көнсығыш әҙәбиәттәренең бер мөһим үҙенсәлеге. Сюжеттарҙың ғына түгел, ә дөйөм алғанда структур поэтика, образдар системаһы, жанр мотивтарының да әҙәбиәттән әҙәбиәткә, үткәндән бөгөнгөгә күсеүсән булыуы ғилми сығанаҡтарҙа әйтелә тора [1, 14-се бит]. Әҙәби традициялар бер халыҡтың мәҙәниәте эсендә лә, уңайлы тарихи шарттар булғанда, төбәк, зона, донъя мәҙәниәттәрендә лә барлыҡҡа килергә мөмкин. «Урал батыр» ҡобайырының структураһы, беҙҙең ҡарамаҡҡа, шуларҙың тәүгеһенә, үрҙә телгә алынған хәмсәләрҙең структур-композицион уртаҡлығы — икенсеһенә миҫал була алыр ине.
ХХ быуаттың икенсе яртыһында пенталогия жанр формаһының майҙанға сығыуы ‒ әҙәбиәтебеҙ өсөн оло ҡаҙаныш һәм яңылыҡ булды. Ә новаторлыҡ, киңерәк планда ҡарағанда, традицияларҙан айырылғыһыҙ күренеш: һәр яңылыҡ тора-бара ҡәҙимгегә әүерелә, киләһе быуындар был мираҫты, аңлы йәки аңһыҙ рәүештә ҡабул итеп, артабан үҫтерәләр. Әҙәбиәттә традиция менән новаторлыҡ – тарихи-әҙәби процеста күсәгилешлекте һәм яңырыуҙы характерлай торған, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәгән төшөнсәләр. «Әҙәби традиция» үҙенең мәғәнә йөкмәткеһе менән «үҙләштереү, йоғонто, оҡшатыу» төшөнсәләренә бик яҡын. Уның состав элементтары булып поэтиканың стилистика, тематика һәм мотив, структура һәм композиция, идея, образ, һүрәтләү саралары, ритмика һымаҡ компоненттары сығыш яһарға мөмкин. Традиция буйынса, сәнғәттең бөтә төрҙәрендә лә «элекке реалистик традициялар, жанрҙар, формалар төрлөлөгө, уртаҡ идеялар, эстетик ҡараштар, мөһим теориялар күсә килә» [6, 181-се бит].
Яңы осорҙа прозала А. Таһиров, Ғ. Ибраһимов, Н. Мусин һ.б. әҙиптәрҙең хәҙер уҡыусыларға яҡшы таныш булған дилогиялар, З. Биишева, Я. Хамматов, Ф. Иҫәнғолов, Н. Мусин, Р. Камал, Г. Яҡупова һ.б. романдарынан ойошҡан трилогиялар яҙылды. Драматургияла С. Мифтахов, Н. Асанбаев, А. Абдуллиндарҙың дилогиялары, Н. Асанбаевтың трилогияһы киң билдәле. Традициялар тамырын поэтиканың бөтөн ҡатламдары буйынса ла барлап сығырға булыр ине, әлбиттә. Мәҫәлән, «Урал батыр» эпосында ҡыҙыл һыҙыҡ булып һуҙылған төп идея эпик геройҙың халыҡ бәхете өсөн көрәш, шул юлда ҡорбан булып, үҙ исемеңде үлемһеҙ итеү, тигеҙлек һәм азатлыҡ хөкөм һөргән идеаль ил төҙөүгә ынтылыш менән бәйле. Бөтә кешелекте борсоған шуға оҡшаш концептуаль идеяны, уртаҡлыҡтарҙы яңы осор яҙма эпостарыбыҙҙа ла күреп була, әлбиттә.
Башҡорт прозаһында тәүге пенталогияның барлыҡҡа килеүе Яныбай Хамматов исеме менән бәйле. Ул уртаҡ тематика һәм идея, сюжет һәм образдар системаһы менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән биш романдан торған эпик форма ‒ тарихи-революцион романдар серияһын яҙҙы («Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда»).
«Аҡбуҙат» ҡобайыры асылда «Урал батырҙың» логик дауамы булып тора» [2, 18-се бит]. Уларҙы фольклорҙа уҡ урын алған үҙенсәлекле «дилогия» тип, ә инде «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосын да ҡушарлағанда, тегеләре менән бар йәһәттән уртаҡ мотивтарҙы аҫрауын иҫкә тотҡан осраҡта – «трилогия» тип баһаларға мөмкин булыр ине. «Аҡбуҙат»та, уны «Урал батыр» менән бәйләп, бер бөтөн композицияла ҡарарлыҡ байтаҡ поэтик элементтар бар. Һомай, уның тоғро дуҫы үлемһеҙ Аҡбуҙат, алмас ҡылыс, Ҡәһҡәһә, аҡыл эйәһе Тарауыл ҡарт, Шүлгән образдары, мәҫәлән. «Заятүләк менән Һыуһылыу»ҙың үҙ сиратында «Аҡбуҙат» менән ҡайһы бер уртаҡлыҡтары бар. Миҫал өсөн, икеһендә лә геройҙың һыу аҫты донъяһына барып ҡайтыуы һүрәтләнә. Һәүбән унда Урал батырҙың Аҡбуҙатын һәм меңәр йыл күл төбөндә тутыҡмай ятҡан алмас ҡылысын алырға һәм кешеләрҙе илбаҫарҙар иҙеүенән ҡотҡарыу ниәте менән бара. Заятүләк һыу аҫтында үҙенә кәләш эҙләй, «Аҡбуҙат»тағы һымаҡ, егет һыу батшаһы ҡыҙына өйләнә, бик күп мал менән ер өҫтөнә сыға. Ғөмүмән, һыу аҫты батшалығы менән бәйле мажаралар «трилогия»ның бөтөн өлөштәрендә лә бар. Идея йөкмәткеһе менән дә ҡомартҡылар бер-береһенә яҡын. Урал, Һәүбән, Заятүләк батырҙар халыҡ һәм ил мәнфәғәтен яҡлаусы, изге идеалдар өсөн көрәшеүсе булып күҙ алдына баҫалар.
Башҡорт фольклорында изге хайуандар хаҡында ижад ителгән «Ҡара юрға», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡуңыр буға» эпостары – үҙенсәлекле «өс таған» рәүешле, уларҙы ла формаль яҡтан өс әҫәрҙән торған социаль-көнкүреш йөкмәткеле айырым цикл тип ҡарарға мөмкин. 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған «Йәнтүрә хикәйәләре» менән «Икенсе әрме» лә дилогияны хәтерләтә.
«Икелек» һәм «өслөк» төшөнсәләренә мөнәсәбәте булған дилогия, трилогияларҙың боронғо сығанаҡтарын, уларҙың милли әҙәбиәттә пенталогия жанр формаһының барлыҡҡа килеүенә йоғонтоһон асыҡлау етди тема, ул ҙур иғтибар һәм махсус тикшеренеүҙе талап итә.
Ғөмүмән, башҡорт әҙәби фекер эволюцияһының башланғыстары боронғо мифологиянан һәм урта быуаттар эпик ҡомартҡыларҙан юл алыуы бәхәс тыуҙырмай, сөнки халыҡ ижады, ауыҙ-тел һәм профессиональ әҙәбиәт өсөн хас типологик, уртаҡ һыҙаттар бихисап. Әлбиттә, пенталогияның барлыҡҡа килеүе композицион-структур формаларҙың оҙайлы эволюцияһы мәсьәләләре, яңы осорҙа эпик йөкмәткеле формаларҙың тыуыуы менән бәйләнешле.
Шулай итеп, башҡорт прозаһында «бишлек» төшөнсәһе менән бәйле яңы жанр формаһының барлыҡҡа килеүе мифология, халыҡ ижадының боронғо ҡатламдары поэтик элементтарын, үткәндәге мәҙәни-художество тәжрибәләрҙе ҡабул итеү, яңы осор шарттарында уларҙың ижади һынылыш кисереүе, милли һәм донъя әҙәбиәте ҡаҙаныштарының, атап әйткәндә – рус мәҙәниәте аралашсылығы аша үҙләштерелгән көнсығыш, шулай уҡ көнбайыш традициялары күсәгилешлеген һаҡлау, яҙыусыларҙың уларҙы хәҙерге шарттарҙа оҫта ҡулланыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Әҙәбиәт: