Беҙ тиҙ мәғлүмәтле заманда йәшәйбеҙ. Һүҙҙәр ағымы яңылыҡтар булып та, ҡолаҡҡа ятмаған хәбәрҙәр һымаҡ та яуа кешегә. Уларға күҙ йүгертеп сығабыҙ йә тыңлайбыҙ ҙа, онотабыҙ. Был хәҙерге заман шауҡымы – «клиплы фекерләү». “Күҙ менән ҡаш араһында” барған был процесты ошолай атайҙар. Ошолай мәғлүмәт биреү ысулы тормошҡа клип мөнәсәбәтен тыуҙыра, донъя бөтөн түгел, ә ниндәйҙер бәйләнмәгән ваҡиғалар эҙмә-эҙлелеге булараҡ ҡабул ителә. Психологтар һәм ғалимдар аңлатыуынса медианың яңы форматтары һәм коммуникация саралары мәҙәниәткә һәм йәмғиәткә ҙур йоғонто яһай. Айырыуса, йәш быуында «клиплы фекерләү» ныҡлы формалаша.
Фәндә был күренешкә иғтибар ғәйәт көсәйә һәм ғилми нигеҙҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Клиплы фекерләү беҙгә көнбайыштан үткән быуат аҙағында килеп инде. Инглиз телендә “клип” һүҙе – ниндәйҙер текстың йәки видеояҙманың бер киҫәге. Клиплы фекерләү нисек эшләй һуң? Ҡыҫҡа видеолар мейене алдап, дофамин, рәхәтлек гормоны сығара. Һөҙөмтәлә бала ҙур күләмле мәғлүмәтте үҙләштерә алмай, анализлау, тәнҡитле фекерләү юғала.
Клиплы фекерләү өҫтөнлөк алған заманда уҡыусыларҙы нисек уҡытыу проблемаһы бөтә йәмғиәтебеҙ алдында тора. Ошонан сығып үҙем өсөн проблемалы һорау ҡуйҙым: үҙенең туған телен белгән, этник мәҙәниәтен хөрмәт иткән шәхесте нисек тәрбиәләргә? Ә туған телен өйрәнеүгә баланы нисек ылыҡтырырға?
Яңы Федераль дәүләт биреү стандарттарында ла коммуникатив, мәҙәни оҫталыҡты булдырыу тенденцияһы үҫә һәм педагогик теорияла уҡыусыларҙа этномәҙәни компетенциялар формалаштырыу актуаль мәсьәлә булып тора. Бөгөн телде этномәҙәни аспектта өйрәнеү һәм уҡытыу актуаль, шуға ла уҡыусыларҙа этномәҙәни компетенция формалаштырыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Ошо бурыстарҙың бөтәһен дә тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыусыға өҙлөкһөҙ эҙләнергә, яңы алымдар менән эшләргә тура килә.
Дәрестә нәфис, документаль фильмдар, видеояҙмалар файҙаланыу
Дәрестә уҡыусы пассив обьект булып ултырмаһын, үҙ аллы мәғлүмәт табырға тырышһын, класташтары менән фекер алышһын өсөн төрлө алымдар ҡулланыла. Иң эффектлы алымдарҙың береһе – дәрестә нәфис, документаль, фильмдар, видеояҙмалар файҙаланыу. Ләкин социаль селтәрҙәрҙең ярты аудиторияһын тәшкил иткән үҫмерҙәр 15 – 20 секундлыҡ видеоларға өҫтөнлөк бирә. Быны иҫәпкә алып, төрлө фильмдарҙан өҙөк ҡулланып эшләү отошло тип таптым.
Бала сағы |
Ғаиләһе |
Ҡыҙыҡһыныуы йәки һөнәре |
|
|
|
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, “Аскарфильм” студияһы директоры, режиссёр, продюсер, сценарист Айнур Асҡаровтың фильмдары хәҙер төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Уның ҡыҫҡа метражлы фильмдары айырыуса уҡыусыларға оҡшай, иҫтәрендә ҡала.
Бала сағы |
Ғаиләһе |
Ҡыҙыҡһыныуы |
|
|
|
Функциональ грамоталылыҡ үҫтереү алымдары
Белем биреү системаһында функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу юғары маҡсаттарҙың береһе булып тора. Шул иҫәптән, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың төп ысулы булараҡ, белем биреүҙә инновацион ҡараштарҙы үҙләштереүгә иғтибар бирелә. Белеүебеҙсә, функциональ грамоталылыҡ күп яҡлы төшөнсә. Ул уҡыу грамоталылығын, математик грамоталылыҡты, финанс грамоталылығын, глобаль компетенциялар, креатив фекерләүҙе үҙ эсенә ала.
«Әсе бал» (режиссеры А. Асҡаров) фильмынан өҙөк. 1-се эш.
Солоҡсолоҡ – башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе. Башҡорт тоҡомло бал ҡортон һаҡлап ҡалыу беҙҙең республика өсөн проблема булһа, ғөмүмән, бал ҡорттарының юғалыу ҡурҡынысы бөтә донъя буйынса киҫкен тора. Һеҙ уларҙы һаҡлап ҡалыуҙың ниндәй юлдар тәҡдим итер инегеҙ? Дөрөҫ яуаптарҙы һайлап алығыҙ:
2-се эш. Тексты уҡып, дөрөҫ яуаптарҙы билдәлә.
Бөйөк ғалим Альберт Эйнштейн (1879 – 1955) былай тигән: “Һуңғы бал ҡорто һәләк булғандан һуң дүрт йылдан кешелек донъяһы юҡҡа сығасаҡ”. Ерҙә бал ҡорттары юғалһа нимә була? Дөрөҫ яуаптарҙы билдәлә.
(Иҫкәрмә: яуаптарҙы йәш үҙенсәлектәренә ҡарап ҡатмарландырырға мөмкин.)
1.«Еңмеш» (режиссеры А. Асҡаров) фильмынан өҙөк. Мәсьәлә сисеү.
Киноға билет өсөн 40 тин йәки 2 йомортҡа бирергә кәрәк. Фильмдан һуң кассир ҡатын йомортҡаларҙы һәм кассалағы аҡсаны һанаған. Кассала 64 йомортҡа һәм 2 һум 80 тин аҡса булған. Нисә кеше кино ҡараған?
2.«Әсе бал» (режиссеры А. Асҡаров) фильмынан өҙөк.
Баҙарҙа төрлө бал төрлө хаҡ менән һатыла. Һеҙгә 2 кг бал һатып алырға кәрәк. Ҡайһы бал өсөн күпме аҡса түләргә? Иҫәпләп сығар.
Бал |
Банкала балдың массаһы |
Хаҡы |
Умарта балы |
500 грамм |
500 һум |
Солоҡ балы |
500 грамм |
900 һум |
Умарта балы 2 мең торһа, солоҡ балы 3 мең 600 һум торасаҡ. Ни өсөн? Һығымта: һәр төрлө бал файҙалы, әммә солоҡ балы ҡиммәтерәк, сөнки ул составы буйынса төрлө шифалы матдәләргә байыраҡ, сифатлыраҡ.
III. Креатив фекерләүҙе үҫтереү юлдары.
«Өс таған» (режиссеры А. Асҡаров) фильмынан өҙөк.
1-cе эш. Балыҡтарҙы күсереү яҡшымы, насармы? Улар үрсеп китһен өсөн ниндәй шарттар кәрәк? Дөрөҫ яуаптарҙы һайлап ал.
2-се эш. Бер-береһе менән бәйләнеше булмаған ике күлдә төрлө балыҡтар йәшәй: табан балыҡ, алабуға, сабаҡ, ҡоморой, опто. Билдәләгеҙ:
а) беренсе күлдә балыҡтарҙың нисә популяцияһы йәшәй?
б) икенсе күлдә балыҡтарҙың нисә популяцияһы йәшәй?
в) ике күлдә балыҡтарҙың нисә төрө йәшәй?
г) ике күлдә балыҡтарҙың нисә популяцияһы йәшәй?
3-сө эш. «Әсе бал» (режиссеры А. Асҡаров) фильмынан өҙөк.
Бал ҡорттарының үлеүе ҡоштарға ла ҡағыла. Мәҫәлән, көнбағыш бал ҡорттары өсөн дә, ҡоштар өсөн дә аҙыҡ сығанағы. Бал ҡорттары көнбағыш нектары менән, ә ҡоштар уның орлоҡтары менән туҡлана. Ни өсөн бал ҡорттары юҡҡа сыҡһа, ҡоштар ҙа кәмей? Дөрөҫ яуаптарҙы тоташтыр.
Көнбағышҡа бал ҡорто ҡунмаһа |
асыға |
Турғайҙар көнбағыш орлоҡтарын ашамаһа |
ҡоштар кәмей |
Бал ҡорттары юғалһа |
бал булмай |
Бал ҡорттары көнбағыш нектарын йыймаһа |
уның емеше булмай |
Бөгөнгө цифрлаштырыу осоронда уҡыусыларҙа уҡыу грамоталылығын үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Белем биреүҙең ниндәй генә предмет өлкәһен алһаҡ та, беренсе сиратта, аңлап уҡыу, уҡылған текстан кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү һәләте кәрәк. Дәрестә текст менән эшләүҙе уҡыусыларға ҡыҙыҡлы ла, аңлайышлы ла итеп ойошторорға кәрәк.
Яҙма текстар менән эшләгәндә дәрестәрҙә түбәндәге эш алымдарын ҡулланырға була:
(Өҙөк карточкаларҙа таратыла.)
– Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Баҫып ашаһаң туҡландырмай ул. Әгәр бер валсығын ергә төшшөрһәң, яҙыҡ була. Яҙыҡ булғас, тамуҡта яндыралар.
– Һайыҫҡан, һайыҫҡан, күкәй эскән, май эскән!
– Тейҙерһәң һуң?
– Тейһә, тейә бирһен, һандуғас балалары түгел әле.
– Һайыҫҡанға ла үҙ балаһы ғәзиз. Уның да эсендә йәне бар... Бөтә нәмәләрҙең дә йәндәре бар – ағастарҙың да, таштарҙың да, үләндәрҙең дә… Йәндәре булмаһа, йәшәрҙәр инеме ни улар? Беҙҙең бармаҡ киҫелһә, ҡыҙыл ҡан аға, ағастарҙың ботағын ҡырҡһаң, аҡ ҡан аға. Тимерҙе тимергә һуҡһаң, сыңлай бит, эйеме? Шул тимерҙең илауы була инде.
– Өҙөктө ҡарап, һеҙ үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһемле нәмәләр алдығыҙ? (Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Валсығын да ҡойорға ярамай. Ҡоштарҙы рәнйетергә, үҫемлектәрҙе өҙөргә ярамай.)
– Өҙөктөң төп мәғәнәһен асып биргән һөйләмде табығыҙ. (Яуаптар.)
– Әҫәрҙең ҡайһы юлдары фильмда төшөрөлмәгән? Был алымды фильмды тулыһынса ҡарап бөткәс тә уҙғарырға була.
Әҙәбиәт менән кино сәнғәте араһындағы тура бәйләнеш – ул әҫәрҙе экранлаштырыу. Уҡыусылар быны әҙәби әҫәрҙе туранан-тура күрмә образдарға күсереү тип тә аңлай. Уҡытыусы улай булмауын аңлатып, балаға киноны аңларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейеш. Режиссерҙың үҙ ҡарашы, үҙ һүрәтләүе булыуын күрһәтеп, ике сәнғәт әҫәре араһында оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләргә тәҡдим итергә була.
Дәрестә бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, әүҙем ҡатнашыусы, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Фильмдың йөкмәткеһен белеү генә түгел, ә уның эсендә ҡатнашыу, фекереңде белдереү, матур образдарға һоҡланыу, фәһем алыу, кире образдарға нәфрәтләнеү, һабаҡ алыу – былар барыһы ла уҡыусыны уйландыра, һоҡландыра, илһамландыра. Уҡыусыларға фильм менән әҫәр араһындағы айырмаларҙы табырға тәҡдим итһәк, әҫәр менән танышырға йәки ҡайтанан иғтибарлап уҡып сығырға тигән теләк уятырға була. Иң мөһиме: фильмдан китапҡа ҡайтҡанда уҡыусылар күберәк күрә, аңлай, төшөнә. Күтәрелгән проблемалар фильмда нисек сағыла? Тамашасы төрлө әхлаҡи һорауҙарға яуап табамы? Бына ошо һорауҙарға яуап эҙләй ҙә инде уҡыусы. Фильм буйынса әңгәмә лә проблемалы һорау менән тамамланһа, уҡыусының әҫәр менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйә.