Бөтә яңылыҡтар

“Кеше кешеләргә кәрәк булһын, Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын!”

2024 йыл –  Һаулыҡтары сикләнгән кешеләргә  хәстәрлек күрһәтеү йылы (Уҡыусылар менән әңгәмә. V класс)

    К.Б. ХӘСӘНОВА, Өфө ҡалаһы 46-сы лицейы уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбәиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” төбәк-ара конкурсы номинанты

 

Маҡсат. Уҡыусыларға кешеләрҙең бер-береһенә кәрәк булыуын аңлатыу, ғаиләгә, дуҫтарға ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләү; һаулыҡтары сикләнгән кешеләргә иғтибарлы булырға өндәү.

Дәрес барышы

  1. Мотивацион өлөш. Уҡыусыларға Г.Х. Андерсендың «Йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе» («Гадкий утенок») йәнһүрәтенән өҙөк күрһәтеү.

– Уҡыусылар, был ниндәй әкиәттән өҙөк?

– Был өҙөктә өйрәк балаһының кәйефе ниндәй? (Ул  бойоҡ, уға күңелһеҙ.)

– Ни өсөн? (Сөнки уны берәү ҙә ҡабул итмәй, ул барыһы өсөн дә ят. Уны  ҡыйырһыталар, ҡыуып сығаралар. Бәпкә үҙен яңғыҙ тоя, уға ауыр.)

– Өйрәк балаһы ҡасан үҙен бәхетле итеп  хис итер ине? (Әгәр уның дуҫтары, иптәштәре, таныштары, ғаиләһе булһа.)

– Эйе, уҡыусылар, кешегә үҙен тулы бәхетле итеп тойор өсөн янында кешеләрҙең булыуы мотлаҡ.

– Тимәк, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? (Кеше кешеләргә кәрәк булһын.)

  1. Төп өлөш.Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәми Ғарипов “Кеше” шиғырында ошондай һүҙҙәр яҙа:

“Кеше кешеләргә кәрәк булһын,

Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын”. Һеҙ был һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

– Йәнһүрәткә әйләнеп ҡайтҡанда, өйрәк балаһы үҙен башҡаларға кәрәкле итеп тоямы? (Ул үҙен артыҡ итеп хис итә.)

– Бындай тойғолар кисергәнегеҙ булдымы? Мәҫәлән, бөтә класс бергә нимәлер эшләй, ә һеҙгә иғтибар итмәйҙәр йә ситкә этәрәләр. Бындай осраҡта һеҙҙе ниндәй хистәр солғап ала? (Яңғыҙлыҡ тойғоһо, кешеләргә кәрәкмәү, артыҡ итеп тойоуы бик ҡыйын, күңелде ҡыра.)

– Һеҙҙе шат йылмайып ҡаршылап, әйткән һүҙҙәрегеҙгә иғтибар бүлеп,  ярҙам итһәләр, күңелегеҙ күтәреләме? (Уҡыусылар ыңғай яуап бирә.)

  • «Ярыҡ ялғаш» әкиәтен ҡарау.

– Был әкиәт нимә тураһында? (Яуаптар бирелә.)

– Ни өсөн Һаранбай әсәһен шайтан упҡынына алып барып ҡалдырырға уйлай?

– Малайы ярыҡ ялғышҡа ултыртып, шайтан упҡынына алып китеп барғанда, ҡарт әсә ниндәй хис-тойғолар кисергән? (Әсәй кешегә бындай мөнәсәбәт бик ауыр тәьҫир иткәндер, ваҡытында ул Һаранбай яҡшы бала булып үҫһен тип тырышҡандыр, бар һөйөүен уға биргәндер, тәрбиәләгәндер. Ә ҡартайған көнөндә үҙенең ошондай яҙмышҡа дусар булыуына йәне рәнйегәндер.)

– Һаранбай ни өсөн үҙ уйынан кире ҡайта?  (Ул үҙенә ҡарата шундай уҡ мөнәсәбәт булыуын теләмәй.)

– Әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Яҡындарға ҡарата иғтибарлы булырға, әсәйҙәрҙе хөрмәт итергә өйрәтә. Улар ҡасан да булһа ҡартайырҙар, ярҙамға мохтаж булырҙар, беҙ шул ваҡытта ярҙам итергә, һөйөүебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ.)

– Уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙе яңғыҙ тойғанығыҙ бармы? Өйҙә оҙаҡ ваҡыт аралашыуҙан мәхрүм булғанығыҙ  бармы? (Яңғыҙлыҡ –  ауыр тойғо. Беҙ ысынлап  та бәхетле кешеләр, сөнки көн һайын атай-әсәй, туғандар менән аралашабыҙ, дуҫтарыбыҙ, уҡытыусылар менән күрешәбеҙ, хис-тойғоларыбыҙ менән бүлешәбеҙ.)

– Уҡыусылар, күп кенә балалар ошо мөмкинлектән мәхрүм бит. Ниндәй сәбәп арҡаһында шулай булыуы ихтимал? (Яуаптар тыңлана.)

– Эйе, һаулыҡтары сикләнгән балаларҙың күбеһе мәктәптәрҙә уҡымай, өйҙә белем ала. Шуға ла улар йәнле тормоштан ситтәрәк ҡала.

 Әйҙәгеҙ бер эш эшләп алайыҡ. Күҙ алдына килтерәйек, 1-се һәм 2-се төркөм менән беҙ бөгөн кинотеатрға барабыҙ, унан һуң батутта һикереп уйнарбыҙ. 3-сө төркөм иһә бер ҡайҙа ла бармай, өйҙәрендә яңғыҙ ҡала. (Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, теҙелеп торалар.)

– Уҡыусылар, кемдәр кинотеатрға барҙы, һеҙ ниндәй хис-тойғолар кисерҙегеҙ. (Беҙ ҡыуандыҡ, күңелле булып китте, кино ҡарарға барғы килә ине.)

– Ә өйҙә бара алмай ҡалыусылар, үҙегеҙҙе нисек тойҙоғоҙ? (Беҙгә күңелһеҙ булды, беҙҙең дә киноға барғы килә ине.)

– Әгәр ҙә һеҙ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, йә өлкәндәр менән танышһағыҙ, улар менән нисек аралашырға тейешһегеҙ? (Битараф булмаҫҡа, хәлдән килгәнсә ярҙам итергә, ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡһыныуҙары булһа, ҡеүәтләргә, уларҙың да һеҙгә кәрәклеген күрһәтергә, яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа.)

– Уҡыусылар, бәлки, һеҙҙең таныштарығыҙ, туғандарығыҙ  араһында ла ошондай һаулыҡтары сикләнгән кешеләр барҙыр. Һеҙ улар менән аралашаһығыҙмы? Уларға нисек ярҙам итәһегеҙ. (Уҡыусылар яуап бирә.)

– 2024 йыл – Башҡортостан Республикаһында һаулыҡтары сикләнгән кешеләргә  хәстәрлек күрһәтеү йылы. Хөкүмәт тарафынан, әлбиттә, бик күп эштәр башҡарылды. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бар кешеләргә лә һәр ваҡыт иғтибарлы, ярҙамсыл булайыҡ.

III. Рефлексия, йомғаҡлау.

 – Дәресебеҙҙе һеҙ яратҡан йырсы Радик Юлъяҡшин башҡарған йырҙан өҙөк менән тамамлағы килә:

Өҫтәлемдә барыһы бар,

Ниңә сәйҙең тәме юҡ.

Яңғыҙ булғанғалыр инде

Өйөмдөң дә йәме юҡ. (К.  Хәсәншина)

 – Яңғыҙ сәй эсеүҙәре лә күңелле түгел. Яҡындар менән аралашып, яңылыҡтар менән уртаҡлашып, ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләшеп сәй эсеүҙәре үҙе ни тора! Ҡыуанысты уртаҡлашырға, хәсрәттәрҙе бүлешергә лә кешегә кеше кәрәк. Бәләкәй генә шатлыҡ менән уртаҡлашыу ҙа беҙҙе бәхетле итә, ҡайғы-хәсрәттәр кәмей төшә.

–  Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән ниндәй уйҙар менән сығаһығыҙ?  Ниндәй фәһем алдығыҙ? Ниндәй уй-кисерештәр барлыҡҡа килде? (Балалар һөйләшеүгә йомғаҡ яһай.)

– Уҡыусылар, тормошта бер-беребеҙгә кәрәк булып, терәк булып бәхетле йәшәйек! Ярҙамға мохтаждарҙан яҡшы һүҙебеҙҙе, йылы ҡарашыбыҙҙы йәлләмәйек!

Ҡулланылған сығанаҡ: https://www.youtube.com/watch?v=f4TOR2H8Kes

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: