Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романының йыр-эпиграф (Иртәнсәкәй тороп, тышҡа сыҡһам, // Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй. // Бөйрәкәйҙе һауған шул ҡыҙҙы уйлап, // Өҙөлә шул минең үҙәккәй – Г.Ҡ.) менән асылыуы һәм беренсе өлөштөң исеме үк “Бөйрәкәй” йырынан реминисценция (“Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй” – Г.Ҡ.) булыуы – яҙыусының әҫәре, ғөмүмән ижад донъяһы халыҡ ижадынан һут алыуына ишара.
Халыҡ йырҙары яҙыусыға геройҙарының тойғо-хистәрен тәрәнерәк асып һалыуҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Барсынбикәнең илдән илгә, өйҙән өйгә йөрөп Күкһылыуын эҙләгән мәлдә йырлаған “Бейеш” йыры, мәҫәлән, Диңгеҙханы менән үҙенең шул мәлдәге күңел торошон аңғартыр сара.
“Күкһел тауҙың башында // Күкйән балам илайҙыр...” тип моңайыусы бәләкәс Күкһылыуҙың Күкйән менән Бикйән исемле бәпәйҙәр яһап уйнауы, тағы ла бер ҡыҙы булырына ишара яһауы – тоҡомондағы күрәҙәлек һәләтенең бала күңелендә баш ҡалҡыта биреп ҡуйыуы. Автор инде үҫеп еткән Күкһылыу-Гөлбаныуҙың балаларына исем ҡушҡанда ла ошо принциптан тайпылмай, йәғни исемдәр ауаздашлығын һаҡлай: Күкйән – Йәнтимер, Бикйән – Биктимер.
Романдың икенсе өлөшөнөң исеме – халҡыбыҙҙың “Ашҡаҙар” йырынан “Башҡынайым ҡалды йәш кенә” рәүешендәге реминисценция. Был йырҙы ауырлы Мәҙинәнең, ире ҡулға алынғас, йырлап моңланыуы ситуацияның трагизмын бар тәрәнлегендә биреүсе сара.
Әҫәр сюжетында “Ашҡаҙар” йырына бер-нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә яҙыусы. Мәҙинә йырлаған һайын йырға эмоциональ йөкләнеш өҫтәлә бара: ире Әптеләхәтте йәһәннәмдең үҙенән көтөү һағышы, бәндәләрҙең Һарайғырға ҡарата ҡылған хаслыҡтарына үртәлеү, әсәлек хистәре. Әптеләхәт тә күҙҙәрен тап ошо “Ашҡаҙар”ҙың үҙәк өҙгөс һағышлы моңо аҫтында мәңгелеккә йомасаҡ.
Опера театрҙары сәхнәләрен яуларлыҡ моң эйәһе Мәҙинәнең улы Дауытты бишек йырын көйләп йоҡлатыуы ҡатын-ҡыҙҙың иң беренсе тәғәйенләнеше әсә булыуҙа икәнлеген алғы планға ҡуя.
Мәҙинә тәүҙә ире Әптеләхәт, аҙаҡ атаһы ҡулға алынғандан һуң, һабантуйҙа “Буранбай” йырын башҡара. Йырҙың “Себерҙәргә китер ирме ине?!” тигән юлдары нахаҡҡа рәнйетелгән меңәрләгән яҙмыштарға ишара булһа, әсәһе Гөлбаныуҙың тәҙрә төбөндә “Зөлхизә”не йырлап моңланыуы һөйгәне менән ҡауыша алмай, ирекһеҙҙән башҡа кешегә барырға мәжбүр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. “Зөлхизә” йыры шулай уҡ романда бер-нисә тапҡыр телгә алына: Гөлбаныуҙың ейәнсәре Күкһылыу уҡыусы ғына сағында сәнғәт институтына барып концерт ҡуйғандарында үҙенең ҙур талант эйәһе булыуын, талант алдындағы яуаплылыҡты аңлап, профессиональ кимәлдә башҡара был йырҙы. Өсөнсө тапҡыр ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы итеп һалынған өйө балконында торған килеш Мәҙинә ошо йырҙы йырлай. Тормош ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан көслө рухлы ханым өсөн “Зөлхизә” үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү сараһы.
Ғөмүмән, башҡорт халыҡ йырҙары романдың төп геройының һағыш-рәнйештәрен, тойғо-хәсрәттәрен аҙға ғына булһа ла еңеләйтер бер сара: “Мәҙинә, бурандың тауышында берсә Буранбай, берсә йәш кәләшенә тунлыҡ йәнлек ауларға Ашҡаҙар буйына шәшкегә киткән егет һағыштарын, берсә ялан ғына ерҙән боландай йүгергән Зөлхизә, берсә ер ҡыртыштарында аяҡ табандарының ҡанын туҙғытып, “илкәйем” тип атлыҡҡан Ғилмияза әрнеүҙәрен тыңлап, тышта тора бирҙе” [1, 324].
Бөйрәкәй тибеп имгәнгәндән һуң тауышһыҙ ҡала яҙған Мәҙинә етәкселегендәге хор “Ҡуңыр буға” йырын башҡарһа, үҙенең: Аршын да ғына аршын, ай, аҡ уҡа, // Камзул итәгенә артмаймы... // Минең дә генә күңелем һине уйлай, // Һинең күңелең миңә тартмаймы, – тип йырлауы район башлығы Камалетдиновтың күңелен зил-зибәр килтерә.
Буранда аҙашҡандан һуң, дауаханала ятҡан Мәҙинә хор коллективы менән “Азамат”ҡа репитиция башларға ҡарар итә. Тормошоноң һәр этабында ла, күңел торошона ярашлы йырҙар оҙатып йөрөй уны.
“Урыҫ утары”нда тальянкаһына ҡушылып моңланған Әптеләхәттең йырҙары ла романдың эпиграфы кеүегерәк мәғәнәүи яңғырашта, һағышлы тонда. Был йырҙар егеттең һалдат һурпаһы эсер мәле яҡынлауын, Гөлбаныу кеүек сибәрҙәргә, ғөмүмән матурлыҡҡа битараф түгеллеген иҫкәртә.
Көтөүсе Сәйғәфәрҙең түбәндәге йыры Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романындағы Айбулат башҡарған йырҙарға ауаздаш: Күгәреп тә ятҡан күк арҡаға // Ат ектереп менһәң, көс була. // Үткән генә ғүмерем, юҡ иҫәбе – // Таң ата ла йәнә кис була.
Оҙон көйҙәр менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың ҡыҫҡа йырҙарына ла ваҡыт-ваҡыт мөрәжәғәт итә Таңсулпан Ғарипова. Әлбиттә, был йырҙарҙың геройҙар тормошоноң күңелле, бәхетле мәлдәрен тасуирлағанда йәки иҫкә төшөргәндә бирелеүе тәбиғи. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында эш башлағас, Мәҙинә йәш быуынды “Шайморатов генерал” кеүек патриотик, “Әлиләү генәйем” кеүек дәртле йырҙар менән тәрбиәләй. Күкһылыу менән Көнһылыу йырлаған “Шәл бәйләнем” йыры нәҙек кенә итеп иләнгән мамыҡтан бәйләнгән, осоп ҡына торған шәлдәй еңел генә. Лидия Николаевна Башкирцеваның үҙенең ысын исеме йылға буйында ағаһының уны атап саҡырыуы һәм атаһының Хәтирә исемен ҡушып йыр йырлауы аша иҫенә төшә.
Күкһылыу “Һаҡ менән Суҡ”тың бәйетен башҡара, бәйеттең был варианты әсә кешене сабырлыҡҡа өндәүе Барсынбикә өләсәһе биргән тәрбиә рухында.
Мәҙинәһенә әйтә алмай киткән васыятын төш аша йыр менән еткерә Әптеләхәт: Айһыҙ төндә тәҙрә сиртһәм әгәр, // Көҙгө елдер тиеп уйлама. // Ҡайта торған ергә китмәне тип, // Хәсрәт кисеп яманһыулама...
“Беҙҙең иман йырҙарыбыҙҙа, хикәйәттәребеҙҙә”, – ти Барсынбикә өләсәй Давид Соломоновичҡа. Ысынлап та, донъяға килгәндән алып баҡыйлыҡҡа тиклем “Бөйрәкәй” романының геройҙарын оҙатып килеүсе башҡорт халыҡ йырҙары был фекерҙең раҫлығын иҫбатлай.
Төш алымы. Фольклор әҫәрҙәрендә киң таралыш тапҡан төш күреү алымы “Бөйрәкәй” романында уңышлы ҡулланылыш таба. Әйүп Ғәзизовичтың төшөнә инеү менән Әптеләхәт төрмәнән ҡайтып инә. Тотҡонлоҡтағы Хашимдың төшөнә ингән Мәҙинәнең көҙгө ҡаршыһында тороп сәс тарауы, пар толом итеп үрергә ниәтләүе үҙенең дә, кейәүе Әптеләхәттең дә азат ителеренә ишара. Мәҙинәнең “гармун күрһәң, хәбәр алыуға” тип, өләсәһенең юрауын иҫенә төшөрөүе бойомға аша: ике улынан ике хат алып һөйөнә.
Төштәр тап фольклорҙағыса һынылышлы мәлдәр тураһында иҫкәртә. “Йондоҙҙар төндә тоҡана” тип аталған дүртенсе бүлектә Мәҙинәнең төшө сик буйында хеҙмәт иткән Дауытының ауыр хәлдә ҡалғанлығын аңғарта. Барсынбикә өләсәһе һиҙемләү һәләте ярҙамында ейәненә алыҫтан тороп сетерекле хәлдән сығырға булышлыҡ итә.
“КПСС” тип яҙылған ике ҡатлы аҡ бинаның емерелеүен төшөндә күреүе Ғәлимәгә илдә ҙур үҙгәрештәр булырын, хыялдарының ғына түгел, илдәге тотош ҡоролоштоң емерелерен төшөндөрөүсе сара. Ҡатындың артабанғы төштәре ҡыҙы Сәмәрә менән араһындағы килешмәүсәнлеккә бәйле.
Әҫәр башында Фәүзиәнең төштәрендә сараһыҙлыҡ өҫтөнлөк итә: ул үҙе һыбай, яҡшы ат менгән, ҡулында ҡамсы. Өйөрҙө кәртәгә индермәк, әммә булдыра алмай, атынан ҡолай. Был төш уның яҙмышындағы сиселмәгән төйөндәргә ишара. Ниһайәт үҙ исемен ҡайтарған, рухи яҡтан камиллаша барған Барсынбикәнең төштәре юғарыраҡ үлсәмдәрҙә. Бағыусылыҡ, әүлиәлек сифаттарына эйә булған ҡатын күктә кеше йәндәрен аралаусы фәрештәләр мыж килеп тороуына шаһит була. Бүре булып тыуырға ризалыҡ биргән улы Ихсанбайҙың йәне менән дә осраша.
Исеменең сәйерлегенә ғәжәпләнгән ейәнсәренә Күкһыу әкиәткә тартым “бик борон булған хәл”де һөйләй: ырыу башлығы Тыумәрәс татран әйтеп, ырыуҙаштарын һарыҡташтарға әйләндерә, үҙе иһә күк яллы инә бүре ҡиәфәтенә инә. Был ҡоролоҡтоң Хоҙайҙың рәнйеүе төшөүе арҡаһында булыуы һәм уның быуын-быуындарҙы эҙәрлекләүе, Барсынбикәнең Фәүзиәгә әүерелеүе арҡаһында ғына шул рәнйештән ҡотолоп ҡалыуы, әммә уның да өлөшөнә күп һынауҙар төшөрөн иҫкәртә төшөндә өләсәһе Күкһыу.
Хашимдың Берлинда емереклектәр араһында күргән төшөнөң асылы аҡ һаҡаллы, аҡ кейемле ҡарттың әйткән һүҙҙәре аша асыҡлана: “Ҡайтыуыңды ике игеҙ йән, ике хоҙай бәндәһе көтөп торор – һин уларҙы яҙмыштан бүләк итеп ҡабул ҡыл һәм ярат”, “Унда һине ҡатыныңдың рухы көтә. Сабыйҙарҙы ярат, ҡатыныңдың рухы шуларҙы ҡурсый!”.
Сибәғәтте ҡайҙа күреүен иҫенә төшөрә алмай аҙапланған Камалетдиновҡа ла төш ярҙамға килә: әсәһенең сиркәү эргәһенән үткәндә тәрегә төртөп күрһәтеүе үткәндәрҙә тороп ҡалған енәйәт эҙен асыуға ярҙам итә.
Ишмөхәмәттең мәмерйәлә ятып үлгән элекке ат ҡарағының һөйәктәрен ер ҡуйынына тапшырғандан һуң күргән төшө күп йәшәмәҫен, мәмерйәгә килгән берәүҙең (“ҡунаҡ түгел” – Г.Ҡ.) ҡулынан ғүмере өҙөлөрөн иҫкәртә.
Романдың “Һандуғастың һайрар ғүмеркәйе” тип аталған өсөнсө өлөштә Мәҙинә күргән төш – СССР-ҙағы шәхес культы фажиғәһен бар трагизмында аңлатыр сара. Халыҡ дошмандары тигән хаҡһыҙ ярлыҡ тағылған Хачатуряндың “Поэма”һын, Прокофьевтың алтынсы симфонияһын, Вано Мураделиның “Бөйөк дуҫлыҡ” әҫәрҙәренә дирижерлыҡ итергә йыйынған Мәҙинәнең һәм уның ҡул аҫтындағы хор коллективының албырғап ҡалыуы аша был күренешкә үҙ позицияһын еткерә яҙыусы.
Романда әкиәткә хас символиканы ла оҫта ҡуллана Таңсулпан Ғарипова. Бына нисек һүрәтләй ул яҙмыш упҡындары алдында ҡалған Сибәғәт менән Фәүзиәнең күңел тороштарын: “Шунан ике хәтер, һәр ҡайһыһы үҙенә генә билдәле юл менән шар баҡырып илаған аҡ йомғаҡ артынан киттеләр”. Аҡ йомғаҡ – Сибәғәт өсөн таратылып бөтмәгән, яңылыш юлдан тәгәрәгән ғүмер йомғағы булһа, ҡатыны өсөн шарылдап илаған сағында йылға буйына ырғытып китергә мәжбүр булған аҡтан-аҡ, пактан-пак ҡыҙ балаһы.
Әкиәттәрҙәге һандар символикаһы романды урап үтмәй. Күкһылыуын барып тапҡан Барсынбикәнең өс көн, өс төн сирләп ятыуы, дүртенсе көн генә күҙен асыуы халыҡ фольклорынан килгән традициялар рухында.
Өйөр-өйөр малдарын, балаһын, байлығын юғалтҡан ғорур Барсынбикәнең “биш өйөр йылҡы, биш тирмән, үҙе кеүек биш бисәне алтынға ялатырлыҡ байлыҡ”ҡа эйә булыуын иҫенә төшөрөүе лә үрҙә әйткәндәребеҙгә бер дәлил.
Етелек принцибы. “Ете эсендә бер ҙә бар, бер башында ниҙәр бар?” – ти өләсәһе бер үҙе ете ул табырға ниәтләнгән Барсынбикәгә. Ысынлап та, етәүҙең береһе булып буй еткергән Ихсанбайға нәҫел ҡото булырға насип булмай. Ә “Фәүзиәнең етмеш төрлө сирҙән шифа ла, саманан саҡ ҡына арттырып ебәрһәң, ете минутҡа әҙәмдең тынын быуып, йөрәген туҡтатыр тамыр тотҡан ҡулдары...” рәүешендә бирелгән һүрәтләү саралары борондан килгән инаныс-ышаныстарыбыҙҙан тамырлана.
Флориданы һауыҡтырыу сараһында ла етелек принцибы өҫтөнлөк итә: Мәликә ҡарт бер сәтләүек ағасы төбөнә ете тәүлек буйы көнөнә етешәр көйәнтә һыу ҡойорға, Раббынан үҙенең һәм ете быуынының гонаһтарын кисереүҙе һорарға тейеш. Ә инде Мәликәнән Әйүпкә һигеҙ йыл элек килгән бандеролдәге хаттарҙың етәү түгел, алтау булыуы улар араһындағы хистәрҙең камил булмауына ишара.
Әкиәт, ҡарыһүҙ, эпостарға хас романтик образдар, күтәренке стиль мәле менән, урынлы итеп ҡулланылыш таба романда. Ғүмер буйы парлы тормош көҫәп йәшәгән Раузаның Сибәғәт менән ҡауышҡандан һуң һөйләгән хәбәре лә романтик буяуҙарға мансылған: “Мин – Зөһрә, Сибәғәт – Таһир, айыбыҙ – талир, төндө көтөп үткәргән һәр көнөбөҙ – үҙе бер ғүмер!”. Саяф Мәҙинәне бала саҡта өләсәһе уҡыған китаптағы Зөләйха менән сағыштыра. Әбүбәкер Лидия Николаевнаны Һомайға тиңләһә, Мәҙинә үҙенең Урал батырҙың Һомайы нәҫеленән икәнлеген әйтә: һөйгәненең ирендәре ҡағылмағас, уға кире ҡатын-ҡыҙға әйләнеү яҙмаған. Ҡыҙы Көнһылыу ҙа Таңдыса рухында тәрбиәләнгән. Атаһы Хашимдың риүәйәт героиняһы Таңдысаны ҡатыны Гөлбаныу сүрәтендә төшөрөүе, Дауыттың ҡыҙының да Таңдыса исемле булыуы, Барсынбикә тоҡомоноң мал бағып, илдең ҡотон, бәрәкәтен, ырыҫын арттырып йәшәүе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына дан йырлау ул. Руслан ейәненең Таңдыса образына мөрәжәғәт итеүе, Салауат шәхесенә тәрән ихтирамы был ғаиләлә камил тәрбиә өҫтөнлөк итеүе, үткәндәрҙең ҡәһәрле төйөндәренең юҡҡа сығыуы тураһында һөйләй.
Әйүп райкомдан сыҡҡандан һуң йыйылышта тәнҡитләнгән Әптеләхәтте Һуңғы Һартай менән сағыштыра.
“Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары тәғлимәттәрен романында киң пропагандалай яҙыусы: “Йәншишмәнән эсмәгеҙ, миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ” һ.б. фекерҙәрҙе китап уҡыусыға дөрөҫ йүнәлештә аңларға ярҙам итә. Хөсәйен ауыҙынан алыптар, Аҡбуҙат тоҡомло аттар, уларҙың ир-егеткә кәңәш бирер зат булғандары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә. “Урал батыр”ҙың төп тәғәйенләнешен яҡшыны ямандан айырырға, йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам итеүендә күрә.
Фольклорҙан килгән ырым-ышаныстар геройҙар күңелен яҡтылыҡҡа өндәй. Бәхетле кешенең аҡ яулығына аҡ йылан мөгөҙөн һала, тигән мәғлүмәт йылылыҡ, яратыу күрмәй үҫеп килгән Сәмәрәнең күңел ынтылышына әйләнә. Аҡ яулыҡлы, аҡ күлдәкле, көмөрө танаулы, ҡап-ҡара күҙле ҡарсыҡ сифатында килә йылан ҡыҙға. Ҡарсыҡ, асылда Барсынбикә өләсәһе, фирүзә ҡашлы алтын алҡаларын ҡыҙҙың ҡолағына тағып, фатихаһын бирә. Улы Батыр йәшәһен өсөн ҡан тапшырған, ҡыҫҡа ғына мәлгә әсәлек бәхетен татып киткән Сәмәрәне баҡый донъяла Йылан-ҡарсыҡ батша тажы кеүек нур сәсеп торған мөгөҙ һалып ҡаршылай.
Романда ҡарһүҙҙәр мул ҡулланыла. Аҡ буяуға төшкән сүл бүреһенең үҙен изге зат итеп танытыуы, бүреләр күмәкләшеп тулған айға ҡарап олоп ебәргәндәрендә үҙенең дә ҡушылып олоп ебәреүе тураһындағы ҡарһүҙ Ихсанбайҙың үҙ йөҙөн оҙаҡ йәшереп йөрөй алмаҫына ишара яһай.
Диңгеҙханы иҫән саҡта, киткән малдарын йәлләп буҙлап ултырғанында, Барсынбикә уға Хужа Насретдиндың ожмахтамын тип уйлаһа ла, тамуҡта булып сығыуы тураһында һөйләгән ҡарһүҙҙең асылы: бәндәләрҙең күңеле эҙләүҙән, көрәшеүҙән туҡтаһа, тормош тамуҡҡа әйләнә.
Мәҙинәнең Мирхәйҙәровҡа һөйләгән ҡарһүҙендәге алтын карауатҡа ҡунаҡты һалып йоҡлатҡан батша совет йәмғиәте ҡоролошон тос тасуирлай. Уйлап сығарылған ҡанундар арҡаһында Мәҙинә ирен юғалта, өләсәһенең психик ауырыуҙар йортона ябылыуы менән килешергә мәжбүр, Дауытының ғүмере лә бер-нисә тапҡыр ҡурҡыныс аҫтында ҡала.
Йән сирлеләр өсөн дауахананан дарыу үләндәре йыйырға һорап сыҡҡан Барсынбикә арыҫлан менән ғәрип төлкө тураһындағы ҡарһүҙҙе һөйләй. Арыҫлан кеүек ғорур булығыҙ, төлкөләй меҫкенлеккә төшмәгеҙ, тигән һабаҡ бирә ул.
Мистика. Хашим Ихсанбайҙың муйынын һыҡҡан саҡта мәрхүмә Гөлбаныуҙың уны туҡтатып ҡалыуы, Мөғлифәнең күрәҙәлек ҡылыуы – китап ситендәге яҙыуҙы Барсынбикәгә төбәүе, һәләттәренең Мәҙинәгә ҡалырына ишаралауы, Хөсәйендең айлы төндәрҙә иҫке йорт баҡсаһына игеҙәк малайҙарҙың уйнарға сыҡҡанын күреүе, Хашимдың Тәңребирҙе шишмәһе янында Гөлбаныу рухы менән осрашыуы, Барсынбикәнең бурама эсендә үҙен-үҙе йыйыштырып үлгән ҡатын-ҡыҙ һөлдәһен – Мөғлифә баҡшы һөйәктәрен күреүе, уның рухы менән һөйләшеүе, күп һорауҙарына яуап табыуы, Ихсанбайы тураһында мәғлүмәт алыуы кеүек ҡәҙимге аң менән төшөнөп етмәҫлек, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән генә аңлатырлыҡ күренештәр романда бик күп.
Бәндәбикә затлы Барсынбикәгә юғарынан бихисап мәғлүмәт бирелә. Ҡалмыҡтар килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡыуып алып киткәс, хәтерҙәренә кемдәр, ҡайҙан килгәндәр икәнен төшөндөрөп торор өсөн, уңайы сыҡһа уларҙы алып ҡасыр өсөн алыҫҡа юлланған өләсәһен күҙ алдына килтереүе ярҙам итә Барсынбикәгә күңеленең һынылышлы мәлдәрендә. Күкһылыуын (Гөлбаныуын – Г.Ҡ.), мәле еткәс Мәҙинә ейәнсәрен ҡурсып йәшәрен, ҡан хәтеренең көслө икәнен алдан уҡ иҫкәртеп ҡуя. Мәҙинәне һаҡлап үлгән Күкбүре Гөлбаныу сағылышын, йәш Күкбүре Мәҙинәне төҫмөрләтеп ҡуя. Был да ырыу ҡото, ырыу көсө тураһында һөйләй уҡыусыға.
Хөрәфәт. Сибәғәттең һөлдә өҫтөнә ерләнеүе фани доньяла яуызлыҡтар ҡылған әҙәмдең теге донъяла ла тыныслыҡ тапмаҫына бәйле һынамыш.
Халыҡ медицинаһы. Күкһыу өләсәһенең һыйыр елене шешһә лә, һарыҡ-кәзәгә сырхау төшһә лә, бер-берәүҙең балаһына рәнйеү ҡағылһа ла дауаһы килешеүе хаҡында хәбәр итә Барсынбикә.
Үләндәрҙең ҡайһыһын йоҡола сағында, бәғзеһен ысыҡ кипкәс, үҫемлектән рөхсәт һорап, татран-доғаһын әйтеп кенә йыйырға кәрәклекте еткерә беҙгә яҙыусы Барсынбикә ауыҙынан.
Мөғлифә (асылда Барсынбикә – Г.Ҡ.) әбейҙән Флоридаға ҡот ҡойҙороу, ҡыҙҙы һауыҡтырыу әмәле әсәһе Мәликәнең төшөнә инеүе, Флориданың көсөк булып саҡырып, Лидия Николаевнаны әжәл тырнағынан тартып алыуы – барыһы ла халыҡ медицинаһы сараларын яҡшы белгән яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың әҫәрендә урынлы ҡулланылыш тапҡан.
Традицион башҡорт аш-һыуҙары ла сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы бер сара: Тирәкле ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ҡурмас ҡыҙҙыра, талҡан майлай, буҙа ҡайната, ҡыҙыл эремсек төшөрә, бишбармаҡ бешерә, ҡымыҙ бешә һ.б.
Талморонда үткән һабантуй, Тирәклеләге Ҡарға бутҡаһы кеүек милли байрамдарыбыҙ романда урынлы сағылыш таба.
Ер аҡтарҙыҡ һабан менән,
Тапап йөрөнөк табан менән... – кеүек һамаҡтар әҫәр туҡымаһын һутлы, ҡотло итергә булышлыҡ итеүсе биҙәктәрҙән.
Ҡобайырҙарҙан килгән традициялар “тубылғылай һинең тоҡомоңдан, кесерткән тамырылай таралған минең тоҡомомдан” һ.б. һүҙбәйләнештәрҙә сағыла. “Иленән кителеп, ситтәрҙән сителеп” кеүек һүҙбәйләнештә иһә боронғо төрки шиғриәтенән үк килгән аллитерация алымын төҫмөрләргә мөмкин.
Фольклорҙың әҙәбиәткә йоғонтоһон романда урынлы ҡулланылыш тапҡан мәҡәл-әйтемдәр миҫалында ла байҡап үтәйек: Яман ҡатындан яр биреһе ҡасҡан (Сәбиләгә ҡарата – Г.Ҡ.). Бәндәнән һорау алма – яуап үҙе килер. Ғүмерең ағышы – аҡылың табышы булыр. Ҡарғыш ике осло. Йәшләй нужа баҫһа, йәшел дә генә көйө кибәһең икән шулай. Ат яҡшыһы – арҡанда, ир яҡшыһы – тарханда. Һыбайлының күңеле төшөнкө булһа, аты сапмаҫ булыр. Бер бисәнең хәйләһе ун дөйәгә йөк булыр (Саяфтың Нәғимәһенә ҡарата – Г.Ҡ.). Яман ағасҡа аҫылынғансы, яҡшы ағас үҙеңде баҫһын. Уҫаҡ ағасында алма үҫмәй. Иҫке йөрәк – яңы дәрт. Тоҡомона оҡшамаһа, кешенең арты ҡыйыш була, ти (Сәмәрәгә ҡарата – Г.Ҡ.). Эттән ҡалғанды арыҫлан еймәҫ. Алғыш алыу менән ҡарғыш алыу бер түгел.
Ғөмүмән, бар персонаждар араһынан Саяфтың телмәре мәҡәл-әйтемдәргә бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Романда әҫәрҙең төп идеяһын образлы рәүештә һыҙыҡ өҫтөнә ала торған конкрет әҙәби сара рәүешендә бирелгән художестволы деталь уңышлы ҡулланыла. Ул – Мәҙинәгә әсәһенән ҡомартҡы булып ҡалған фирүзә ҡашлы алтын беләҙек. Беләҙектәрҙең береһе Бәндәбикә өләсәһендә, икенсеһе Барсынбикә ҡулында булған. Төрмә һаҡсыһы ҡулдарына бирелгәненең аҙаҡ урау юлдар менән Мәҙинәгә кире ҡайтыуы ырыу ҡотоноң кире ҡайтырына өмөт бирә. Бәндәбикә ҡулындағыһы Мөғлифә баҡшы ҡулына эләгеүе уның ҡалмыҡтарға әсир төшкән өләсәһе тоҡомонан булыуын асыҡлай. Шулай итеп, ике беләҙектең дә Мәҙинәгә ҡайтыуы – әруах өләсәләренең һәм Барсынбикәнең көсө тулыһынса Мәҙинәгә күсеүенә ышаныслы дәлил.
Мәликәнең Әйүпкә, Саярҙың Көнһылыуға, Күкһылыуҙың әсәһенә яҙған хаттары, Барсынбикәнең Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән ташҡа әйләнгән тоҡомдаштарын Хаж юлында осратырға өмөтләнеп юлға сығыуы тураһындағы мәктүбе әҙәбиәтебеҙҙә күптән нығынған эпистоляр стилдең күркәм сағылышы, авторҙың ваҡиғаларҙы төрлө саралар менән оҫта итеп тасуирлау алымдарының береһе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, һүҙ оҫтаһы Таңсулпан Ғарипова үҙен башҡорт фольклоры традицияларының айырым өлгөләрен “Бөйрәкәй” романында урынлы, уңышлы файҙаланып, һүҙ ҡотон, тел ҡөҙрәтен киләсәк быуындарға тапшырыусы һәләтле әҙибә итеп танытты.