Ҡыҙыбыҙ балалар баҡсаһын тамамланы. 24 майҙа хушлашыу тантанаһы булды. Дөрөҫөрәге, балаларыбыҙ сабый сағы менән хушлашты. Үҙҙәре әле аңламаһа ла, мәңгелеккә хушлашты.
Уларҙың туған телебеҙҙә йырлағанын, бейегәнен, шиғыр һөйләгәнен күреп күҙҙәргә йәш эркелде. Балаларының башҡортса балҡығанын күреп, бигерәк тә башҡа милләттән булған ата-әсәләр
ҡыуанды. Улар: «Минең балам башҡортса шиғыр һөйләй, йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡумыҙҙа ла уйнай белә. Был бит бик шәп, беҙ уларҙы ошо балалар баҡсаһы на алып килеп, бик күркәм сифатта
рын астыҡ...» — тигән һүҙҙәрен әйтте. Был һүҙҙәрҙе улар ихлас әйтте.
Беҙ тағы ла шуға ла шаһитбыҙ: башҡа милләттән булған күп кенә ата-әсәләр балаларын фәҡәт башҡорт мәктәптәрендә һәм гимназияларында уҡытҡыһы килә. Был хәлде башҡорт мәктәптәрендә һәм гимназияларын да тәрбиә эшенең яҡшы ҡуйылыуы, халыҡ педагогикаһы нигеҙендә алып барылыуы менән аңлатырға булалыр. Тик бына ундай атаәсәләрҙең ҡайһыберҙәренең балаларына дәүләт теле сифатында ни өсөн башҡорт телен өйрәт кеһе килмәүе генә аңлашылмай. Тимәк уларға телебеҙ түгел, тәртибебеҙ генә кәрәкме? Телһеҙ тәртип буламы?