Бөтә яңылыҡтар
10

Аҡыллы һәм шаян ағайым...

(Яҙыусы С. Шәрипов тураһында иҫтәлектәрҙән) Д.М. РӘХИМОВ, педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ғафури районының почетлы гражданины

Аҡыллы һәм шаян ағайым...
Аҡыллы һәм шаян ағайым...

… Элек Баҡыйҙан Белоретҡа барыу үҙенә күрә һынау, бер тәүлек ваҡыт талап итә ине. 25 саҡрым самаһы урынлашҡан Егәҙе ҡасабаһына Ботай ауылы аша күп осраҡта йәйәү барырға, киске сәғәт етелә тар колеялы тимер юлына килгән ике вагон таҡҡан паровозға ултырып, Туҡан ҡала тибындағы ҡасаба аша Белореттың «Нура» станцияһына килеп төшкәндә иртәнге сәғәт һигеҙтбула торғайны. Заманында граждандар һуғышы тураһында күп кинофильмдар, иң билдәлеһе «Вечный зов», төшөрөлгән тар колеялы тимер юлы юҡ инде хәҙер.

Май аҙаҡтарында Сабир ағай менән Белоретҡа юлландыҡ. Мин педучилищела уҡыйым, Сабир ағай Баҡый мәктәбендә эшләй ине. Сәфәребеҙ күңелле генә башланды, һөйләшә-һөйләшә,тәбиғәткә һоҡланып, Ҡужай йылға буйын бер тынала үтеп, Олоғорҙоң текәһендә ял итергә ултырҙыҡ. Ҡоштар һайрай, муйыл сәскә атҡан саҡ, хуш еҫтәр килә. Ҡаршыла мөһабәт ҡарағай үҫеп ултыра. «Абдрахман олатайҙың солоғо ул, әле бишәүһе күренә, өс тиҫтәгә яҡын булған», – тип аңлатма бирә Сабир ағай. Олоғорҙо әйләнеп төшкәйнек, Ҡуртиҙе утарына килеп сыҡтыҡ. Бында Исхаҡ бабай йәшәгән, хәҙер өй буш тора. Ҡыҙыҡһынып өйҙөң ишеген асып ҡараныҡ, иҙән уртаһында йомарланып ҙур ғына йылан ята, ҡасырға мәжбүр булдыҡ. Аяҡ аҫтына ҡарай-ҡарай атлайбыҙ. Ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ осраһа, тәмләп ашай-ашай китеп барабыҙ. Еҙем йылғаһын ағас күпер аша сыҡтыҡ. Арба юлынан атлауы ҡыйын, шуға Сабир ағай Ташуй аша һуҡмаҡ

юлдан алып китте. «Бынан Ботайға туранан-тура барып төшәбеҙ», – тип белдерҙе. Бормалы һуҡмаҡ юлдан текә ерҙәрен үтеп, Елмерҙәк һыртында ял итеп ултырабыҙ. Тауҙың исеме нимәне

аңлатыуы тураһында бәхәсләшә башланыҡ. Сабир ағай «ташҡа» яҙмаҫлыҡ фаразын килтереп сығарҙы. Көлөшөп алғайныҡ, күңел күтәрелеп китте, арыу ҙа онотолдо. Һуңыраҡ, минең курсташ,

халыҡ шағирәһе Гүзәл Ситдиҡова, япраҡ елберҙәп тора, шунан килеп сыҡҡан «Елмерҙәк» исеме тип аңлатма бирҙе. Минеңсә, Сабир ағайҙың фаразы ҡолаҡҡа ятышлыраҡ, тик «ташҡа»

баҫып булмай шул. Артабан Ташуйҙан түбәнгә табан атлайбыҙ, ғәжәп күренеш асыла. Төрлө ҙурлыҡтағы таштарҙан киңлеге 20'40 метр самаһы Ел мерҙәктең нигеҙенә тиклем һуҙылған

таш йылғаһы ағып ятҡан һымаҡ. Ғалимдар үҙҙәренсә аңлаталар, ә Сабир ағай менән мин йыһан киңлегенән килгән «йәшел кешеләр» төҙөгән тигән уртаҡ фекергә килдек.

Ботайҙа билдәле шәхес Шәйхулов Нурислам ағай Сабир ағайҙы ҡолас йәйеп ихлас ҡаршы алды. Ағай алдан иҫкәрткән, һуңынан белдем. Өҫтәл әҙер, аш'һыу мул, «мәйе» лә бар. Ашап алғас, Нурислам менән Сабир ағайҙарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалдым. Яныбай Хамматовтың алтын приискаһы тураһындағы романын тикшерәләр. Ташуйҙа ла алтын булырға тейеш, тапһаҡ, ҡустыға ла өлөш сығарырбыҙ, тип уртаҡ фекергә килделәр. Сабир ағайҙы, поезға һуңлайбыҙ бит, тип ҡабаландыра башланым. Борсолма, өлгөрәбеҙ, ҡустым, тип ҡыҙып алған ағай йорт хужаһы менән икенсе темаға төшөп киттеләр... Егәҙе тимер юл станцияһына килеп еткәндә, паровоз ҡара төтөнөн борхотоп, тауышын әсе ҡысҡыртып, китеп бара ине. Йүгереп тә ҡараныҡ, файҙаһыҙ.

Тепловоз, тепловоз, китмәсе, китмәсе, Йөрәгемә ут һалмасы, Килсе, килсе яныма, һылыу ҡыҙ, – тип Сабир ағай ҡысҡырып йырлап, ҡул болғап ҡалды.

Ике тәүлек тигәндә, Белоретҡа барып еттек. «Ҡайғырма ҡустым, үткәндәрҙе онотоп, иртәгәһен уйлап, бөгөнгө көн менән йәшәйек», – тип тынысландырҙы ул.

Һабантуйҙа

Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, БДУ-ға ситтән тороп уҡыу бүлегенә еңел генә уҡырға индем. Бер ай июнь айында «установочная сессия»ла ҡатнашырға кәрәк ине.

Квартира юҡ, йоҡлау урыны табырға кәрәк. Ятаҡтарҙан урын бирмәйҙәр, ҡунаҡхана ҡыйбат... Уйға батып, университеттың мәрмәр күтәрмәһендә баҫып торам. «Ҡустым, сәләм!», – тип берәү

ҡулын яурыныма һалды. Әйләнеп ҡараһам, Cабир ағай! Йылы күрештек, ҡосаҡлашып алдыҡ. Маҡтап алды, проблемамды белгәс: «Ҡустым, мин бер бүлмә снимать итәм, беҙҙең менән торорһоң, аҙыҡ-түлеккә лә мохтаж түгелмен. Бер генә шарт: иртәрәк йоҡлап китерһең», – тип шаяртып өҫтәне.

Бәләкәй генә бүлмәлә ағай менән еңгә ҙур булмаған карауатта, ә мин фатир хужаһының пружинаһы ҡаҡшап бөткән иҫке диванында йоҡлайбыҙ. Тамаҡ былай һыйлы булды.

Ул ваҡытта Cабир ағай «Cовет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй башлағайны. Ял көнө алыҫ булмаған бер алдынғы райондың һабантуйын яҡтыртырға командировкаға

ебәрҙеләр. Редакция машина биргән, урын бар тип мине лә эйәртте, эш ҡағыҙҙарын тотоп йөрөрһөң, тип ҙур ғына папка тотторҙо. Район етәкселеге Cабир ағайға ул ваҡытта саҡ модаға ингән бүләктәр һалынған пластик пакет бирҙек, ул миңә лә һорап алды. Һабантуйҙың тантаналы өлөшө бөтөп, бер аҙ концерт ҡарағас, тирмәлә һыйланып алдыҡ. Артабан оҙатып йөрөүсе иптәш

менән бәхәсләшә'бәхәсләшә ат сабышын ҡараныҡ. «Минең ҡола айғыр беренсе килде», – тип Cабир ағай һүҙен бирмәне. Cпорт ярыштарын бирелеп ҡарайбыҙ. «Эх-х, үҙем дә көрәшер инем,

ярамай шул», – тип үкенеп ҡуя. Cиттәрәк, ҡыҙмаса булып алған йәштәр, нимәлер бүлешә алмай ҡысҡырышып һуғыша башланы, йоҙроҡтарын уйнатып баҫтырышалар, берәүһе аяҡ менән дә оҫта тибешә. Cабир ағай, түҙеп тормай, милиционерҙар менән тәртип урынлаштырырға тотондо. Ығы-зығы бөткәс, тынысланып, хәл алабыҙ.

Һөҙөмтәлә ағайыбыҙҙың бите күгәргән, ҡулы һыҙырылған, оҙатып йөрөүсе вәкилгә лә ныҡ ҡына эләккән. «Минең тәнем эттеке һымаҡ ул, яралар тиҙ уңала. Бына еңгәң бүләк иткән затлы күлдәк йыртылған, шуныһы йәл», – тип үкенеп ҡуйҙы Cабир ағай.

– Ярай, ҡайғырмайыҡ. Ҡустым, кисәге һалдат өшөмәй ул, сис курткаңды!

Мин кейәм, кеше араһында йыртыҡ күлдәк менән йөрөп булмай бит, – тип өҫтәне. Бер көн үткәс, тәьҫораттар менән уртаҡлашабыҙ. Мәҡәләһенә ыңғай баһа биргәндәр, мажараларҙы ишеткәс, коллегалары тыйыла алмай көлгән. Редактор, журналист этикаһын боҙғанһың тип, шелтә биргән.

Cабир ағай үҙе күргән тәртипһеҙлектәргә битараф ҡалманы, кешелекле һәм ярҙамсыл булды.

Армияға оҙатыу

Белорет педучилищеһын бөткәс, Бөрйән районы Аҫҡар ауылында уҡытырға тура килде. Йүнәлтмә буйынса килгәс, мәктәп директоры Аратов Самат Шығайып улы ике йыл мәжбүри

эшләтте, армияға һуңлап киттем. Яҙғы юл өҙөклөгө, транспорт та юҡ, шул сәбәпле Белорет районында урынлашҡан тыуған ауылым Баҡыйға ҡайтып тормай, Аҫҡарҙан армияға китергә булдым. «Атай-әсәйгә хеҙмәт итә башлағас, хат яҙырмын әле», – тип үҙемде йыуаттым.

Бәхеткә ҡаршы, Сабир ағай һәм Зәйтүнә еңгә, алты айлыҡ ҡыҙҙары Сулпан менән туғандарының туйына килеп төштөләр. Минең хәлде белгәс, Сабир ағай: «Ҡустым, борсолма, гөрләтеп оҙатасаҡбыҙ, беҙҙең менән туйҙа ла йөрөрһөң», – тип белдерҙе. Туй бик күңелле үтте: Сабир ағай баянда уйнай, йырлап та ебәрә, Зәйтүнә еңгә бейей бейей, төрлө уйындар ойоштора. Туйға йәм биреүсе улар булдылар. 

Элегерәк билдәле әҙәбиәт шәхесе Тимер Йосопов та ошо ауылда уҡытып, әрме сафтарына киткән, уны һыбай оҙатҡандар. Мине туй кешеләре менән йөк машинаһына ултыртып, бөтә ауыл

халҡы оҙатып ҡалды, мәктәп коллективы бигерәк тә әүҙемлек күрһәтте. Бөрйәнгә яҡын бер ауылда еңгәнең туғандарында ҡундыҡ. Иртәгәһенә, 3 май көнө, Зәйтүнә еңгә мине, һуңынан

Сабир ағайҙы, Дәриғәт армияға һуңлай бит, – тип төрткөләп уятты. Сабир ағай машина һорап, райкомға шылтыратты.

Иҫке Собханғолдоң тау башында урынлашҡан аэродромына райком секретарының еңел машинаһында килеп төштөм. Военкоматтан оҙатыусы офицер мине хәрбиҙәрсә сәләмләп, аяғүрә баҫып ҡаршы алды...

Рәхмәт Сабир ағай менән Зәйтүнә еңгәгә. Ошо ваҡиғалар йыш иҫкә төшә, бер ҙә онотмайым.

Бесән сабыу

Баҡый ауылы тауҙар менән уратып алынған, сабынлыҡтар Оло Шешәнәк, Еҙем йылғалары буйында, ауылдан йыраҡ ҡына, шуға күрә бесәнде ҡуна ятып эшләй торғайныҡ. Сабир ағай ҡустылары Дауыт, Рөстәмде алып, бесән сабырға йыйынды. Ағайҙың атаһы Нәғим бабай ҡола бейәне егеп, арбаға бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе һалды, әсәһе Ғәлиә инәй аҙыҡ-түлек тултырған тоҡтарҙы арбаға сығарҙы, бәрәңге, макарон күп итеп һалғанмын, ит кенә булманы, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Арбаға ултырып та өлгөрмәнек, йәй буйы егелмәгән бейә юрттырып сығып та китте, дилбәгәне тартып, Сабир ағай атты саҡ тыйып бара. Ауылды сыҡҡас та, Йыуанташҡа һуғылып Шешәнәк йылғаһы аға. Кисеүгә бейә ҡапыл килеп төштө, йөҙөп йөрөгән бер оя ҡаҙҙарҙың береһе арба аҫтында ҡалды.

Ҡанаты имгәнгән, тәпәйҙәре иҙелгән, Сабир ағай балта һорап алды ла ҡаҙҙы салып ебәрҙе. Тиҙ генә иҫке куфайкаға төрөп арбаға һалдыҡ. Сабир ағай: «Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған

юлына, – тине. Бына итле лә булдыҡ, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Сабынлыҡ ун километр алыҫлыҡта Уҫман туғайында урынлашҡан. Һәр бер кисеүҙә балыҡ тотабыҙ. Ағай уратып алған ҡаяларға, үҫкән шыршы урмандарына ҡарап тора ла, ниндәй матурлыҡ, – тип өҫтәп ҡуя. Сабынлыҡҡа килеп еткәс, тиҙ генә ҡыуыш ҡорабыҙ, сәй ҡайнатабыҙ, беҙ, малайҙар, эргә- тирәһен саба башлайбыҙ. Сабир ағай ҡаҙ менән мәшғүл, йөнөн йолҡто, эсен таҙартты, ҡаҙанға һалып та ебәрҙе. Эңер төшкәнсе бесән саптыҡ, киске ашҡа ултырҙыҡ, ҡаҙ ите шул тиклем тәмле булды, һурпаһында бешкән бәрәңгене лә яратып ашаныҡ. Йоҡларға ваҡыт еткәс, Сабир ағай арбанан гармунын алды ла уйнап ебәрҙе. Күмәкләшеп йырлап та, бейеп тә алдыҡ. Беҙ йоҡлап киткәндә, Сабир ағай ҡараштарын

алыҫҡа төбәп, хистәргә бирелеп, һаман да гармунда уйнай ине әле. Иртәгәһенә бесәнде сабып бөткәс, бик арығанбыҙ, арбала һөйләшмәй генә ҡайтып барабыҙ. Ауылға етер алдынан

Сабир ағай телгә килде: «Малайҙар, ҡаҙ тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, әллә нимә уйларҙар», – тип өҫтәп ҡуйҙы. Ҡайтҡас, атты дуғарып, әйберҙәрҙе йыйыштыра башлағайныҡ, Ғәлиә инәй аласыҡтан килеп сыҡты ла, Сабир, бар, малайҙарың менән йылға буйын ҡарап кил әле, кисәнән бирле бер ҡаҙым ҡайтманы, аҙашып йөрөйҙөр, – тине. Беҙ телһеҙ ҡалдыҡ...

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: