Ейәнем Таһирға
Бөгөн һинең теүәл ун биш йәшең,
Һин – Ватандың тулы вәкиле.
Теүәл булһын теләк-маҡсаттарың,
Булмаһындар икеле-микеле!
Тәрбиәңә, тотош-йөрөшөңә
Бер һүҙебеҙ юҡ – афарин!
Әммә донъя бигүк ябай булмаҫ,
Тайып ҡуйма юлда, ҡара һин!
Хыялдарың тура юлдан илтһен
“Ғилем” тигән тауҙың үренә.
“Беренсе”лә – беренселәр булсы,
Рәми рухы һеңһен үҙеңә!
Киләсәгең, беләм, яҡты булыр,
“Таһир” исемлеләр – бик маһир.
Ил яҙмышы менән йәшәһәң һин,
Булырһың, тим, ысын баһадир!
***
Ейәнем Азаматҡа
Башҡортомдоң боронғо бер бейеүен
Өҙә баҫып, улым күрһәтте.
Ни арала ҡалай отоп алған,
Ҡайҙан алған бындай ғәйрәтте?!
Күҙҙәрендә осҡон уйнап китте,
Йөҙкәйенә ятты ҡырыҫлыҡ.
Яугир бабамдарҙы күреп ҡалдым,
Һаҡланғанын тойҙом ырыҫтың!
Туҡтап ҡалма, улым, баҫ, өҙҙөрөп,
Бейей белеү кәрәк ир-атҡа:
Бейегәндәр француз яуында ла,
Атланырҙан алда юртаҡҡа!
Билдәреңә, ҡуйсы, ҡулдарыңды,
Турараҡ тот кескәй кәүҙәңде.
Ҡаныңа һеңһә, рухы башҡортомдоң,
Ил күтәрер бер саҡ үҙеңде!
Ейәнем Моратҡа
Аяғымдан йыҡты, балам, һинең
Тағы ауырый, тигән хәбәрҙәр.
Сырхап тороуҙары ейәнемдең
Бәғеремде бигерәк өҙәләр...
Яныңдағы атай-әсәйеңдең
Йәнкәйҙәре нисек түҙәлер?!
Көн дә ялбарамын Хоҙайыма:
«Йөрәккәйем ҡасан төҙәлер?!»
Киҙеүҙәрең йәһәт үтеп китһен,
Уйнап йөрө, бүлмәң аҡтарып.
Ҡояш кеүек балҡыуыңды көтәм,
Үтер шул саҡ минең «Аһ!»тарым!
Уландарым, һеҙгә әйтәм...
Уяу булыу кәрәк һәр саҡ,
Йоҡламағыҙ аяҡ өҫтө.
Дуҫыңдан тыш дошман булыр,
Бик мәкерле һәм бик көслө.
Ил-йортоңа ул һыйыныр,
Татлы булыр һөйләр һүҙе.
Ҡуйынында таш йөрөтөр,
Ялтырап торор тыштан үҙе.
Ил тарихын онотмағыҙ –
Олатайҙар аманатын.
Бейеһәгеҙ сит-ят көйгә,
Килмәй ҡалмаҫ яманаты.
Сығармағыҙ һеҙ хәтерҙән
Ил һаҡлауың – изге бурыс!
Ир ҡорона кергәндәргә
Ул бит һәр саҡ булған фарыз.
Булам, тиһәң, ысын һаҡсы
Көсөң ташһын беләгеңдә.
Ҡаҡшамаһын бер ваҡытта
Ил тойғоһо йөрәгеңдә!