Бөтә ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә фиҙа ҡылған ғалим, филология фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлы ғы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 40-лаған моно графия һәм һүҙлектәр авторы, билдәле дәүләт эшмә кәре, йәмәғәтсе Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова, иҫән булһа, быйыл олпат ғүмер байрамын – 75 йәшлек юбилейын ҡаршылаған булыр ине. Арҙаҡ лы ғалимәнең ғилми, педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген яҡты хәтер менән иҫкә алыу, изге эштәрен барлау маҡсатында 2025 йылдың 20 февралендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мәғариф системаһында туған тел, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт: традициялар һәм инновациялар» тип аталған Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Был юғары уҡыу йортонда эшләгән йылдарҙа Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының тырышлығы менән нигеҙ һалынған башҡорт филологияһы факультетында ғалимәнең исеменә арналған кабинет асылды.
Фирҙәүеc Ғилмитдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында гүзәл тәбиғәтле Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуған. Уларҙың ғаиләһендә халыҡ яҙмышын, уның яҡты хыялдарын сағылдырған эпос, әкиәт, хикәйәт, ҡарһүҙ кеүек ауыҙ-тел ижады өлгөләре һәр ваҡыт яңғырап торған.
Балалыҡ йылдары ана шулай бай рухлы, ижади мөхиттә үтә буласаҡ ғалимәнең. Ғүмер үренә күтәрелгәс кенә Фирҙәүес Хисамитдинова бала сағының ни тиклем бәхетле булыуын, ошо мөхит уның алдағы тормошона, бар булмышына йоғонто яһауын аңлай. Ошо йәшәйеш туған телде һәм милләтеңде яратыу, уның тарихын өйрәнеү теләге уята, ҡыҙҙың күңеленә өгөт-нәсихәтһеҙ генә барлыҡ хистәрҙе: милли рухты, туған тел наҙын, туған моң нескәлеген бик ипле, әҙәпле һала алған. Бәләкәйҙән тырыш һәм ныҡышмал ҡыҙ тыуған ауылынан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ташбулат ауылында белем ала. Артабан Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда программанан тыш та әҙәби әҫәрҙәрҙе, бигерәк тә рус классикаһын, cит ил һәм көнсығыш әҙәбиәтен йотлоғоп уҡый.
Педагогия училищеһынан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Тыуған ауылында халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, әҙәбиәтте, тарихты өйрәнгән ҡыҙға уҡыу бик еңел бирелә.
Төплө белемле ҡыҙ артабан бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ Мәскәүҙәге Тел ғилеме институтының аспи рантураһына уҡырға инә. Артабан Ауырғазы районындағы Үтәймулла ауы лында һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә эшкә урынлаша, унда рус теле дәрестәрен алып бара. Артабан Өфөгә килеп, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1980 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы уңышлы яҡлай.
1985 йылда Ф.Ғ. Хисамитдинова үҙе тамам лаған Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында дөйөм һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эшләй башлай. 1987 йылда дөйөм кафедранан башҡорт филологияһы кафедраһы бүленеп сыға. Кафедра мөдире итеп филология фәндәре кандидаты, доцент Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова тәғәйенләнә. Ул йылдарҙа башҡорт филологияһы кафедраһы филология факуль тетында «башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте», «башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлек тәрендә белгестәр әҙерләүҙә төп көстәрҙең береһе була. 90-сы йылдар башында Фирҙәүес Хисамитдинова Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт филологияһы факультетын булдырыу идеяһы менән яна һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һала. 1992 йылда факультет беренсе курсҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, төрөк теле бүлегенә – 25, рус-башҡорт бүлегенә – 25, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә 25 кеше ҡабул итә. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова алдына заман яңы һы науҙар, яңы бурыстар ҡуя: уға баш ҡорт филологияһы факультеты деканы вазифаһы йөкмәтелә. Киләһе уҡыу йылында беренсе тапҡыр башҡорт-инглиз, башҡорт-немец төркөмдәре асыла.
Яңы асылған башҡорт фи лологияһы факультетының деканы булып, ең һыҙ ғанып эш башлай Ф.Ғ. Хисамитдинова. Яңы ғына барлыҡҡа килгән факультетта бик ҡыҫҡа ваҡытта уҡыу процесын
тейешле кимәлдә ойош тороу, уҡыу пландарын төҙөү, уҡыу планына ингән дисциплиналарҙың про граммаларын булдырыу, дәрестәр теҙмәһен төҙөү, махсус курстар асыу һәм башҡа барлыҡ хәстәрлектәр ята уның иңенә. Иң мөһиме – буласаҡ башҡорт теле уҡытыусыларының үҙ телендә һәр предметты аңлап уҡыуына өлгәшеү маҡсат итеп ҡуйыла. Яңы быуын белгестәре республиканың үҙенсәлектәре менән бәйле мәҙә ниәттең барлыҡ тармағын, халыҡ ижадын, башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, этнографияһын төплө белеүе, рухи байлығын, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әхлаҡ серләшә белеүе, сәнғәти уҡыуы, халыҡ педагогикаһын һыу кеүек эскән кадр булыуы менән айырылып торорға тейеш, тип иҫәпләй ғалимә.
Уҡыу процесын алып барыу өсөн рухлы уҡытыусылар йәлеп итеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Тәүге көндән студенттарҙа милли аң-тәрбиә ләү эшенә ҙур иғтибар бирелә.
Илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итерлек шәхестәр тәрбиәләү бурысы ҡуйылған коллективта милли рух булдырыу өсөн тейешле шарттар кәрәк була. Факультетҡа Зәйтүнә Шәрипова,
Лидия Нагаева, Әхәт Вилданов, Фәрүәз Сәйфуллин, Венера Урманцева, Әcхәл Әхмәтҡужин (Әхмәтхужа), Рауил Ниғмәтуллин, Юлай Псәнчин, Гөлнур Бохарова, Зилә Тепляшина, Самат Мөхәмәтйәнов һ.б. кеүек юғары зауыҡлы, мәҙәниәтле, ғилемле һәм рухлы йәш уҡытыусыларҙы эшкә саҡырып алалар. Кәрәк саҡта сит ил белгестәрен дә дәрес бирергә йәлеп итәләр.
Һанап үтелгән бөтә был ауырлыҡтарҙы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы ла йыҡлы үтә, башҡорт филология факультеты тиҙ арала алдынғылар рәтенә күтәрелә.
Ул ваҡыттағы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарихын бөтә аңлы ғүмерен фәнгә, мәғрифәткә бағышлаған профессор Ф.Ғ. Хисамитдиноваһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул бында юғары мәктәп системаһының бөтә баҫҡыстарын лайыҡлы үтә, һәр береһенең үҙенсәлектәрен үҙ иңендә татый. Етәкселек эшенең ваҡытты ни тиклем күп алыуына ҡарамаҫтан, Фир ҙәүес Хисамитдинова фән өҫтөндә эшләүен дауам итә, 1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Ф.Ғ. Хисамитдинова һәр студентта халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең киләсәген күрҙе, кемдәлер – мәктәп директорын, мәғариф бүлеге етәксеһен, кемдәлер – ғалим, ә бәғзеберәүҙә республикабыҙҙың мәғариф министрын күҙалланы. Һәр беребеҙҙе халҡыбыҙҙың ысын улы һәм ҡыҙы итеп күрергә теләне. Уҡытыусыбыҙҙың өмөтө беҙгә, студенттарына, үҙ көсөбөҙгә ышанырға ярҙам итте. Уның кәңәштәре, тормош тәжрибәһе бөгөн дә бик күптәребеҙгә өлгө һәм маяҡ булып тора.
1995 – 1998 йылдарҙа Ф.Ғ. Хисамитдиноваға Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһы йөкмәтелде. Яуаплы вази фала эшләй башлағас, ул иң беренсе һәр районда булып, мәктәптәр менән таныша.Үҙен борсоған һорауҙарҙы халыҡҡа, район һәм республика етәкселәренә еткерер өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ошо проблемаларҙы күтәреп сығыш яһай.
Министр булараҡ, финанс-иҡтисади, матди-техник, уҡыу-методик мәсьәләләренә, норматив-хоҡуҡи, ойоштороу-идара итеү, кадрҙар мәсьәләләренә, республика мәғарифының йөкмәткеһенә ентекле анализ яһап, Башҡортостан Республикаһының 1999 – 2003 йылдарға мәғарифты үҫтереү Концепцияһын һәм программаларын тәҡдим итә. Яңы концепцияға ярашлы, ауылдарҙағы авария хәлендәге һәм ҡалаларҙағы ике-өс сменала эшләгән мәктәптәр урынына яңы мәктәптәр төҙөү, төрлө сәбәптәр арҡаһында буш йәки ярым буш ҡалған ПТУ, балалар баҡсалары һәм башҡа биналарҙы мәктәп итеп биреүгә йүнәлеш алына.
Мәктәптәргә ремонт үткәреү, башҡорт гимназиялары асыу, ПТУ-ларҙың бихисап проблемаларын хәл итеү кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштәр башҡарырға тура килә.
1998 йылдан РФ Фәндәр академияһының Урал ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор урынбаҫары булып эш башлай. 2005 – 2016 йылдарҙа – уның директоры, тел ғилеме бүлеге мөдире, 2016 – 2023 йылдарҙа институттың ғилми етәксеһе була.
Тынғыһыҙ ғалимә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. 1994 – 1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың әүҙем депутаты була. 1996 – 2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. 2003 йылдан БР Хөкүмәте ҡарамағын дағы БР Дәүләт телдәре советы рәйесе, 2015 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары була.
Ф.Ғ. Хисамитдинованың фәндә үҙ һуҡмағы, концепцияһы, үҙ ҡарашы булды. Ғалимә ана шундай үҙенсәлеге менән дә бөйөк һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға, уҡыусыларға өлгө булып ҡала. Заманыбыҙҙың арҙаҡлы ғалимы, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғына түгел, байтаҡ ир-ат өсөн дә йәшәү өлгөһө булырҙай оло шәхес ул. Ысынлап та, Ф.Ғ. Хисамитдинова башҡорт тел ғилеменә ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән хеҙмәт итте, уға ярты быуат ғүмерен арнаны, бай фәнни һәм методик мираҫ ҡалдырҙы. Ғалимә – бик күп монографиялар, дәреслектәр, фәнни мәҡәләләр, уҡытыу программалары, һүҙлектәр авторы. Хеҙмәттәрендә ул башҡорт тел ғилеменең өйрәнелмәгән өлкәләрен яҡтыртты.
Фирҙәүес Хисамитдинованың фәнни ҡыҙыҡһыныу даирәһе бик киң: ул фонетика, лексикология, ономастика, лексикография, этно лингвистика, фольклор линг вистикаһы, этнографияһы, төрки телдәрҙең рухи мәҙәниәте һ.б. өлкәләрҙә әүҙем эшләй, ошо йүнәлештә белгестәр әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Ғалимәнең күп хеҙмәттәре ата-бабаларыбыҙҙың бай аҡыл хазинаһына, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, йолаларыбыҙға нигеҙләнгән. Уларҙы бер нисә йүнәлешкә бүлергә мөмкин:
1) башҡорт теленең тарихи фонетикаһы;
2) ономастика (ауылдар, ге ографик атамалар, кеше исемдәре тарихы);
3) этнолингвистика (мифологик лексика, донъяны тел материалдары аша танып белеү үҙенсәлектәре);
4) лексикография;
5) дәреслектәр, уҡыу әсбаптары һ.б.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын да Ф.Ғ. Хисамитдинова етәкселегендә «Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре», «Урал-Алтай: быуат тар аша киләсәккә», «Ҡала башҡорт тары» һ.б. темаларға арналған ғилми һәм ғилми-ғәмәли конференциялар даими үткәрелде. Ул Мәскәү, Силәбе, Ырымбур, Санкт-Петербург, Өфө ҡалалары ғалимдары менән тығыҙ бәйләнештә эш ләне; сит республикаларҙан һәм илдәрҙән билдәле ғалимдарҙы йәлеп итеп, институт коллективы менән күп проект тарҙы тормошҡа ашырҙы.
Улар араһында 15 томлы «Башҡорт хал ҡының тарихы», ун томлы «Башҡорт теленең академик һүҙлеге» кеүек фундаменталь хеҙмәттәр бар.
Башҡорт телен донья кимәленә күтәреү, күрһәтеү маҡсатында Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге форумдарҙа йыш сығыш яһаны.
Ф.Ғ. Хисамитдинова – фәндә лә, уҡыу-уҡытыу эшендә лә, йәмғиәт тормошонда ла ҡайнап йәшәне, «милләт», «тел», «тыуған ер» – уның өсөн иң изге төшөнсәләр булып торҙо. Уның фиҙәкәрлегенә, фәнни ҡыйыулығына, оригиналь фекер йөрөтөүенә хайран ҡалырлыҡ. Һәр хеҙмәте быға дәлил, улар бығаса билдәһеҙ, бөтөнләй асылмаған фән донъяһына алып килә. Ғүмер юлын, гүйә, йәшендәй йәш нәп үткәргән, үҙ артынан яҡты эҙ ҡал дырған, халҡы өсөн янып йәшәгән та лант эйәһе Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинованың ғилми һәм методик мираҫы, эшләгән изге эштәре халҡыбыҙ, телебеҙ мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер, ә ул асҡан һәм тәүге деканы булған факультетыбыҙ республикабыҙҙы милли мәғарифына тоғро, белемле, киң даирәле, тырыш, заман менән бергә атлаған кадрҙар менән тәьмин итер тигән өмөттәбеҙ.