Башҡортостан Республикаһында бер нисә йыл рәттән урта махсус һөнәри уҡыу йорттары араһында Һөнәри оҫта лыҡ буйынса чемпионат үтә. Профессионалдар чемпионаты хәрәкәте конкурсанттарҙың компетенцияла рын күрһәтеүгә һәм билдәле бер иҡтисади өлкәлә «продукттар» прототиптарын формалаштырыу буйынса эшкә йүнәлтелгән ярыштар сараһы булып тора.
Һөнәри оҫталыҡ чемпионаттарын ойоштороу һәм үткәреү, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарын оператив һәм һөҙөмтәле кадрҙар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү юлы менән эшсе һөнәрҙәрҙең әһәмиәтенһәм абруйын күтәреүгә, йәштәрҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеүсе шарттар һәм мотивация системаһын булдырыусы сара. Нефтекама нефть колледжы базаһында икенсе йыл рәттән «Һөнәри эшмәкәрлектә дәүләт телдәре» компетенцияһы үткәрелә. Ойоштороусылар Нефтекама нефть колледжының башҡорт теле уҡытыусылары: Әпҡәҙиров Венера Ҡасим ҡыҙы, Ахунова Гүзәл Заһит ҡыҙы, Йәһүҙина Айгөл Салауат ҡыҙы, Мөхәмәтханова Гөлсәсәк Фәдис ҡыҙы, Саҙрыева Айһылыу Рево ҡыҙы. Быйыл компетенцияла бөтә республи канан 12 конкурсант ҡатнашты (Өфө урман хужалығы техникумы, Стәрле тамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы, Күмертау педагогия колледжы, Нефтекама машиналар төҙөү колледжы, Өфө яғыу
лыҡэнергетика колледжы, Нефтека ма педагогия колледжы, Стәрлетамаҡ политехник колледжы, Өфө тармаҡ технологиялары колледжы, Нефтекама нефть колледжы, Өфө сауҙаиҡтисад колледжы, Өфө статистика, информа тика һәм иҫәпхисап техникаһы колледжы, Туймазы дәүләт юридик колледжы). Глобалләшеү һәм интеграция шарттарында белгестәрҙең һөнәри күнекмәләргә генә түгел, тел компетенцияларына ла эйә булыуы мөһим, был уларға күп телле мөхиттә һөҙөмтәле аралашырға һәм эшләргә мөмкинлек бирә. Компетенция башҡорт телен популярлаштырыуға, уны профессиональ өлкәлә ҡулланыуға булышлыҡ итә, был бигерәк тә башҡорт телле мөхиттә көнүҙәк. Һөнәри күнекмәләргә заман са талаптар эшлекле хат алышыу һәм
аралашыу алып барылған телде белеүҙе үҙ эсенә ала. Конкурс ошо талаптарға яраҡлашырға ярҙам итә. «Профессиональ эшмәкәрлектә дәүләт телдәре» компетенцияһы буйынса Төбәк чемпионатын үткәреү белгестәр араһында тел компетенцияһы кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән мөһим сара булып тора. Конкурстың маҡсаттары: дәүләт телен (башҡорт телен) белеү кимәлен
күтәреү, ҡатнашыусыларҙың тел күнекмәләрен яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыу, ҡатнашыусыларҙы үҙ про фессиональ эшмәкәрлегендә дәүләт телен (башҡорт телен) өйрәнеүгә һәм ҡулланыуға дәртләндереү.
«Һөнәри эшмәкәрлектә дәүләт телдәре» компетенцияһы РФ Хеҙмәт министырлығының 2022 йыл 9 мартында №109н приказы менән раҫланған «Персонал менән идара итеүсе белгес» профстандартына нигеҙләнгән. Был профстандартҡа нигеҙләнеп конкурс эштәре төҙөлә. Ҡатнашыусылар ике көн дауамында (8 сәғәт) өс модуль үтә.
Етәкселәр барыһы ла эксперт. Эш төрҙәренә туҡталып китәйек. Модуль А. «Эшкә ҡабул иткәндә дәғүәсе менән әңгәмә ойоштороу» тип атала. Модуль ҡатнашыусыларҙың телмәр байлығын тикшереүгә, уйлау һәләтен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Һөнәри эшмәкәрлектә килеп сыға торған хәлдәрҙән сығып конкурсант 5 ситуаци он һорауға яуап бирергә тейеш. Мәҫәлән, һеҙ секретарь. Етәксегеҙ ашығыс документ әҙерләргә һәм баҫтырырға ҡушты.
15 минут дауамында документ өҫтөндә эшләйһегеҙ, уны баҫтыра башлағас, компьютер туҡталып ҡала. Тап ошо ваҡытта етәксегеҙ ашығыс рәүештә до кументты килтереүҙе талап итә. Һеҙҙең
ғәмәлдәрегеҙ?
Модуль Б (1). «Эште дәүләт телдәрендә документация менән тәмьин итеү» тип атала. Дәүләт телдәрендә документация һәм хеҙмәт хаттарын алып барыу компьютер артында эшләнә. Сәғәт ярымваҡыт бирелә. Бирелгән текст буйынса ойошманың фирма бланкаһын дәүләт стандарттарына ярашлы итеп эшләргә кәрәк. Миҫал. Әминев Мостафа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим урамы 96 сы йортта урын лашҡан “Нур” асыҡ акционерҙар йәмғиә тендә эшләй. Ойошманың индексы – 456987, эш телефоны – 8(347)2388765.
Эшлекле мөрәжәғәтегеҙ булһа, уны amRB102@yandex.ru электрон адресына ебәрә алаһығыҙ. Был фирма тураһында бөтә булған мәғлүмәтте http://www.Nur.
ru сайтында табырға мөмкин. Кәрәкле мәғлүмәтте унда таба алмаһағыҙ, йәм ғиәттең идентификацион номеры – 0264994318, иҫәпкә ҡуйыу сәбәптәренең коды – 026481452, предприятиелар һәм
ойошмаларҙың дөйөм Рәсәй классифи каторы – 00126721, төп дәүләт теркәү номеры – 1021234398034. (Конкурсанттың эше) Модуль Б (2). «Эште дәүләт телдәрен дә документация менән тәмьин итеү» тип атала. Компьютер артында эшләнелә.
Модулде үтергә сәғәт ярым ваҡыт ҡаралған. Конкурсант бирелгән текст, приказдар төҙөү стандартына нигеҙләнеп приказ төҙөргә тейеш. Миҫал. Бөгөн (10.02.2025) ААЙ «Башсайт» компани
яһының генераль директоры Исламов Салауат Ирек улы Ғәлиева Айһылыу Ҡәҙим ҡыҙын баш бухгалтер итеп бух галтерия бүлегенә билдәһеҙ срокка (ваҡытҡа) эшкә алды. Эш хаҡын тарифҡа
ярашлы 50 000 (илле мең) һум тип бил дәләне, ай һайын 10 000 (ун мең) һум өҫтәмә эш хаҡы түләргә ҡарар итте. Ике ай һынау срогы бирелде. Приказ менән Ғәлиева А.Ҡ. 11.02.2025 танышты. Хеҙ мәт килешеүе №432/40. (Конкурсанттың эше) Модуль В. «Тәбәк халыҡтарының этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға йүнәл телән интелектуаль уйын» тип атала.
«Башҡорт телем – ғорур илем» тип исемләнгән квизуйын. Был модулдә ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, башҡорт теленең грамматикаһын белеү тикшерелде.
Модулдәрҙе һәр студент үтәп сыға алды. Ике көн дауамында барған көсөргәнешле ярыштан һуң еңеүселәр билдәләнде: I урында – Гамимлов И. – етәксеһе Ахунова Г.З. (Нефтекама
нефть колледжы), II урын Әбделмәнов Х. – етәксеһе Әминева Ф.С. (Өфө яғыу лыҡэнергетика колледжы), III урын Ҡорбанова А. – етәксеһе Арҫланова Р.Ф. (Күмертау педагогия колледжы)
һәм Кинйәғолов И. – етәксеһе Ғабдел мәнова А.З. (Өфө урман хужалығы техникумы).
Башҡорт телен сәнәғәт өлкәһендә ҡулланыуҙы хуплаған бағыусылр ҙа булды. «Башфонд» ойошмаһы, «Мосафир» тәбиғи күндән эшләнгән әй берҙәр магазины ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улы еңеүселәрҙе конгресс-холл сәхнәһендә дипломдар менән тәбрәкләне.
Яңы компетенцияны индереү хеҙмәт баҙарында колледжды тамамлаусыларҙың конкурентлыҡ һәләтен арттырасаҡ, РФ субъекттарының дәүләт телдәрен белеү кимәлен күтәреү өсөн шарттар булдырасаҡ,колледжды тамамлаусыларҙа Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирамлы мөнәсәбәт булдырасаҡ. «Профессиональ эшмәкәрлектә дәүләт телдәре» компетенцияһы буйынса төбәк чемпионатын үткәреү белгестәр өсөн профессиональ эшмәкәрлектә тел компетенцияһын күтәреүгә йүнәлтелгән мөһим сара булып тора. Башҡортостан Республикаһы даими үҫеш һәм камил лашыу төбәге, тыуған Республикабыҙҙы яҡшыраҡ, ә илде көслөрәк итеү беҙҙең ҡулыбыҙҙа!