Бөтә яңылыҡтар

Лариса Абдуллина. Ҡышҡы этюд

Һис асылмаҫ серҙәр бар ул Биләмәһендә ҡыштың. Нимәһе ҡыҙыҡ һыуыҡтың?.. тигән хәбәр ҙә буш ул... Зәһәр заттан ҡышҡы селлә, Зыҡ ҡуба ярһыу буран! Көрт аҫтында ҡалған юлдар, Дауылда ҡалған урам. Әллә ниндәй көйҙәр өзләй Төньяҡтан иҫкән елдәр. Аҡ ҡарҙан хасил ҡәлғәләр, Тәҙрәлә - йондоҙ-гөлдәр. Бәхет булып яуа ҡарҙар, Ҡарҙар яуа ҡот булып! Усҡа ҡунған ҡар бөртөгө Ҡабынғандай ут булып!.. Сафлыҡ булып йәнгә тула Һалҡыны ғинуарҙың. Ҡышта ғына һала миҙгел Ап-аҡ ҡалын диуарҙы. 2014.

Лариса Абдуллина. Ҡышҡы этюд
Лариса Абдуллина. Ҡышҡы этюд

Һис асылмаҫ серҙәр бар ул
Биләмәһендә ҡыштың.
Нимәһе ҡыҙыҡ һыуыҡтың?..
тигән хәбәр ҙә буш ул...

Зәһәр заттан ҡышҡы селлә,
Зыҡ ҡуба ярһыу буран!
Көрт аҫтында ҡалған юлдар,
Дауылда ҡалған урам.

Әллә ниндәй көйҙәр өзләй
Төньяҡтан иҫкән елдәр.
Аҡ ҡарҙан хасил ҡәлғәләр,
Тәҙрәлә - йондоҙ-гөлдәр.

Бәхет булып яуа ҡарҙар,
Ҡарҙар яуа ҡот булып!
Усҡа ҡунған ҡар бөртөгө
Ҡабынғандай ут булып!..

Сафлыҡ булып йәнгә тула
Һалҡыны ғинуарҙың.
Ҡышта ғына һала миҙгел
Ап-аҡ ҡалын диуарҙы.

2014.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас