Бөтә яңылыҡтар

Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты яҙыусы, уҡытыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «...Күркәмлеге тыуған илкәйемдең Бала төштәремә ҡайылған...» исемле ижад кисәһе үтте. Матур, рухи сарала яҙыусының ҡәләмдәш дуҫтары, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ,  Күмертау ҡалаһынан уҡытыусылар, әҙибәнең белем биргән уҡыусылары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр  ҡатнашты.    

Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, башлыса, башҡорт балалар әҙәбиәте өлкәһендә ижад итә. 1993 йылда кескәйҙәр өсөн «Мәрйендәр» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабанғы балалар өсөн ижад ителгән «Гөр-гөр-гөрөлдәк» (1995), «Серле ҡумта»(2001), «Беҙҙең байрамдар», «Башҡортомдан батыр юҡ икән», «Әсәй ҡояш икән…» һәм башҡа китаптарындағы төп тема — тыуған яҡты, тыуған халҡыңды һөйөү.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина — урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн башҡорт балалар яҙыусыларының әҫәрҙәренән ике телдә: башҡорт һәм рус телдәрендәге 2 томлыҡ "Балалар әҙәбиәте антологияһы"н төҙөүсе. Педагог-методист булараҡ, Ф. Ғөбәйҙуллина «Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар» (2001), «Мин Башҡортостанда йәшәйем» (2000), «Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!» һәм башҡа методик ҡулланмалар төҙөп баҫтырып сығарҙы.

Шулай уҡ ул Рәшит Солтангәрәев, Факиһа Туғыҙбаева, Мөкәрәмә Садиҡова, Раил Байбулатов, Гөлнур Яҡупова, Тамара Ғәниева кеүек яҙыусыларҙың балалар өсөн ижад иткән хикәйәләрен, әкиәттәрен рус теленә тәржемә итә. Фәрзәнә Ғөбәйҙулланың шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре һәм пьесалары һәр мәктәптә ҡуйыла, балалар баҡсаһынан алып яратып ятлайҙар.  Сарала ҡатнашыусылар, ҡәләмдәш дуҫтары яҙыусының ижадын данлап, балалар өсөн ижад итеүҙең әһәмиәте тураһында фекер алышты. Ижад кисәһендә яҙыусының һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны. Бындай  рухи байрам балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә,  уларҙың рухи донъяһын байытыуға һәм йәш быуынды әҙәбиәткә, сәнғәткә,  туған телгә ҡыҙыҡһыныу уята.

Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Кескәйҙәрҙең яратҡан яҙыусыһы
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас