Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2021, 10:23

Уҡытыусылар көнө менән!

Уҡытыусы —Ниндәй гүзәл исем!Кеше итепҺине әҙерләй.Тормоштоң улКөрәшсеһе итә,КескенәнәнҺөйә, ҡәҙерләй.

Уҡытыусылар көнө менән!
Уҡытыусылар көнө менән!
                   ***
Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.
Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.
Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.
Уҡыусылар һәм ата-әсәләр
Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр,
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап
Бар йөрәктән тәбрик итәләр!
                                  Фәүзиә Ҡотлогилдина 
 
                  ***
Буш класҡа инеп уйға ҡалдың...
Хәтерләйһең бөгөн кисәне...
Таралышҡан үҫмерҙәрҙе барлап,
Күңелең генә әллә нишләне.
Уларға бит телең шәрбәт һипте,
Күҙҙәреңдән тамды наҙ ғына.
Йөрәгеңде ҡуш усыңа һалып
«Бына», – тинең, – «Шуны ал ғына!!!...».
Моңһоулығың һинең, юҡһыныуың
Бәғереңде телеп, телеп ала.
Уҡытыусы ғынамы һуң әле –
Һин уларға өлкән апай (ағай) ҙа!!!
Көлһыу сикәләрең һыйпап ҡуйҙың,
Йөрөп үттең өҫтәл тирәләй...
Стеналарҙа рәсемдәре ҡалған,
Керпегеңдән ынйы тәгәрәй...
...Буш парталар, буш класҡа ҡарап,
Уйҙарыңды төбәп алыҫҡа
Ултырғанда һәйкәл ҡуйыр инем,
Ҡулдарымдан килһә шул саҡта.
Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем,
Мәңгелектең хатта үҙенә!!!
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
«УҠЫТЫУСЫ» тигән һүҙ генә!
                            Гөлшат Әхмәтова
 
       Уҡытыусыма
                       Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағоловҡа.
Көлтә-көлтә нур эркелә
Йөрәгемә –
Уҡытыусым, иҫкә төшһәң,
Гелән генә –
Нур сәселә күңелдәргә
Йөҙҙәреңдән.
Һине һөйә күпме йөрәк —
Йөҙәрләгән!
Балаларға бүлеп биреп,
Йөрәгеңде.
Борсолаһың, һин беләһең
Кәрәгеңде.
Ер шары элеүле тора
Был йөрәктә.
Беҙгә лә уны элергә
Һин кәрәк тә!
Һинең менән бергә яна
Нисә йөрәк!
Ер шарын һаҡларға үҫә
Күпме терәк!
Күп янғанға, күп көйгәнгә
Туҙа йөрәк!
Ләкин беҙгә шундай йөрәк
Бик-бик кәрәк!
                   Земфира Аҡбутина  
 
         Уҡытыусыма    
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын?
Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен.
Кем етәкләй, артта ҡалһаң,
Йылмайып һуҙа ҡулдарын?
Беҙ тоябыҙ һәр ваҡыт та
Ҡыйын саҡтарҙа ул барын.
Өйрәтә һан-хәрефтәрҙе,
Серле асҡыс – шунда ул, ти.
Тырышлыҡ та, ныҡышлыҡ та
Иң кәрәге юлда ул, ти.
Уҡытыусым,
Балҡытыусым
Дүрт тарафҡа яҡты юлды,
Мин тойоп барамын һаман
Маҡсатыма алып барған
Һинең наҙлы, көслө ҡулды.
                              Гөлназ Ҡотоева
 
          Ҡағыҙ яҙам
      (Уҡытыусы зары)
Ҡағыҙ яҙам тау-тау итеп,
Эшем күп, түгел ябай,
Еңелерәк яҙыр инем –
Балалар ҡамасаулай!
Балалар менән эшләргә
Теләк бар ҙа – юҡ ваҡыт,
Бер туҡтауһыҙ ҡағыҙ яһап
Бөттөк бит инде ялҡып!
Тағы нимә яҙҙырырға
Нисек уйлап табалар?
Беҙ яҙайыҡ, үҙ алдына
Йөрөп торһон балалар…
                       Фирүзә Абдуллина
 
    Рәхмәт әйтәбеҙ
Уҡытыусы һәр саҡ иртән
Йылмайып ҡаршы ала.
Беҙгә белем донъяһына
Серле һуҡмаҡтар һала.
Уҡытыусы һөйләгәнде
Хайран ҡалып тыңлайбыҙ.
Ул өйрәткән дәрестәрҙән
Ныҡлы белем туплайбыҙ.
Тыуған илде, үҫкән ерҙе
Яратығыҙ, тип әйтә.
Ата-әсәне ҡәҙерләргә,
Хөрмәтләргә өйрәтә.
Аҡыллы кәңәштәр менән
Тәрбиә бирә беҙгә.
Шуға барыһы өсөн дә
Рәхмәт әйтәбеҙ һеҙгә.
                      Аделина Шәйбәкова
 
       Рәхмәт, уҡытыусым!
Уҡытыусым!
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә! —
Ҡояш булып балҡый һинең исем,
Уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә...
Күктә ҡояш,
Беҙҙең күңелдәрҙә —
Уҡытыусы — уның илсеһе.
Атай-әсәй бүләк иткән илгә,
Телебеҙгә һөйөү димсеһе.
Хистәремде һүҙҙәр менән генә
Аңлатырға килмәҫ ҡулымдан, —
Рәхмәттәрем ләйсән булып яуһын
Һәр балҡыған эҙем-юлымдан.
Ғүмер буйы таянысым булып,
Кәңәш биреп миңә һәр эштә,
Уҡытыусым! —
Һуңғы һулышымда
Күҙ алдымда торор фәрештә.
                               Зөфәр Вәлитов
 
              ***
Әҙәп булған ерҙә иман була –
Халҡыбыҙҙың алтын аҡылы.
Шәп уҡытыу, берҙәм тәрбиә –
Был – мәктәптең ике ялҡыны.
"Ояһында ни – осҡанында шул", –
Был мәҡәл һуң нимә хаҡында?
Ояһында "ҡошсоҡ" ни күргәнен
Кем белә мөғәллимдән башҡа?
Тормош киңлегендә осһон өсөн
Ул мәктәптә ҡанат нығыта.
Дөрөҫ юлды тапһын өсөн бала,
Күпме хеҙмәт, белем, көс китә.
Ысын кеше булып үҫһен өсөн,
Аҙашмаһын өсөн күңеле,
Уҡытыусы, дөрөҫлөктө яҡлап,
Хаҡлыҡ күрһәтеүсе түгелме?
Ғаиләһендә – яҡшы ата-әсә,
Өлгө булып һәр саҡ эшендә,
Зыялылар бөгөн алғы сафта,
Халыҡ ғәме – улар иңендә.
Башҡортостан иле сәскә атһын,
Халҡым яңы һулышын ала.
Хөкүмәттең сәйәсәтен яҡлап,
Педагогтар торорҙар поста.
Тик изгелек ҡотҡарыр был донъяны,
Тик яҡшылыҡ биҙәр еремде.
Изгелектең орлоҡтарын сәсеп,
Уҡытыусы бирер дәрестәр…
                                Земфира Аҡбутина
 
              Уҡытыусыма
"Хуш мәктәбем, һау бул, бала сағым!"
Ҡыңғырауҙар һибә һағышын...
Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалыр
Уҡытыусым, йырлы тауышың.
Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп
Үҫтерәһең илгә Кешене!
Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!
Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы тигән, һөнәрең...
                          Минира Бикәнәсова
 
               ***
Тәүге дәрес... Уҡытыусы
Талғын ғына һөйләй телмәрен.
Нурлы күҙҙәр бары уға баҡҡан –
Йымылдаша кеүек һәр мәрйен.
Нур сәселә кеүек һәр һүҙенән
Күңеленән сыҡҡас урғылып,
Был яҡтылыҡ бала күңеленә
Талғын ғына ҡуна наҙ булып.
Бала тыңлай... Ғәзиз туған теле
Иҫләткәндәй бишек көйҙәрен,
Ә күҙҙәре... һөйләүсенән әллә
Эҙләй әсәһенең төҫтәрен ?!
Тирбәлдергәс бала күңелдәрен
Уҡытыусы ҡапыл тын ҡалды –
Гүйә һәр һүҙ уның телмәренән
Тура киләсәккә юл алды!
Берсә ярһып, берсә өмөтләнеп
Яуап көттө уның күңеле:
Баҙлап торған бала күңелдәрен
Тоҡандырһа ине үҙ теле!..
                                   Зәкиә Мәжитова
 
        Мәктәбемә ҡайтам
Ҡолағымда сыңлай әле һаман,
Еҙ ҡыңғырау, һинең моңдарың.
Бала саҡтарыма ҡайтып киләм,
Һағындырған мәктәп йылдары.
Мәктәбемдә уҡып, белем алдым,
Һин,мәктәбем, белем усағы.
Ҡаршы алды мине иң беренсе
Уҡытыусым-йәйеп ҡосағын.
Әлифбаны тәүҙә ҡулға алып,
Өйрәтте ул хәреф танырға.
Белем баҫҡысына үрләй-үрләй,
Үҙ юлыңды тормошта табырға.
Сикәләргә инде сал ҡунһа ла,
Бала-саға кеүек атлығып,
Мәктәбемә тағы ҡайтам әле
Барыһын да шундай һағындым!
                            Фирүзә Йәнгирова-Ҡолмәнбәтова
 
              Уҡытыусыма
Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға?
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән –
Ул һин икәнһең дә асылда.
Уҡытыусым! Күктәр тарафынан,
Бирелгәндер һиңә был һөнәр.
Әсәләргә генә хас изгелек,
Мәрхәмәтлек тулған был йөрәк.
«Балам!» – тип өҙөлгән Әсә кеүек,
Беҙҙең өсөн көйөп-янаһың.
Яҡты юлдар теләп оҙатаһың,
Оҙатҡандай Әсә балаһын.
Кисер беҙҙе, кисер Уҡытыусым,
Сәстәреңә һалдыҡ көмөш ҡар.
Һис ваҡытһыҙ маңлайыңа ятҡан,
Һырҙарҙа ла беҙҙең ғәйеп бар...
...Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға.
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән –
Ул һин икәнһең дә асылда!
                             Әлфидә Ҡансурина
 
           Уҡытыусыма...
Уҡытыусым! Ниндәй бөйөк һүҙ был,
Белем үрҙәренә үрләттең,
Ҡыйын саҡта беҙгә кәңәш биреп
Яҡшылыҡҡа ғына өйрәттең.
Изге байрамығыҙ менән ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ-именлек,
Айырмаһын Хоҙай аҡ бәхеттән
Тик йәнәшә барһын түҙемлек!
Һәр бер атҡан таңдарығыҙ һеҙҙең
Ҡояш нурҙарына күмелһен,
Саф һәм һеҙҙең изге йөрәгегеҙ
Бер ҡасан да ҡайғы күрмәһен!
                                 Гөлкәй Шигапова
 
                  ***
Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.
Дәрес үткәреүе – был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше – айсберг булһа,
Дәрес –һыуҙан өҫкө өлөшө.
                          Зәки Сөләймәнов
 
              Уҡытыусы
Уҡытыусы –
Һыу ҡойоусы
Гөл-сәскәләй үҫкән йөрәккә.
Хеҙмәт өсөн рәхмәт көтмәй
Һәм ҡыҙыҡмай исем-шөһрәткә.
Уҡытыусы –
Уҡ атыусы
Наҙанлыҡҡа, хурлыҡ, золомға.
Бейек үрҙәр яулаһаң да,
Маяҡ булып ҡала юлыңда.
Уҡытыусы –
Ҡот тотоусы
Тыуған ере, гәзиз илендә.
Ил бәхете, ил ҡеүәте –
Уҡытыусы биргән белемдә!
                              Мөнир Иҡсанов
 
            Уҡытыусы
Төн уртаһы – уның уты яна,
Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.
Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!
Артыҡ маҡтауҙарға өмөт итмәй –
Ул өйрәнгән ҡарар үтәргә,
Нисек кенә яҡшы эшләһә лә,
Күтәрмәҫтәр уны күктәргә.
Йөктө өҫтәп-өҫтәп тейәһәң дә,
Сабыр һөйрәр күндәм эш аты,
Ул күтәргән йөккә лайыҡ итеп
Түләмәҫтәр хатта эш хаҡы.
Кеше балаһына янып-көйә,
Үҙ балаһы үҫә үҙ аллы,
Ашарға ла ваҡыт тапмай ҡай саҡ,
Ләкин эшен эшләй – ул аңлы!
Мәғәнәһеҙ ҡағыҙ яҙа-яҙа,
Үҙ эшенә йәне атлыға,
Ләкин уның яҡты уй-хыялы
Инструкцияларға ҡаҡлыға.
Нисек кенә аяҡ салмаһындар,
Үҙ эшенә тоғро ул ҡала,
Йәшәү мәғәнәһе — балаларҙа,
Уның өсөн яҡын һәр бала.
Өйрәнгәнсә башты ғорур тотоп,
Сабыр йота сөсө-әсене,
Зарланырға уға рөхсәт итмәй
Уҡытыусы тигән исеме.
                       Фирүзә Абдуллина
Автор:Гульшат Байназарова
Читайте нас: