Белем биреү учреждениеларында администрация вәкилдәре тарафынан һәм уҡытыусыларҙың бер-береһенең дәресен ҡарауы һәм анализлауы – педагогик оҫталыҡ үҫтереүҙең мөһим сараһы һанала.
Р.Ғ. Аҙнағолов билдәләүенсә, дәрескә анализ яhай белеү – уҡытыусы эшмәкәр легенең, ижади эшенең төп үҙенсәлеге. Уҡытыусы үҙ дәресенә, башҡа уҡытыу сыларҙың дәресенә инеп анализ яhай белергә, дөрөҫ баhа бирә алырға тейеш.
Дәрескә методик hәм педагогик яҡтан камил булған анализ – уҡытыусының педагогик оҫталығын да күрhәтә.
Уҡыу-уҡытыу практикаһында дәрес ҡарауҙың биш ысулы ҡулланыла:
1)һайланма – администрация вәкиле уҡытыусының айырым дәрестәрен үҙенең шәхси планына ярашлы ҡарай һәм анализлай (был осраҡта дәрес барышында уҡыусыларҙың активлығы һәм уҡытыусының дәрескә әҙерлек кимәле тикшерелә);
2) тематик – бер тема буйынса бер нисә дәрес ҡарала (был төр тикшереү йышыраҡ йәш уҡытыусының эш системаһындағы ыңғай һәм кире яҡтарҙы асыҡлау, уға педагогик ярҙам күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла);
3) параллель – параллель ике төркөмдә эшләүсе ике уҡытыусының дәресе ҡарала һәм сағыштырма анализ яһалып, иң отошло метод һәм алымдар асыҡлана;
4) комплекслы – тикшереүсе көн дауамында бер кластағы бөтә дәрестәрҙе ҡарап, материалды үҙләштереү эффективлығын һәм һөҙөмтәлелеген, кластағы тәртипте, уҡытыусы менән уҡыусыларҙың үҙ-ара аралашыу үҙенсәлектәрен баһалай;
5) маҡсатлы – айырым предмет буйынса белгес саҡырылып, педагогтың эшмәкәрлегенә тулы анализ яһала.
Ғилми-методик әҙәбиәттә дәрескә анализдың бер нисә варианты тәҡдим ителә.
1. Дәрескә уны ҡараусылар ҡуйған маҡсат һәм тикшереү ысулына ярашлы анализ:
дәрес темаһының уҡытыусы төҙөгән эш программаһындағы календарь-тематик планға ярашлылығы;
ҡуйылған маҡсат һәм бурыстарҙың темаға, дәрес тибына тап килеү-килмәүе, дәрес дауамында бөтә эш төрҙәренең ҡуйылған маҡсат һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән булыу-булмауы;
дәрес ҡоролошоның (структураһының) маҡсатҡа ярашлылығы: дәрес этаптарының, үткәреү формаларының, ҡулланылған уҡыу-уҡытыу технологияларының дәрес тибына тап килеүкилмәүе; алдағы һәм үткән темалар менән бәйлелеге;
дәрестең ғилми-теоретик кимәле, дәресте үткәреү методикаһының балаларҙың йәш үҙенсәлегенә ярашлы булыу-булмауы; ял итеү минуттарының ваҡытлы
һәм урынлы, дәрес темаһы менән бәйле булыу-булмауы;
уҡытыусының балаларҙың йәш һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойошторолған дифференциациялы эш төрҙәре;
дәрестә гигиеник талаптарҙың, уҡыусыларҙың активлығын тәьмин итеү шарттарының үтәлеше; балаларҙың иғтибарын, хәтерен, активлығын үҫтереү алымдары;
дәрестең ритмлылығы: ҡатмарлы материалды еңеле менән сиратлаштырыу, телдән күнегеүҙәрҙе яҙма эштәр менән аралаштырып үткәреү; коллектив, төркөмдәр менән hәм индивидуаль эштәрҙе аралаштырып ойоштора белеү-белмәү;
дәрестең төрлө этабында ойошторолған үҙ аллы эш;
дәрестә ҡулланылған метод һәм алымдарға анализ: заманса уҡыу-уҡытыу технологияларының ниндәй төрҙәре ҡулланылды? Традицион һәм инновацион метод һәм алымдар араһында һығылмалы бәйләнеш булдырылдымы?
Мәғлүмәти яҡтан дәрес йөкмәткеһе ниндәй булды? (уның эстәлекле, бай булыу-булмауы; уҡыу-уҡытыуҙың индиви-дуаль, парҙарҙа һәм коллектив эш формаларының ҡулланылыуы-ҡулланылмауы) уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу маҡсатында ҡулланылған ысулдар;
материаль-техник сараларҙың дәрес башына әҙерлеге;
дәрес барышында компьютер технологияһының, техник сараларҙың ҡулланылыу урынлылығы, эффективлығы;
презентацияның грамоталы төҙөлөүтөҙөлмәүе, маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы; педагогик аралашыу мәҙәниәтенә анализ: дәрес барышында уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген активлаштырыу алымдарының ҡулланылыуы-ҡулланылмауы; уҡыусылырҙың уҡытыусы менән һәм үҙ-ара диалогы өсөн урынлы хәлосраҡтарҙың булыу-булмауы; уҡыусылар менән контакт кимәле; һорауҙарҙың урынлылығы; уҡыусылар менән, тейешле дистанция булдырылғанмы Вербаль булмаған аралашыу саралары урынлы ҡулланыламы? Балалар һорауҙар бирәме? Дәрес материалына ҡыҙыҡһыныу уятылдымы?
уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенә анализ: уҡытыусы менән уҡыусылар, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары;
уҡыусыларҙы яңы лингвистик төшөнсә менән таныштырыуҙың метод һәм алымдары; лингвистик төшөнсәләргә, терминдарға аңлатма ниндәй формала бирелде; телмәр үҫтереүҙең ниндәй ысулдары файҙаланылды?
дәрес барышында тел, лингвистик, коммуникатив һәм мәҙәни компетенцияларҙы үҫтереүҙең ниндәй методтары ҡулланылды?
планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеү кимәле;
предмет-ара һәм тел ғилеме кимәлдәре араһында бәйләнеш булдырылдымы?
уҡытыусының дәрес ваҡытын дөрөҫ бүлә белеүе;
уҡытыусының телмәренә баһа: телмәрҙең таҙалығы, тасуирилығы, байлығы; уҡытыусы туған телдең матурлығын асып бирергә ынтыламы? Әҙәби әҫәрҙәрҙән миҫалдар килтереләме?
2. Дәрескә уның структураһына мөнәсәбәтле анализ:
уҡытыусының һәм уҡыусыларҙыңдәрескә әҙерлек кимәленә баһа: дәрес башланғанға тиклем эш өҫтәлдәрендә тәртип булдырылғанмы? Эмоциональ атмосфера, психологик торош ниндәй? Таҡта, техник саралар, күргәҙмә һәм таратма материалдар дәрес башына әҙерме? Класс бүлмәһе елләтелгәнме?
дәрестең башланышы: психологик инеш ниндәй формала уҙҙы? Фонетик-артикуляцион күнегеүҙәр булдымы?
Дәрес темаһы, маҡсат һәм бурыстар кем тарафынан һәм нисек билдәләнде?
яңы материалды ҡабул итеүгә мотивация ниндәй юлдар менән тормошҡа ашырылды? Тема буйынса түбәнерәк кластарҙа һәм алдағы дәрестәрҙә үҙләштерелгән белемде актуалләштереү нисек ойошторолдо? Элек үтелгән материал менән бәйләнеш булдырылдымы? Яңы теманың дисциплинаны өйрәнеү системаһындағы урыны күрһәтелдеме?
яңы белемде, лингвистик төшөнсәләрҙе үҙләштереү эшмәкәрлегенә анализ; предмет-ара һәм тел ғилеме кимәлдәре араһында бәйләнеш булдырылдымы;
балаларҙың дәрес барышындағы уҡыу эшмәкәрлегенә баһа: тел күренештәрен күҙәтә, анализлай сағыштыра белеү-белмәүҙәре; белемде дөйөмләштерә һәм һығымта яһау кимәле;
нығытыу күнегеүҙәренең маҡсатҡа ярашлылығы, эффективлығы; уларҙыңуҡыусыларҙың белем кимәлен арттырыуҙағы, тәрбиә биреү һәм шәхес булараҡ үҫтереүҙәге әhәмиәте;
уҡыусыларҙың материалды үҙләштереү кимәлен һәм сифатын тикшереү һәм баһалау эштәренең маҡсатҡа
ярашлы булыу-булмауы; баһалау формалары һәм төрҙәре, уларҙың объективлығы һәм мотивацияланған булыу-булмауы;
өйгә бирелгән эштәрҙең күләме, йөкмәткеһе, дифференцияциалы булыу-булмауы; өйгә эш буйынса инструктаж формалары;
дәресте йомғаҡлау һәм рефлексия этабында ниндәй алымдар ҡулланылды?
Анализ дәрес биргән уҡытыусының сығышынан башлана. Уҡытыусы дәресенә ҡуйған маҡсаттар менән таныштыра, уларҙың тормошҡа ашырылыу
кимәленә, дәрес барышына ҡыҫҡаса анализ яһай.
Артабан һүҙ дәрес ҡараусыларға бирелә. Сығыш яһаусылар башта, ҡағиҙә булараҡ, дәрестең уңышлы яҡтарын билдәләй, шунан һуң кәңәш-теләктәрен еткерә.
Шулай итеп, мәктәптә дәрес ҡарау һәм уға ентекле анализ яһау – уны үткәреүсе уҡытыусы өсөн дә, ҡарап, анализ биреүселәр өсөн дә тәжрибә туплау, педагогик оҫталыҡты камиллаштырыуҙың мөһим ысулдарының береһе булып тора.