Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ике спорт залы, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, футбол майҙаны, йүгереү юлы бар. Ә медицина блогы табип бүлмәһенән, процедура, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора.Мәктәптә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә тейешле шарттар булдырылған: ингән ерҙәге баҫҡыстар пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт эшләй.
Яңы мәктәптә, белем биреү менән бер рәттән, дәрестәр тыш эшмәкәрлекте ойоштороуға ла тейешле иғтибар бүленә. Уҡыусылар өсөн ағас эше һәм слесарь оҫтаханаларында, бесеү һәм тегеү, аш-һыу әҙерләү кабинеттарында өҫтәмә дәрестәр үткәреү ҡаралған.📌 Һуңғы йылдарҙа республикала 8 полилингваль мәктәп төҙөлдө һәм асылды. Был уҡыу йорттарында Башҡортостан халыҡтары телдәре тәрәнәйтеп өйрәтелә. 2024 йылда Баймаҡ районында ошондай белем усағын сафҡа индереү планлаштырыла.
#национальныепроекты #милли проекттар #нацпроекты #региональныепроекты #төбәк проекттары #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #милли проекттарБашҡортостан