Общие статьи
22 Декабрь 2024, 07:53

Бер рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле...

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара, бер рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле...

Бер рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле...Бер рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле...
Бер рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле...

- Ҡәҙерле Ҡыш бабай, минең һиңә дәғүәләрем юҡ. Тик шуны ғына әйт: кемдәр юлға һәм эҫе һыуға хаҡты күтәрә ул?

 

***
- Ирек, һин бүләк һорап Ҡыш бабайға смс-ка ебәрҙеңме?
- Эйе.
- Яуап килдеме?
- Эйе, иҫәбендә аҡса юҡ, тигән.

 

***
Йылдың иң тыныс мәле - 1 ғинуарҙа төшкә тиклем: урамда йәйәүлеләр ҙә күренмәй, юлдарҙа тығындар түгел, хатта машиналар ҙа юҡ.

 

***
31 декабрь көнө. Бер ир дуҫына һөйләй:
- Иртә менән биҙәнә башлаған ҡатыным биш тапҡыр һушынан яҙып йығылды.
- Нишләп?
- Матурлығына һоҡланыуҙан инде...

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас