Милли йыһаздар менән биҙәлгән тирмәлә өләсәй йөн иләй, эргәһендә бер нисә малай йөн тетә.
1-се малай.
Яҙғы һарыҡ йөнө шәп, тип
Өйрәткән ине әсәй.
Балаҫ һуғырға еп кәрәк,
Эшкә ҡушты өләсәй.
2-се малай.
Бөҙрәкәйҙең йөнөн ҡырҡҡас,
Тауҙай өйөп тултырҙыҡ.
Мамыҡтай ҡабарһын тиеп
Йөн иләргә ултырҙыҡ.
Ике ҡыҙ иләнгән йөндө сиратып
йомғаҡҡа урап ултыра.
1-се ҡыҙ.
Йомро-йомро йомғағымды
Йылдам ғына урайым.
Һуғаһы балаҫыбыҙға
Изге уйҙар юрайым.
2-се ҡыҙ.
Аҫалы балаҫ һуғырбыҙ
Апайыма бирнәгә.
Рәхим итегеҙ өмәгә,
Йолабыҙҙы күрмәгә!
Талғын ғына ҡурай моңо яңғырай.
Йәш ҡыҙ ҡашығаяҡ тирәһендә
булаша.
Өләсәй. Бына балалар, Айһылыу
апайығыҙға бирнә әҙерләйбеҙ.
Бирнә ул – кейәүгә сыҡҡанда
алып китер монаят. Анау торғанһандыҡҡа матур-матур яҫтыҡ-мендәрҙәр, юрған+түшәктәр тегеп
һалғанмын. Бына хәҙер аҫалы балаҫтарға ла сират етте.
Бала. Өләсәй, ә ни өсөн балаҫ аҫалы тип атала?
Өләсәй. Аҫа – ул ентекләп һанап-иҫәпләп һуғылған, геометрик фигураларҙан торған орнамент,
биҙәк. Ул – тамға, ырыу билдәһе.
Шундай биҙәктәр һалып һуғылған балаҫ – аҫалы балаҫ тип атала.
Айһылыу. Эйе, аҫалы балаҫ – ул ер менән күк, халыҡ, ырыу, ғаилә, бала, ир-ат яҙмышы, ҡатын-ҡыҙ асылы хаҡында сер һаҡлаған ҡомартҡы. Уның тарихы бик боронға барып тоташа. Борон заманда, Ҡусҡар балаҫына баҫып, ҡыҙҙар ырыу биҙәге, егеттәр ырыу терәге булырға ант иткән.
Өләсәй. Шулай. Эштәр ырамлы ғына барһын, әйҙәгеҙ йырлашып ултырайыҡ. Йыр йырлайҙар. Шул саҡ күрше малайы йүгереп инә.
Малай. Фатима инәй, өләсәйемдәр бөгөн йылға буйына балаҫ һуғырға баралар, һеҙгә әйтергә ҡуштылар.
Өләсәй. Һөйөнөслө хәбәреңә мең рәхмәт, улым. Беҙ йыйынғансы, әйҙә бейеп күрһәт.
Малай бейей. Бейеү тамамланғас ҡеүәтләп ҡул сабып, йыйынып сығып китәләр.
2-се өлөш.
Йылға буйы, ҡоштар һайраған тауыштар ишетелә. Ололар һәм балалар төйөнсәктәр, эш ҡоралдары тотоп йырлашып сығалар. Өлкәндәр усаҡ тирәһендә булаша башлай.
Бала.
Сәхрәләге хозур лыҡҡа
Һоҡланышып туймайыҡ.
Кемдең ниндәй һөнәре бар?
Әйҙә, “Орсоҡ” уйнайыҡ.
“Орсоҡ” уйынын уйнайҙар.
Орсоҡто өйрөлтәләр, кемгә ҡарап
туҡтай, шуға наказ.
Бала. Аллы-гөллө балаҫ өсөн
Нур төҫлө ептәр кәрәк.
Өләсәйҙәр ярҙам көтә,
Ашығайыҡ тиҙерәк!
Өләсәй. Эй уңғандарым! Балалар, йәһәтерәк эшебеҙҙе башлайыҡ.
Эшебеҙ уң булһын, ырамлы булһын!
Хәрәкәттә – бәрәкәт!
Бала. Ә ниндәй төҫтәргә буяй һығыҙ? Бындай матур төҫтәрҙе ҡайҙан ала һығыҙ?
Өләсәй. Йөнгә буяуҙы ошолай әҙерләйбеҙ: йәшел төҫкә – һыйыр теле үләне, ҡуйы йәшел төҫкә –ҡайын япрағы, ҡыҙғылт асыҡ, һоро төҫкә – һуған ҡабығын ҡайнатып, йөндө манып алабыҙ
(шулай һөйләй(һөйләй, ололар ептәрҙе буяуға манып, таяҡ менән туҡыйҙар).
Өлкән кеше. Йә, кемегеҙ әйтә, был төҫтәр нимәне аңлата?
Балалар, төрлө төҫтәргә буялған аяҡланған ептәрҙе һыуҙасайҡаталар һәм нимә аңлатҡанын әйтеп, теләктәр әйтәләр.
– Ҡара төҫ – беҙҙе туйындырған һәм йәшәткән еребеҙ.
Еребеҙ имен булһын!
– Йәшел – йәшеллек һәм йәшлек төҫө. Тәбиғәтебеҙ мәңге йәшел булһын!
– Һарыһы – ҡояш. Ҡояш нуры беҙҙе иркәләп торһон!
– Күк – һауабыҙ, тыныслыҡ төҫө. Илдә тыныслыҡ булһын!
– Сағыу ҡыҙыл төҫ – байрамды аңлата. Тормошобоҙ байрам кеүек булһын!
Өлкәндәр. Афарин, балалар! Ә бына был аҫалары, биҙәктәре нимәне аңлата икән? Әйҙәгеҙ беҙ һеҙгә йомаҡ ҡоябыҙ, яуабын тапһағыҙ, биҙәктәрҙең серенә төшөнөрһөгөҙ. Йә, кем зирәк?
– Башымда ҡара түбәтәй (ер). Эйе, ҡара төҫ – ер. Киләсәк быуынға беҙ уңдырышлы ер, саф, матур тәбиғәт һәм рухи байлыҡ ҡалдырырға тейешбеҙ.
– Күк тирмәнең эсендә булыр ике туп, көндөҙ береһен тот, төндә икенсеһен (ҡояш һәм ай).
– Зәңгәр балаҫҡа ынйылар һибелгән,
Балаҫына ултырып булмай,
Ынйыларын алып булмай
(йондоҙҙар).
– Эйе, балалар. Ҡояш, ай, йондоҙҙар – күк йөҙө биҙәктәре. Борондан башҡорт халҡы йондоҙҙарға ҡарап юлды, йүнәлештәрҙе билдәләгән. Тимерҡаҙыҡ, Етегән, Сулпан, Зөһрә йондоҙҙарының исемдәрен, легендаларын белгән.
– Һыуҙа тыуҙы, ерҙә үлде (үлән).– Тәбиғәт – ул беҙҙең йәшәйеш. Күп биҙәктәр тәбиғәтте сағылдыра.
– Ағас үгеҙ, өс мөгөҙ (һәнәк).
– Бында башҡорттарҙың ырыу
тамғалары ла төшөрөлгән.
– Тамағында күмере, үҙе йырлай, тояғы булһа ла, атламай (самауыр).
– Халҡыбыҙ бик ҡунаҡсыл.
Был биҙәк – самауыр тояғы, тап шул хаҡта һөйләй.
– Ҡайһылай зирәк икәнһегеҙ!
Бик күпте беләһегеҙ! Әйҙәгеҙ инде, хәҙер балаҫ һуғып алайыҡ.
“Балаҫ һуғыу” бейеүен башҡаралар.
Төйәләҫ буйҙары гөрләй,
Йыйылғандар һәммәһе
(2 тапҡыр).
Хәтирәлә тирлә, тирлә,
Хәтирәлә тирләйем (2 тапҡыр).
Һеҙҙә нимә, беҙҙә бөгөн
Балаҫ һуғыу өмәһе (2 тапҡыр).
Хәтирәлә тирлә, тирлә,
Хәтирәлә тирләйем (2 тапҡыр).
Аллы-гөллө ептәр менәнБалаҫымды һуғайым (2 тапҡыр).
Хәтирәлә тирлә, тирлә,
Хәтирәлә тирләйем (2 тапҡыр).
Һуғылған һәр биҙәгенә
Изге уйҙар юрайым (2 тапҡыр).
Хәтирәлә тирлә, тирлә,
Хәтирәлә тирләйем (2 тапҡыр).
Аҫалы балаҫ халҡымдан
Беҙгә ҡалған аманат (2 тапҡыр).
Хәтирәлә тирлә, тирлә,
Хәтирә лә тирләйем (2 тапҡыр).
Бейеү аҙағында балалар алғы
рәткә теҙелә, өлкәндәр балаҫтарҙы
күтәреп уларҙың артына баҫа.
– Бына инде, балаҫыбыҙ әҙер!
Аҫалы балаҫ – ырыу ҡото, халҡым мираҫы!
Бергә. Яратайыҡ тыуған илебеҙҙе!
Хөрмәтләйек ерҙе, халҡыбыҙҙы!
Барлайыҡ беҙ ғөрөф+ғәҙәттәрҙе!
Данлайыҡ беҙ рухи ҡиммәттәрҙе!
Һаҡлайыҡ беҙ туған телебеҙҙе!
“Башҡортостан – иманлы ил”
(Н.Сәлимов һүҙҙәре, Г.Ишҡыуатова
көйө) йырын башҡаралар.