Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Февраль 2023, 18:21

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы шиғри конкурс иғлан итте

Ҡәҙерле уҡытыусылар һәм уҡыусылар! 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө етеп килә. Был байрам һәр кем өсөн дә бик яҡын. Кемдәрҙеңдер олатайҙары яуҙарҙа ҡатнашҡан, атайҙары йәки ағайҙары Совет һәм Рәсәй армияларында хеҙмәт иткән, ә кемдәрҙеңдер, бәлки, яҡындары әлеге ваҡытта тыуған ил, тыныслыҡ һағында торалыр.

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы шиғри конкурс иғлан итте
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы шиғри конкурс иғлан итте

Ошо байрамға арнап, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы шиғри конкурс иғлан итә. Шиғырҙы ятлап, тасуири итеп һөйләп, видео яҙҙырырға һәм ошо постың аҫтына үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, беркетеп ҡуйырға кәрәк. Сығыштарҙы жюри ҡарағандан һуң, уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһынан иң уңышлыһын һайлап, ике I-се урын билдәләнәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре 22 февраль көндө иғлан ителәсәк. Еңеүселәргә "Башҡортостан уҡытыусыһы " журналынан Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: