Сараға Өфөнән Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Ә. В. Әбделмәнова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты З.А. Әлибаев, Өфө фән һәм технологиялар университеты тарих һәм дәүләт идараһы институтының Башҡортостан тарихы археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Н.М. Ҡалмантаев, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Ә.Ғ. Илмөхәмәтов һәм Күмертау ҡалаһынан коллегаларыбыҙ саҡырылды.
Программа буйынса беҙҙең остаздарыбыҙ оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, уҡытыусыларыбыҙҙың бик күп көнүҙәк һорауҙарына яуап бирҙе. «Үҫеш биләмәһе» тип исемләнгән ижади майҙансыҡта уҡытыусының бар яҡлап та тулыһынса камиллашҡан шәхес булыуы күрһәтелде.
Семинар барышында гимназиябыҙ буйлап экскурсия, музейға сәйәхәт ойошторолдо. Уҡытыусыларға тәғәйенләнгән «Күңел ағасы» психологик акцияһы ла бик ҡыҙыҡлы үтте.
Сарабыҙҙың ҡунаҡтары араһында үҙебеҙҙең уҡытыусыбыҙ, ағинәй, ҡул эштәре оҫтаһы Рәйсә Нәжип ҡыҙы Яныбаева булыуы мәртәбәле булды. Уның эштәренә һоҡланыусылар бихисап ине. Ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән фотозона барыһына ла бик оҡшаны.
Гимназиябыҙҙа шундай сара ойоштора алыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Быны беҙ, әлбиттә, килгән ҡунаҡтарҙың әйткән фекерҙәренә, тәьҫораттарына, теләктәренә таянып әйтә алабыҙ. Беҙҙең уҡытыусылар коллективы татыу, берҙәм, көслө. Һәр эште бергә эшләгәндә генә һөҙөмтәгә ирешеп була.
Сара барышында уҡытыусыларға район Ҡоролтайы, район Хакимиәте, район Советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының республика башҡарма комитеты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, «Юшатыр» гәзите, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенән Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырылды.
Г.Ф. ӘҘЕҺӘМОВА,
Көйөргәҙе районы Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы