

Һеҙ – абруйлы уҡытыусы-педагог, етәксе, ғалим, журналист-публицист, яҙыусы, тәнҡитсе, шағир… Ошо йүнәлештәрҙең барыһында ла әүҙем эшләүсе, оло тәжрибә туплаусы, абруй ҡаҙанған шәхес Һеҙ бөгөн!
Башҡортостан Республикаһында 9 телдә мәҡәләләр нәшер иткән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы өсөн Һеҙ иң беренсе сиратта абруйлы педагог һәм остаз, ғалим һәм уҡытыусы булып ҡалаһығыҙ. Байтаҡ йылдар баҫмабыҙҙың редколлегия ағзаһы булараҡ, актуаль һәм сифатлы мәҡәләләр баҫтырыуҙа, уҡытыусылар һәм мәғариф өлкәһендәге етәкселәр менән осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә журналдың әүҙем авторҙарының береһе. 2012 һәм 2022 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының «Йыл лауреаты» исемен алдығыҙ. Республиканың башҡа баҫмаларында ла Һеҙҙең яҙмалар даими донъя күрә.
Уҡытыусы һәм ғалим булараҡ, Башҡортостан Республикаһын Һеҙ Рәсәй Федерацияһы кимәленә алып сыҡтығыҙ – «Рәсәйҙең иң яҡшы педагогы» исемен алдығыҙ. Һеҙҙең фәнни, публицистик, тәнҡит мәҡәләләрегеҙҙе бөгөн студенттар һәм йәш ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә әүҙем ҡуллана.
Фәнзил Бүләк улы! Һеҙҙе өлгөлө ғаилә башлығы итеп тә беләбеҙ, хөрмәт итәбеҙ!
Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ижади ғүмер теләбеҙ!
С.Ғ. КӘРИМОВ,
«Башҡортостан уҡытыусыһы» ижтимағи-педагогик
һәм фәнни-методик журналының баш мөхәррире