Туған тел
(Рэп өсөн трек)
Ҡотлайбыҙ, дуҫтар!
Ҙур байрам бөгөн.
Бөтә донъяла
Туған тел көнө!
Үткән быуаттан
Ул билдәләнә.
Хазина, тиеп
Тел ҡәҙерләнә!!
Дауалау көсө –
Туған телеңдә!
Башҡортса һөйләш
Һин үҙ илеңдә!
Телеңә һөйөү
Өйҙә һалына.
“Атай, әсәй!”, тип
Телең асыла.
Бөтмәҫ хазина –
Туған телебеҙ!
Телдәргә бик бай
Беҙҙең илебеҙ!
Ҡайҙа булһаң да
Башҡортса һөйләш!
Матур һүҙҙәрҙе
Дуҫтарға өләш!
Башҡортса ғына
Аралашайыҡ!
Туған телде беҙ
Һис онотмайыҡ!
Башҡорт телем
(акрошиғыр)
Башҡорт теле – минең туған телем,
Ата-бабаларҙан ҡомартҡы!
Шул тел генә беҙҙе халыҡ итә,
Ҡотло итә беҙҙең тормошто!
Оло бәхет – үҙ телеңде белеү,
Рух ныҡлығы – әсә телендә!
Тик башҡортса һөйләш башҡорт менән
Туған телдә тыуған илеңдә!
Ерем, телем, илем – өс хазина,
Лайыҡ улар һәр саҡ ҡәҙергә!
Ете быуыныңа васыят ит –
М әңге һаҡланасаҡ хәтерҙә!