Файҙалы эштәр йылы
21 Февраля 2023, 09:36

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шиғри конкурс һөҙөмтәләре

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы үткәргән шиғри конкурста барлығы 39 конурсант (6 – өлкәндәр, 33 - балалар) ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, конкурсанттарҙың барыһы ла конкурсҡа бик етди әҙерләнгән.

Шиғырҙарын тасуири итеп ятлап, сығыштарында төрлө техник һәм һүрәтләү саралары ҡулланып, сығыштарын сағыу, байрамса итеп, тамашасыға еткерергә тырышҡан. Шуға ла жюри ағзаларына еңеүсене билдәләү бик еңелдән булманы.

Шуныһы ҡыуаныслы, конкурсанттар араһында үҙҙәре шиғыр ижад итеп, оҫта баршҡарыусылар ҙа бар – был, беҙҙеңсә, бик тә мәслихәт күренеш.
Шулай итеп, жюри ағзалары сығыштырҙы ҡарағандан һуң, ике беренсе урынды (балалар һәм өлкәндәр араһынан) билдәләне.

Балалар араһынан шиғри конкурста еңеп, I-се урын яулаусы – Вәлиева Эльмира (Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы).
Өлкәндәр араһынан шиғри конкурста еңеп, I-се урын яулаусы – Моталлапова Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы)
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

 

Шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусылар "Башҡортостан  уҡытыусыһы" журналының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә һәм “Тамашасы һөйөүе” ниминацияһында ҡатнашыу мөмкинлегәнә эйә була! 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас