“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы тәҡдим иткән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шиғри конкурстың “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы еңеүселәре:
ҠЫҘРАСОВА ГӨЛСИНӘ ӘХМӘТ ҠЫҘЫ - Ауырғазы районы Р. Назаров исҽмҽндәгҽ Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы, (605 тауыш);
МӨХТӘРОВ САЛАУАТ – Әбйәлил районы 1-се Асҡар урта мәктәбенең 4" В" класс уҡыусыһы, етәксеһе - Зәйнуллина Гөлнара Урал ҡыҙы (785 тауыш).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға сағыу, көслө сығыштарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, һеҙҙең тасуири итеп, күңел һалып башҡарған шиғырҙарығыҙҙы жюри ағзалары оло кинәнес менән тыңланы. Барлыҡ конкурсанттар ҙа “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Киләһе конкурстарҙа ла һеҙҙе ихлас көтөп ҡалабыҙ!