1-се алып барыусы: Сәләм һеҙгә иҫкән таң еленән,
Сәләм һеҙгә роза гөлөнән,
Сәләм һеҙгә барлыҡ балаларҙан,
Сәләм һеҙгә моңдар иленән!
2-се алып барыусы: Һөйөклө әсәйҙәр! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләп, “Йөрәк һүҙҙәребеҙ һеҙгә, әсәйҙәр!” исемле әҙәби-музыкаль кисәбеҙҙе башлайбыҙ! (“Әсәй менән гөл ултырттыҡ” йыры яңғырай.)
3-сө алып барыусы. Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш,
Яңы һулыш – иҫкән елдәрҙә.
Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,
Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.
Яҙ һулышы һәр бер күҙәнәктә,
Яҙ һулышы һәр бер күңелдә!
1-се алып барыусы: Оҙайлы ҡыштан һуң, йәнә беҙгә түҙемһеҙләнеп яҙ ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уяна, донъя илаһи бер нурға ҡойона. Яҙ менән бергә наҙ, моң һибелә, ер йәшәрә, тәбиғәт йәмләнә. Яҙ ҡатын-ҡыҙҙан башлана, сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға ғүмер бүләк итә! (“Ҡояш ғүмере теләйем,әсәйем һиңә” йыры яңғырай.)
2-се алып барыусы: Тыуырына бер көн ҡалған бала Аллаһтан:
– Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын, тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәймен, кем ҡурсалар мине?– тип һораған.
– Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен, – тигән яуап ишетелгән.
Бала уйға ҡалған. Яңынан телгә килеп:
– Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул етә, – тигән.
– Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар, көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың, – тигән яуап алған бала.
3-сө алып барыусы:
– Мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә, мин ни эшләрмен? – тигән бала.
– Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ.
– Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар?
– Үҙ ғүмерен йәлләмәйенсә, һине фәрештәң һаҡлар.
– Һине күрмәгәс, миңә бик яманһыу булыр бит.
– Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын.
Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала:
– Аллаһ, фәрештәмдең исемен әйтсе! – тип үтенде.
– Уның исеме мөһим түгел, һин уны «әсәй» тип йөрөтөрһөң, – тип яуапланылар уға.
1-се алып барыусы: Әсәй! Ниндәй бөйөк исем! Донъяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз, изге зат юҡтыр. Күпме наҙ, күпме йылылык бар был һүҙҙә.
2-се алып барыусы: Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Гүзәллеге әсә булыуҙа.
3-сө алып барыусы: Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа,
Бала күңеле – тиҙәр, далала.
Тик онотмайыҡ шуны: ике килмәй
Хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.
1-се алып барыусы: Эйе, әсәй һәр бер кеше өсөн дә иң яҡшыһы, иң ҡәҙерлеһе. Әсәй бала өсөн – донъяла иң изге кеше! Шуға ла әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белеп, уларҙы ихтирам итеп, ололап, яратып ҡына йәшәйек.
(Р. Сурағолов һүҙҙәренә Э. Хаматнурова яҙған “Әсәйемдең усағы” йыры йырлана.)
2-се алып барыусы: “Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
3-сө алып барыусы: Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!
1-се алып барыусы: Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!
(Ҡыҙҙар “Шәл бәйләнем” бейеүен башҡара.)
1-се бала: Бик күп апайҙар йәшәй
Беҙ йәшәгән ҙур йортта.
Улар эшләй врачтар,
Инженерҙар булып та.
2-се бала: Оператор бит, ана,
Әсәһе Сафин Вилдең.
Нарыштауҙа яулай ул
Бәхетен тыуған илдең.
3-сө бала: Ә Таһирҙың әсәһе
Элек полковник булған.
Самолеттан ут атып,
Фашист яуҙарҙан ҡырған.
4-се бала: Минең әсәйем – прораб,
Һалдыра ул ҙур йорттар,
Һалдыра халыҡ өсөн
Магазиндар һәм клубтар.
5-се бала: Аҡ ҡалай менән япҡандар
Беҙҙең мәктәп түбәһен.
Һин, ул яҡшы бинаны кем
Төҙәткән, тип беләһең?
6-сы бала: Тормош шат булған өсөн бит,
Беҙ яҡтыға үрләйбеҙ.
Ҡәҙерле әсәләр, һеҙгә
Оҙон ғүмер теләйбеҙ!
(“Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йыры яңғырай.)
1-се алып барыусы: Бала күңеле – ер-һыу көҙгөһө,
Байрамдарҙан йыйһын изгелек.
Яҡты уйҙар менән үҫеп етһә,
Күрһәтер ул һеҙгә бары игелек, –
тип тамамлайбыҙ кисәбеҙҙең тәүге өлөшөн. Әсәйҙәр һеҙгә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ һәм һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Беҙ – һеҙҙең яратҡан ул һәм ҡыҙҙарығыҙ, һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫбеҙ. Тырышып уҡырбыҙ, аҡыллы булып үҫербеҙ! Беҙҙең йөрәк түренән сыҡҡан теләктәребеҙгә ҡушып, бүләктәребеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ! (Әсәйҙәргә әҙерләнгән бүләктәр тапшырыла.)
Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә әсәйҙәр менән бер аҙ уйындар уйнап та алайыҡ.
Был мәҡәлдәрҙең тәүге өлөшө минең телемдә, икенсе өлөшө – һеҙҙең уйығыҙҙа.
Уңға ла, кирегә лә.
Балаһы өсөн әҙер тора
Янған утҡа керергә лә. (Ата йәки әсә).
Бына төрлө-төрлө әйберҙәр тулып ята. Һәр әсәйгә йә кейем генә, йә гәзит-журнал, йә баш кейеме, йә уйынсыҡтар, йә мәктәп кәрәк-яраҡтарын ғына йыйыр кәрәк. (Ярыш ойошторола.)
Алып барыусы: Ҡәҙерле әсәйҙәр! Бөгөнгө “Йөрәк һүҙҙәребеҙ һеҙгә, әсәйҙәр!” тип аталған кисәбеҙ аҙағына етте. Һеҙгә иҫәнлек, оҙон ғүмер теләп, мең-мең рәхмәттәр әйтеп хушлашабыҙ! (Кисәне сәй табыны менән дә тамамларға мөмкин.)
И ҫ к ә р м ә: Сценарийҙа Т. Арслан, Р. Ырыҫкужина, Һ.Таҡташ шиғырҙары ҡулланылды.