Бөтә яңылыҡтар

“Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны

Г.З. ХОҘАЙБИРҘИНА, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы

“Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны
“Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны

Маҡсат. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; яҙыусыға, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам тәрбиәләү; яҙыусы ижады буйынса алынған белемдәрҙе системаға килтереү.

Уйын барышы

 

Алып барыусы. Хөрмәтле ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар, һеҙҙе студияла күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн беҙҙең бәйгелә “Өс таған” һәм “Айгөл иле” командалары ҡатнаша.

Алып барыусы.  Әйҙәгеҙ, һәр команда менән танышып, уларҙы тыңлап үтәйек.

Һүҙ беренсе командаға бирелә. (1-се капитан үҙ командаһы менән таныштыра.)

1-се капитан. Беҙҙең девиз: “Булмаһаҡ та өс туған, беҙ – ныҡлы бер өс таған”.

Алып барыусы.  Икенсе команданы тыңлайыҡ. (2-се капитан  командаһы менән таныштыра.)

2-се капитан. Беҙҙең девиз: “Айгөл иленән беҙ, бөгөн еңеү яулайбыҙ”.

Алып барыусы. Рәхмәт. Уйыныбыҙҙы башҡорт халҡының бөйөк әҙибе, гражданин һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары, миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә бағышлайбыҙ.

  • Уйынды башлайбыҙ! Командаларға бер-бер артлы һорауҙар бирелә, дөрөҫ яуап тәңкә менән баһалана.

I тур. Тормош юлы  

  1. М. Кәрим ҡасан тыуған? а) 19.10. 1991 йыл; б) 20. 10. 1919 йыл; в) 18. 10. 1919 йыл.
  2. Ҡайҙа тыуған? а) Шишмә районының Келәш ауылы; б) Шишмә районының Теләш ауылы; в) Шишмә районының Пеләш ауылы.
  3. Мостай Кәримдең ысын исеме кем? а) Мостабай; б)Мостай; в) Мостафа.
  4. М. Кәримдең атаһының исеме а) Сәфиулла; б) Сафа; в) Вафа.
  5. М. Кәрим әҙәбиәттең ниндәй өлкәһендә эшләмәгән? а) поэзия; б) тәнҡит; в) тәржемә.
  6. М. Кәрим  ниндәй уҡыу йортонда уҡыған? а) БДПУ; б) БДУ; в) БДАУ.
  7. М. Кәримдең бала саҡтағы ҡушаматы ниндәй? а) Керпек; б) Терпе; в) Кендек.
  8. Мостай Кәрим ниндәй һуғышта ҡатнашҡан? а) Бөйөк Ватан һуғышы; б) Граждандар һуғышы; в) Беренсе Донъя һуғышы.
  9. Мостай Кәримдең яҙыусы-шағирҙарҙан иң яҡын дуҫы кем була? а) Муса Ғәли, б) Ғ. Рамазанов; в) Н. Нәжми.
  10. М. Кәримдең тыуған ауылында Башҡортостандың тағы бер халыҡ шағиры донъяға килгән була. Кем ул ? а)Р. Ниғмәти; б) С. Ҡудаш, в) М. Ғафури.

2 тур. Ижады

  1. Шағирҙың беренсе шиғырҙар китабы нисек атала? а) “Ҡайын япрағы тураһында”; б) “Отряд ҡуҙғалды”; в) “Яҙғы тауыштар”.
  2. Мостай Кәримдең беренсе шиғыры ниндәй гәзиттә баҫыла башлаған?

 а) “Йәншишмә”; б) “Йәш төҙөүсе”; в)“Йәшлек”.

  1. М. Кәрим нисәнсе класта уҡығанда яҙыша башлаған? а) 3; б) 6; в) 9.
  2. Автобиографик повесын атағыҙ. а) “Беҙҙең өйҙөң йәме”; б) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”; в) “Өс таған”.
  3. “Эйе, япраҡ, шул ҡайындың

Бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны _______  Рәсәй,

Шундай йәшел, юғары...”

Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? а) ҙур; б) матур; в) бөйөк.

  1. Йәмил менән Оксана ниндәй әҫәр геройҙары?

а) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”; б) “Айгөл иле”; в) “Беҙҙең өйҙөң йәме”.

  1. “Айгөл иле” әҫәре жанры буйынса ниндәй төргә ҡарай? а) повесть; б) роман; в) драма.
    8. М. Кәримдең ниндәй шиғырҙар циклы бар? а) “Ҡайын япрағы тураһында”; б) “Ҡайтыу”; в) “Европа-Азия”.
  2. Һуғыш темаһын сағылдырған шиғырын атағыҙ. а) “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”; б) “Күкрәгемдән ҡоштар осорам”; в) “Рус түгелмен, ләкин россиян мин”.
  3. Мостай Кәримдең нисә драмаһы сәхнәлә ҡуйыла ? а) 9; б) 10; в) 11.

 

“Ҡара ҡумта”. Йомаҡты сисергә. Ҡалаһы бар, кешеһе юҡ, йылғаһы бар, һыуы юҡ? (Карта.)

Алып барыусы. Өйгә эш М. Кәримдең шиғырынан өҙөк ятларға ине. Һеҙҙе тыңлайбыҙ! (Шиғри өҙөктәр тыңлана, тәңкәләр бирелә.)
3-сө тур. Наградалары.

  1. М. Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме нисәнсе йылда бирелә? а) 1963; б) 1964; в) 1965.
  2. Ошо ордендар араһында ҡайһыһы М. Кәримгә бирелмәгән? а) “Ҡыҙыл йондоҙ”; б) “Изге Георгий”; в) “Халыҡтар дуҫлығы”.
    3. Г.Х. Андерсен исемендәге Почет дипломы ниндәй китабы өсөн бирелгән? а) “Отряд ҡуҙғалды”; б) Хәбәр көтәм”; в) “Яҙғы тауыштар”.
  3. С. Юлаев исемендәге премия ниндәй йыйынтығы өсөн бирелгән? а) “Отряд ҡуҙғалды”, б) “Беҙҙең өйҙөң йәме”, в)Һайланма әҫәрҙәр”.
  4. СССР-ҙың Дәүләт премияһы ниндәй йыйынтығы өсөн бирелгән? а) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, б) “Өс таған”, в)“Йылдар эҙенән”.

4 тур. Хәтер.

  1. 2013 йылдың 10 октябрендә М. Кәримгә ҡуйылған һәйкәлдең авторы кем? а) А. Бабурин; б) С. Тавасиев; в) А. Ковальчук.
  2. Ниндәй тауҙа 3555 метр бейеклектәге түбәгә Мостай Кәрим исеме бирелде? а)Анды; б) Кавказ; в) Альп.
  3. Ниндәй уҡыу йортонда студенттар өсөн әҙиптең стипендиялары һәм гранттары булдырылды? а)БДУ; б) БДПУ; в) БДАУ.
  4. Өфөлә ниндәй театр М.Кәримдең исемен йөрөтә? а)Йәштәр театры; б) “Нур” театры; в) Башҡорт дәүләт академия драма театры.
  5. Рәсәй Банкы әҙиптең 100 йыллығына бағышлап нисә һумлыҡ көмөш тәңкәләр сығарған? а) 1; б) 2; в) 5.

5 тур. Ғаиләһе.

  1. М. Кәрим ғаиләлә нисәнсе бала булып донъяға килгән? а) 1; б) 2; в) 3.
  2. Ул үҫкән ғаиләлә бөтәһе нисә бала булған? а) 7, б) 8, в) 12.
  3. М. Кәримдең ҡыҙының һәм улының исемдәре нисек? а) Илгиз һәм Әлфиә; б) Әлфиә һәм Тимербулат; в) Илгиз һәм Лилиә.
  4. Яҙыусы ҡыҙы Әлфиәгә ниндәй әҫәр бағышлаған? а) “Әлфиә әкиәттәре”; б)Әлфиә хикәйәләре”; в) “Әлфиә көләмәстәре”.
  5. М. Кәримдең ейәненең исеме нисек? а) Тимербай; б) Тимерхан; в) Тимербулат.

 “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесына буктрейлер,  А. Галибиндың “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Сестренка”(Һеңлекәш) фильмының трейлерын ҡарау.

Алып барыусы: Уйыныбыҙ тамам! Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! (Командаларҙың йыйған мәрәйҙәре һанала, еңеүсе команда билдәләнә. Дәрес аҙағында бергәләп “Уҡытыусыма” (М. Кәрим һүҙҙәре, А. Ҡобағошов көйө) йыры башҡарыла.)

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: