+25 °С
Дождь


Һиңә бәхет юраным.
Һаумы бәғрем, хәлең нисек?
Ҡотло булһын байрамың.
Һинең байрам, миңә байрам,
Күңелеңә бәйләнең.
Иртә-кисен һине уйлап,
Тәмле уйҙарҙа тынам.
Айҙар, йылдар үтһәләр ҙә
Тәү тапҡыр күрәм һыман.
Күрәм, тоям, яҙылған бит
Устарыңа юлдарың.
Йондоҙҙарға ҡарап, йәнем,
Һиңә бәхет юраным.
Сәскә бүләк итер инем,
Йөрәк әйтә,- бул тыйнаҡ.
Ундай сәскә юҡ бит, иркәм,
Һинән дә матурыраҡ.