БЛИЦ - КОНКУРС һөҙөмтәләре

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап, яҙылыусыларыбыҙ араһында БЛИЦ - КОНКУРС  - ҠАТЫН-ҠЫҘ УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫ 8 МАРТ МЕНӘН ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ИТЕП ҠОТЛАУ конкурсы иғлан иткәйнек.

БЛИЦ - КОНКУРС  һөҙөмтәләреБЛИЦ - КОНКУРС  һөҙөмтәләре
БЛИЦ - КОНКУРС һөҙөмтәләре

Йыйыныһы был конкурста 3 бала ҡатнашырға теләк белдергән:

Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы Рәхимов Азамат (етәксеһе Рәхимова Зилә Зөфәр ҡыҙы);

Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Дауытова Илиза (етәксеһе Ғиниәтуллина Элиза Сыңғыҙ ҡыҙы);

Сибай ҡалаһы "Ҡояшҡай " балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ишйәрова Рәмилә, 3йәш.
Етәксеһе Заманова Альбина Ғәзизйән ҡыҙы.

Барлыҡ ҡатнышыусыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Шуға күрә барлыҡ ҡатнашыусыларыбыҙҙы ла беҙҙең журналыбыҙҙың дуҫы BALALAR проектынан матур бүләк менән бүләкләйбеҙ! Башҡорт телендә сыҡҡан үҫтереүсе күңелле карточкалар, алфавитты редакциянан килеп алырға була. Был сифатлы, төҫлө карточкалар уҡытыусыға ла, балаларға ла туған телде өйрәнгәндә бик кәрәкле әсбап булып тора.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас