Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
9 Март 2023, 13:19

Уҡытыусылыҡ - күңел торошо

Был һөнәр үҙ тамыры менән боронғолоҡҡа ҡайтып ҡала: тарихта күпме билдәле шәхестәрҙе үҫтергән остаздар, ә уларҙы – тағы үҙ остаздары. Был – тәбиғи эҙмә-эҙлелек. Әммә ошо һәләткә бары тырыш, иғтибарлы, сабыр, уҡыусыһын үҙ балаһылай яҡын күреүсән кешеләр генә эйә. Бына ошондай киң һәм тәрән күңелле яҡташыбыҙ тураһында киләһе һүҙ.

Уҡытыусылыҡ - күңел торошо
Уҡытыусылыҡ - күңел торошо

Ошо көндәрҙә Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында мәғариф ветераны, “Торатау” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолованың күркәм байрамы – 90 йәшлек юбилейы уңайынан ҙур сара үтте.
Юбилярҙы ҡотларға Ишембай районының муниципаль милек, һатып алыуҙар һәм архив менән идаралыҡ начальнигы Хәлим Хафизов, мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев, Рәсәйҙең, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районының почетлы гражданины, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова, райондың ветерандар советы рәйесе Николай Шишков, район һәм ҡала мәктәптәре директорҙары, уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары килгәйне.

 Кисәлә Фәүзиә Маннан ҡыҙының элекке уҡыусылары айырым урын алып торҙо.

Сара барышында Хәлим Рәшит улы Хафизов Фәүзиә Маннан ҡыҙының мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәтен баһалап, “Ишембай районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләне.
- Фәүзиә Маннан ҡыҙы булмышы, асылы менән – уҡытыусы. Уны башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына килтереп булғанда ла Ишембай районы мәғариф системаһын унан айырып ҡарап булмай, - тине башҡорт теле уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Фәйзуллина. - Һүҙ уның оҙаҡ йылдар башҡорт интернат-мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләүе тураһында ғына түгел. 90-сы йылдар башында бер төркөм алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тырышлығы менән ҡалабыҙҙағы 2-се интернат-мәктәп Башҡорт республика гимназия-интернаты булып инновацион режимда эш башлай. “Ябай мәктәп нигеҙендә башҡорт гимназияһы асайыҡ, үҙебеҙҙең милләт балалары уҡыһын өсөн яңы, заманса шарттар булдырыу өсөн көрәшәйек”, - тип йөрөүселәрҙең береһе Фәүзиә Маннан ҡыҙы ине. Яңы режимда эшләй башлаған гимназияла тәрбиә эшен яйға һалыу өсөн дә тәжрибәле уҡытыусының ярҙамы, көсө, аҡылы кәрәк була. Оло йөрәк, сабыр аҡыл талап иткән тынғыһыҙ эште, интернаттың өлкән тәрбиәсеһе сифатында, халыҡ педагогикаһына таянып башлап ебәрә ул. Һуңынан был тәжрибәһен ҡаланың яңы асылған 8-се башҡорт мәктәбендә лә ҡуллана.
Муниципаль райондың мәғариф тарихына республика кимәлендә берҙән-бер тәжрибә булараҡ яҙылған тағы бер ваҡиға Фәүзиә Маннан ҡыҙының исеме менән бәйле. Һүҙ район мәғариф музейы һәм уның эшмәкәрлеге тураһында. 2000 йылда, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ уҡытыусы архив материалдарын өйрәнеү, яңы экспонаттар йыйыу һәм башҡорт телендә экскурсиялар үткәреүҙән тыш, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир уҡытыусыларҙың яҙмышын барлау эшенә тотона. Ҡайһы мәктәптән нисә уҡытыусы һуғышҡа киткән, уларҙан кемдәр кире әйләнеп ҡайтҡан, кемдәр яу яландарында ятып ҡалған? Ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә йөрөп, яугир-уҡытыусыларҙың яҙмышын өйрәнә, ғаиләләрендә һаҡланған хаттарын йыя. Тупланған материалдарҙы әҙәби яҡтан эшкәртеп, яугир-уҡытыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында район, республика баҫмаларында мәҡәләләр яҙа, Хәтер кисәләре үткәрә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Ради жизни на земле” (“Ерҙә йәшәү хаҡына”) тип исемләнгән китап - Фәүзиә Маннан ҡыҙының баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте. Был китап республикала яугир-уҡытыусыларҙың исемен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү буйынса эшләнгән берҙән-бер тәжрибә өлгөһө булараҡ та ҡиммәт.
Баһалап бөткөһөҙ эш башҡарған, педагог һәм остаз Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡоловаға именлек, яҡындарының иғтибарын һәм ихтирамын теләп, артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек теләп ҡалабыҙ.
Айһылыу ВАХИТОВА.
Автор фотолары.

Ишембай ҡалаһы.

Уҡытыусылыҡ - күңел торошо
Уҡытыусылыҡ - күңел торошо
Уҡытыусылыҡ - күңел торошо
Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас