Файҙалы эштәр йылы
10 Марта 2023, 07:49

ИЖАДИ КОНКУРС

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө 27 март – Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ИЖАДИ КОНКУРС иғлан итә!

ИЖАДИ КОНКУРСИЖАДИ КОНКУРС
ИЖАДИ КОНКУРС

Шиғыр яратмаған кеше юҡтыр беҙҙең арала... Ә шиғырҙы йәнләндереп, хис-тойғо һалып, тематикаһына ярашлы костюмдар менән йә иһә музыка өҫтәп һөйләп ебәрһәң, тағы ла күңелгә нығыраҡ инеп китә.

Ошо ике датаға бәйләп, балалар, уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнашлығында,  ЯРАТҠАН ШИҒЫРЫҢДЫ СӘХНӘЛӘШТЕРЕП ҺӨЙЛӘҮ конкурсын асыҡ тип иғлан итәбеҙ!

Конкурсҡа йомғаҡлау 21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә билдәле булыр.

Еңеүселәр грамота һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнер.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас