РФ Президенты иғлан иткән “Педагог һәм остаз” йылы сиктәрендә ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйыны изге маҡсаттар менән ойошторолдо.
Был сараның тәрән мәғәнәһен “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, яҡташыбыҙ Салауат Кәримов та әйтеп бирҙе.
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы быйылғы йыл илебеҙҙә "Педагог һәм остаз" йылы булып билдәләнә. Башҡортостанда 2023 йыл "Кесе Ватан - Атайсал өсөн файҙалы эштәр" тигән исем менән байытыла. Яҡташтарым ойошторған был тәрән йөкмәткеле матур осрашыу - ошо йылға бағышланған сараларҙың береһе.
Район-ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикала билдәле шәхестәр тәрбиәләгән уҡытыусылар хөрмәткә лайыҡ. Тиҫтәләгән уҡытыусылар династияһынан Ләлә Нәжип ҡыҙы Ишҡолова һәм уның тормош иптәше Рәжәп Хәсән улы, 90–сы йылдар даны булып ҡалған методисыбыҙ Клара Ғирфан ҡыҙы Мортазина - иңдәрендә 40 йылдан ашыу педагогик тәжрибә туплаған методистарыбыҙ, өлкән йәштәге уҡытыусыларыбыҙ Ишембай еренең мәғрифәтенә матур эштәре менән үҙ исемдәрен яҙғандар. Улар араһынан Зарипов Мөхәмәт, Ғәлин Нурғәли, Сафарғолов Марат ағайҙарҙы, Ҡасимова Хәҙисә, Нурғәлина Заһиҙә, Ғәләүетдинова Вараҡа, Ҡотошева Хәлимә, Ҡотлоғужина Таңһылыу, Хәкимова Рәмилә, Ғәлина Рәйлә, Минһажетдинова Әлмирә, Рәхимова Рәйлә, Ғәйнуллина Наилә апайҙарҙы тәбрикләп остаздарыбыҙ тип әйтке килә. Улар быуынын күтәреп алған тиҫтәләгән уҡытыусыларыбыҙ 90-сы йылдарҙа яңы талаптар, заманса технологиялар буйынса эш башлап, туған телебеҙҙе үҫтереү, балалар күңеленә еткереү өҫтөндә арымай – талмай эшләнеләр. Тиҫтәләгән балалары менән олимпиадаларҙа призлы урындар яулаусы Байбулдина Наилә, Камалова Гөлнур, Иманғолова Гөлнур, Һөйәрғолова Әнисә, Усманова Минзилә, Фәхретдинова Минзилә, Мөхәмәтова Рәйсә, Муллағолова Миннур, Тимерғәлина Рәйсә, Ғибәҙуллина Земфира һәм башҡалар тураһында һоҡланып һөйләйбеҙ, уларҙан бөгөн дә өйрәнәбеҙ, сөнки улар ҙа бөгөнөгө көн уҡытыусылары өсөн – остаз, оло иптәш, коллегалар.
Яҡташ шағирыбыҙ Риф Мифтахов әйткәнсә, “ғүмер буйы йыйған милкебеҙҙе” балаларға дәрес һайын таратыусы һөнәрен һайлаған кешеләр тураһында һөйләгәндә, күңелгә фәлсәфәле уйҙар килә: исеме ябай ғына – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы! Ә шул төшөнсәгә күпме мәғәнә һалынған: унда халҡыбыҙ моңо ла, йыры ла, тарихы ла , мәҙәниәте лә, рухы лы сағылыш тапҡан! Ә иң мөһиме – ул өҙөлмәҫ ебәк еп кеүек быуындар араһын, быуаттар ағышын бәйләп, халҡыбыҙ булмышын һаҡлай. Сөнки теле барҙың – иле бар!
Халҡыбыҙ теленән дә ошо ҡурай моңолай илаһи моң ағыла, уның һәр өнөн балаларыбыҙға, тимәк, килер быуындарға дөрөҫ итеп еткереү, күңелдәренә индереү, һеңдереү өсөн ҡалҡандай баҫҡан уҡытыусыларыбыҙ 90-сы хәтәр йылдарҙа уның киләсәген яҡлап, милләтебеҙ яҙмышын һаҡлап, һәр кем үҙ урынында тос та, тейешле лә, ваҡыты-ваҡыты менән әсе дөрөҫлөк һүҙен әйтте. Был йылдарҙа уҡытыусыларыбыҙ араһынан алдынғы шәхестәр үҫеп сыҡты, районға ғына түгел, республикала билдәлелек яулаған педагог – остаздар үҫте беҙҙең арала. Әле 50-се йылдарҙа уҡ әйтелгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов һүҙҙәрен раҫланыҡ, нығыттыҡ, үҫтерҙек!
Туған телебеҙҙе яҡшы белгән, балаларына башҡорт исемдәре ҡушҡан бер быуын үҫеп етте: улар - беҙҙең емешебеҙ. Матур исемдәр менән бергә шәжәрәләребеҙ, ырыу трихыбыҙ, ауылдарыбыҙ тарихы ҡайтарылды, онотолған тарихи шәхестәребеҙ тергеҙелде, исемдәре халыҡ араһына сыҡты. Ер–һыу атамаларын өйрәнеп, аҡһаҡалдарыбыҙға, ағинәйҙәребеҙгә ихтирам тыуҙырылды, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы “Урал батыр” телдән телгә һөйләнеп, балаларыбыҙ күңеленә илһам, мәрхәмәт, ғорурлыҡ тойғолары сәсте.
Ошо эштәр башында торған коллегалар бөгөн дә тел һағында. Улар араһынан емешле эше менән һөйөндөргән Мөхәмәтова Рәйсә, Исхаҡова Мәрйәм, Вәлишина Лена, Баймөхәмәтова Гөлшат, Минебаева Әлфира, Мөхәмәҙиева Дилә, Ишматова Миннур һәм башҡалар хаҡлы рәүештә тел һаҡсылары – рух һаҡсылыры булып танылдылар. Бәлки, улар башлаған бәләкәй генә кеүек күренгән эштәрҙең мәғәнәһен беҙ бөгөн, йылдар үткәс, тәрәнерәк аңлайбыҙҙыр. Сөнки илебеҙ тағы оло һынауҙар алдына баҫҡас, беҙ туған халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, ойошҡанлығын туған тел аша татыныҡ. Үтеп киткән 30 йыл эсендә башҡорт теле уҡытыусылары тырышлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән олатайҙар аманатына тоғро илһөйәрҙәр тәрбиәләне, халыҡтар дуҫлығы идеяһын һаҡланы, таратты. Инде нисәнсе тапҡыр беҙҙең балаларыбыҙ иң беренсе булып илде һаҡлау юлына баҫтылар.
Яҡташ педагогтар осрашыуында бына шулай һәр кем өсөн ҡиммәт булған нимәләрҙе иҫкә төшөрөп, шаулап үткән ғүмер йылдарын барлап, йылы тойғолар менән хисләнеп ултырырға, бер–беребеҙҙән өйрәнергә, ярҙамлашырға, кәрәк саҡта, тәнҡитләргә лә өлгөрәйек, тигән теләктәр әйтелде. Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, семинар, конференциялар, бергәләп ял итеүҙәр – барыһы булды. Бөгөн әйтелмәй ҡалған рәхмәттәр, ишетелмәгән үтенестәр, хатта үкенестәр менән дә, дуҫтарса йылы хистәр менән дә уртаҡлашыр мәл етте. Ваҡыт бөтәһен дә тигеҙләй, хатта кисерә лә, шулай булғас, ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡабул итәйек. Барыбыҙға ла яҙмыштар уртаҡлығын кисергән кешеләргә генә хас асыҡлыҡ, илаһилыҡ теләйбеҙ.
Г.Ш. Аҙнабаева,
Ишембай районы Мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы, филология фәндәре кандидаты.