Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Март 2023, 15:34

АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ

17 мартта Силәбе өлкәһе Арғаяш 2-се мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның тыуына 115 йыл тулыуға арналған – «Әкиәт донъяһында» тип исемләнгән әҙәбиәт байрамы булып уҙҙы.

АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ

Мәктәп директоры Әлфирә Нурғәли ҡыҙы Юлдашева, Силәбе өлкәһенән йыйылған уҡытыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы  тәбрикләп, сараны асты. Балалар коллективы әҙерләгән тамаша байрамға йәм өҫтәне. Рус теле уҡытыусыһы Әлфиә Ферингер әҙибә ижадына экскурс яһағас, уҡыусылар туған телдә шиғырҙар һөйләне.

Залда Башҡортостандын тәүге халыҡ яҙыусыһының ижадына арналған күркәм китап күргәҙмәһе әҙерләнгәйне.

Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин Силәбе өлкәһендә уҙа барған саралар менән таныштырҙы. Әҙибәнең ижад үҙенсәлектәре, әҙәбиәттә тотҡан урыны һәм шәхсиәте тураһында һөйләне. Был әһәмиәтле әҙәбиәт байрамын 4-се тапҡыр ойоштороусы хужаларға рәхмәттәр әйтеп, бүләккә китаптар тапшырғас, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың  “Шағирә” тигән бағышлауын уҡып ишеттерҙе:

 

Шағирәләр...

Шатлыҡ тирер саҡта                                                                                                                 

Һағыштарҙы күпме тирҙегеҙ. 

Һуғыштағы һалдат ҡыҙҙар кеүек,

Ирҙәр менән утҡа керҙегеҙ...

Кешеләргә әйтер һүҙҙе эҙләп,                                                                           

Йоҡо күрмәй күпме төн үтә.    

Бер ҡулығыҙ бишек бәүеткәндә,   

Икенсеһе Ерҙе бәүетә.

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Зимфера Шафранская «Әкиәт донъяһында» исемле конкурста ҡатнашып уңыш ҡаҙанған балаларға, уҡытыусыларға һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәренә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Дипломдарын тапшырҙы.

Силәбе өлкәһендә халҡыбыҙҙың яратҡан яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадына арналған башҡа проекттар артабан дауам итәсәк.

Ҡ.Д. МОРТАЗИН,

Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Силәбе өлкәһе.

АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
АРҒАЯШТА ӘҘӘБИӘТ БАЙРАМЫ
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: