Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Март 2023, 14:48

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөнә педагогтар ижадынан шиғырҙар тәҡдим итәбеҙ.

Рәмилә ИҪӘНҒОЛОВА, Башҡортостан Респуликаһы Мәғарифты үҫтереү Институтының өлкән методисы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Онота алмам инде, онота алмам...

Үткәндәргә кире ҡайтыр юл юҡ:
Ваҡыт һуҡмағына ҡарҙар яуған.
Йәшлегемдең аҫыл миҙгелдәрен
Онота алмам инде, онота алмам.
Киске уйын, гармун тауыштары,
Төнгө усаҡ – барыһы артта ҡалған.
Мөхәббәттең татлы ғазаптарын
Онота алмам инде, онота алмам.
Әсәйемдең изге теләктәре
Юлдарымда оҙатып бара һаман.
Уның иркә, наҙлы ҡараштарын
Онота алмам инде, онота алмам.
Шатлыҡтарым, ҡайғыларым менән
Күңелемдә йылдар уйылып ҡалған,
Хәтер дәфтәремә эҙҙәр һалған –
Онота алмам инде, онота алмам.
Үкенес юҡ. Яҡты хистәр ҡалған.
Үткәндәргә уйҙарымда ҡайтам.
Рәхмәтлемен яҙмыш йомғағыма –
Татлы хәтирәләр иҫтә һаман...
Онота алмам инде, онота алмам!
Бер секунд
Бер секунд... кеше бар донъяла...
Бер секунд... кеше юҡ донъяла...
Бер секунд. Бер ҡараш. Йылмайыу.
Йөрәктә ғүмерлек эҙ ҡала.

Бер секунд. Бер ҡараш. Йылмайыу.
Мең ғазап. Кисереш. Мең бәхет.
Сәғәттәр, әйтерһең, бер секунд...
Йөрәктәр туймай һис серләшеп.

Секундтар сәғәткә оҙая.
Сәғәттәр секундтай тойола!
Һиҙелмәй, йәшлектең күпере
Быуындан быуынға һуҙыла.

 

Тайғаҡ донъя

Яңылышты Йыл күсәре:
Ҡыштары – ҡыш, яҙ – яҙ түгел,
Тәңкә ҡарҙар урынына
Ямғыр илай йәшен түгеп.
Һыуытҡанда, яп-ялтыр боҙ
Аяҡ аҫтын ҡаплап ала.
Абынмайса, йығылмайса
Боҙ өҫтөнән атлап ҡара!
Һәр бер аҙым – ауыр һынау,
Баҫам ергә бик һаҡ ҡына.
Ҡайһы саҡта тайып китәм,
Йығылмайым саҡ-саҡ ҡына.
Килде заман: тормоштар ҙа
Ялтыр боҙға оҡшап ҡалды.
Йәшәйеште, тирә-йүнде
Тайғаҡ донъя солғап алды.
Тайғаҡ донъя...Ә шулай ҙа...
Ерҙә ныҡлы баҫып торам.
Тыуыр көнгә – киләсәккә –
Яңы уйҙар, хыял ҡорам.
Был тормошта – ваҡытлы хәл,
Нимә инде боҙҙоң көсө?
Алам унан өҫтөнлөктө,
Мин йәшәйем! Мин бит – Кеше!

 

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА


Бесәйем

Минең бесәй бигерәк иркә,
Көнө буйы “мыр ҙа мыр”.
Нимә була, тип һораһам,
Миңә әйтә – был бит йыр.

Дәрес миңә әҙерләшә,
Дәфтәрҙе тырнап ала.
Эшләп бөткәс, минең өсөн
Ҡыуанып йырлап ала.

Битен йыуа йырлап ҡына,
Йоҡлай ул мырлап ҡына,
Бесәйемде бик яратам,
Йомшаҡҡай ул, аҡ ҡына.

 

Бәпкәләр

Ә беҙҙә бар кескәй генә,
Йомшаҡ ҡына бәпкәләр.
Тик уйнарға ярамай шул –
Әсәләре үпкәләр.
Ситтән генә ҡарап торам,
Бик күңелле йәшәйҙәр.
Уларға бер ни янамай,
Һаҡта торһа әсәйҙәр!
Ҡыш бәпәй
Ҡар бабайын эшләйҙәр
Ағайҙар һәм апайҙар.
Буталмағыҙ, тиеп беҙҙе
Яндарына алмайҙар.

Беҙ үҫкән бит, һеңлем менән
Илашып та торманыҡ.
Бер ҙә ҡыйын түгел әле
Әүәләргә ҡар – мамыҡ.

Үҫкән булһаҡ та, буйыбыҙ
Их, әҙерәк бәләкәй!
Шуға килеп сыҡты инде,
Бабай түгел – ҡыш бәпәй!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: