Файҙалы эштәр йылы
21 Марта 2023, 08:23

ИЖАДИ КОНКУРС һөҙөмтәләре билдәле булды!

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө, 27 март – Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы иғлан иткән  ИЖАДИ КОНКУРС һөҙөмтәләре билдәле булды! Шуныһы ҡыуаныслы: был ижади бәйгелә 3 йәштән алып 90 йәшкә тиклемге йәш арауығында, барлығы 35 конкурсант ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әйтергә кәрәк, был юлы жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү бик ауыр һынау булды. Ҡатнашыусылар араһында бик көслө, таланлы шәхестәр бар. Шуға ла жюри конкурс шарттарынан тайпылмай, сығыштарҙың тасуири итеп башҡарылыуына ғына түгел, ә сәхнәләштереү кимәленә лә ҙур иғтибар бүлде.

ИЖАДИ КОНКУРС һөҙөмтәләре билдәле булды!ИЖАДИ КОНКУРС һөҙөмтәләре билдәле булды!
ИЖАДИ КОНКУРС һөҙөмтәләре билдәле булды!

Шулай итеп,

ӨЛКӘНДӘР араһында еңеүсе тип Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан 90 йәшлек ағинәй -  ГӘҮҺӘР ЯМАЛЕТДИН ҠЫҘЫ ҮҘӘНБАЕВА билдәләнде.

УҠЫТЫУСЫЛАР ҺӘМ ТӘРБИӘСЕЛӘР араһындағы төркөмдә еңеүселәр -  РӘМИЛӘ САЛАУАТ ҠЫҘЫ РӘХИМОВА һәм РӘЙЛӘ МОСТАФА ҠЫҘЫ ИШКИЛДИНА.

МӘКТӘП ЙӘШЕНДӘГЕ БАЛАЛАР төркөмөндә - Баймаҡ ҡалаһы Балалар ижады үҙәге уҡыусылары ЙӘНГҮЗӘЛ БУРАНБАЕВА, АЛЬБИНА СЫРТЛАНОВА еңеүсе тип билдәләнде.

Етәксеһе: Дәүләтшина Әлмира Вәрис ҡыҙы.

БАШЛАНҒЫС КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ төркөмөндә - Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең 2 класс уҡыусыһы Зөһрә Манапова еңеү яуланы.

Етәксеһе: Айытбаева Тамара Х.

БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ЙӘШЕНДӘГЕ балалар төркөмөнән еңеүҙе - "Өфө ҡалаһы 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы" тәрбиәләнеүсеһе 3 йәшлек Элиза Вәлиева яуланы.

Етәксеһе: Кәримова Розалия Мансур ҡыҙы.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға: уҡытыусыларға, уҡыусылырға, балаларға һәм уларҙы әҙерләгән етәкселәренә лә оло рәхмәт!  

Ҡалған конкурсанттарҙы “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеүгә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас