Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
23 Март 2023, 11:14

Башҡортостан халҡы бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала

Бының өсөн «Рәсәйҙә эш» порталын ҡулланырға кәрәк. Порталда «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты буйынса бушлай ҡайтанан белем алыу программаһына яҙылып була.

Башҡортостан халҡы бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала
Башҡортостан халҡы бушлай һөнәри белем алыу курстарына яҙыла ала
Программала нисек ҡатнашырға?

- порталда авторизация үтегеҙ vk.cc/cclfqE
- белем биреү программаһын һайлағыҙ һәм ғариза бирегеҙ
- өс көн эсендә үҙегеҙҙең мәшғүллек үҙәгендә һөнәри йүнәлеш алығыҙ clck.ru/rfKsL
- ғаризаны ҡарау ваҡыты - ете көн
- ғаризағыҙҙы хуплағандан һуң 10 көн эсендә һеҙҙе төркөмгә индерәләр

Шуныһы мөһим: һәр төбәк өсөн һорау менән файҙаланған курстар һайлап алынған.

Ҡайтанан белем алыуға:

- өс йәшкәсә балаһы менән декретта ултырған әсәләр
- мәктәпкәсә йәштәге балалары булған һәм эшләмәгән әсәләр
- пенсия алды йәшендәгеләр һәм эшһеҙҙәр
- эштән сығарыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр яҙыла ала

Тулы исемлек ошонда: vk.cc/c6f6Uu

Уҡытыу «Демография» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла: vk.cc/cizuax

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: