Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Март 2023, 14:41

"Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүселәре билдәле булды

Бөтә донъя шиғриәт көнө һәм Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы тарафынан үҙғарылғын ЯРАТҠАН ШИҒЫРЫҢДЫ СӘХНӘЛӘШТЕРЕП ҺӨЙЛӘҮ ИЖАДИ КОНКУРСының “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына тауыш биреү тамамланды!

"Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүселәре билдәле булды
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүселәре билдәле булды

Шулай итеп, 1-се төркөм – УҠЫТЫУСЫЛАР араһында Миәкә районы Боғҙан ауылы башланғыс класс уҡытыусыһы Шәрәфүтдинова Сөмбөл Самат ҡыҙы,

2-се төркөм – УРТА һәм ӨЛКӘН КЛАСТАҒЫ уҡыусылар араһында - Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 6 "в" класы уҡыусылары. Әҙерләүсе: өҫтәлмә белем биреү педагогы Батыршина Лира Фәйзрахман ҡыҙы.

3-сө төркөм – БАШЛАНҒЫС КЛАСТА УҠЫҒАН уҡыусылар араһында  - Әбйәлил районы Асҡар урта мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы Яҙгөл Искәнйәрова, етәксеһе: Ильясова Рәйлә Васил ҡыҙы.

4-се төркөм – Балалар баҡсаһы йәшендәге БАЛАЛАР араһында - Өфө ҡалаһы 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, 4 йәшлек Рианна Янышева. Етәксеһе: Шәмсетдинова Земфира Нәүфил ҡыҙы.

   

ЕҢЕҮСЕЛӘР ТИП БИЛДӘЛӘНДЕ!!!

КӨЙӘРМӘНДӘРГӘ, тырышып тауыш биреүселәргә РӘХМӘТ, ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Тиҙҙән грамота һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләү булыр. Беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: