Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
3 Апрель 2023, 09:00

Мобиль телефон бөгөн 50 йәшлек юбилейын билдәләй!

Рәсми рәүештә мобиль телефондың тыуған көнө 3 апрель 1973 йыл тип тәғәйенләнгән.

Мобиль телефон бөгөн 50 йәшлек юбилейын билдәләй!
Мобиль телефон бөгөн 50 йәшлек юбилейын билдәләй!

Был көндө Motorola корпорацияһының  инженеры Мартин Купер, беренсе тапҡыр  уйлап тапҡан ҡулайламаһынан үҙенең конкурент коллегаһына шылтырата. Тап ошо көндө беренсе портатив мобиль ҡулайламаның презентацияһы үтә. Куперҙың кәрәҙле телефонының ауырлығы 1 кг, ҙурлығы 22.5см * 12.5см, киңлеге 4 см була.

  Был ваҡиғанан һуң кешелек һәр ваҡыт бәйләнештә булыуға, бар ерҙә лә Интернет менән ҡулланыу,  бушлай ҡушымталарҙа аралашыу мөмкинлегенә эйә булды.

Был асышты заманында сенсация тыуҙырған, яңы дәүергә старт биргән революцион ҡаҙаныш тип атарға була. Тап шуға ла бөтә донъя был көндө мобиль телефондың тыуған көнө тип билдәләй.

Мәғлүмәт интернет селтәренән алынды.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: