Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Апрель 2023, 21:55

Бөгөн "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы

5 апрель  М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының технопаркында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы үтте.  "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проекты башҡорт телен өйрәнеү өсөн Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәселәр эшен ғилми-педагогик яҡтан тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.    

Бөгөн "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы
Бөгөн "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проектының презентацияһы уҙҙы

Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. ““Әкиәттә ҡунаҡта” исемле дидактик материал беҙҙең балалар баҡсаһы өсөн тәғәйенләнгән. Әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар әҙерләнде һәм баҫтырылып сығарылды. Китапта төрлө халыҡтарҙың 15 әкиәте тәҡдим ителде. Был барлыҡ телдәр Башҡортостандың белем биреү ойошмаларында өйрәнелә, - тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Йосопова  Гөлназ Рәүил ҡыҙы.

Проект сиктәрендә әҙерләнгән әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округының 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 277-се балалар баҡсаһы муниципаль бюджет учреждениеһында асыҡ дәрестәр ҙә уҙғарылды. Балалар дәрес барышында был китапта булған төрлө халыҡ әкиәттәре менән танышып, башҡорт телендә яңы һүҙҙәрен ятланы, йөкмәткеһе буйынса бәләкәй генә сәхнә ҡуйҙы, яңы техника буйынса һүрәттәр эшләне һәм дәрес аҙағында, ике командаға бүленеп, кубоктар һәм пазлдар йыйыу буйынса ярышты. Был сағыу  дидактик материал авторҙары – БДПУ уҡытыусылары Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.

Шулай уҡ  был сара сиктәрендә квалификация күтәреү курстары ҡаралған ине. Барлыҡ республика тәрбиәселәре ҡатнашлығындағы уҡытыу онлайн форматта үтте. Бында барлығы 120 педагог ҡатнашты. Уҡыу программаһы 3 өлөштән торҙо: "Педагогтың норматив базаһы" , "Мәктәпкәсә белем биреү технологияһы" һәм "Педагогтың профессиональ компетентлығы".  Дәрестәр 8 ноябрҙән 22 ноябргә тиклем барҙы” – тине Гөлназ Рәүил ҡыҙы.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: