Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Апрель 2023, 09:00

Халҡыбыҙҙың рухи остазы

 Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре БР Яҙыусылар союзы менән берлектә "Уҡытыусы. Педагог-остаз. Йәмәғәт эшмәкәре" тип аталған әҙәби музыкаль кисә ойошторҙо. "Педагог һәм остаз" йылында үткәрелгән был осрашыуҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ҡәләмдәштәре, йәштәштәре, фекерҙәштәре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.Мәрйәм Бураҡаеваның кабинет-музейы менән танышҡандан һуң, ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар тамаша залына ағылды.

Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы кисәне исеменә ярашлы итеп, оҫта алып барҙы.
Мәрйәм Бураҡаеваның халҡыбыҙҙың уҡытыусыһы, тәрбиәсеһе булыуына баҫым яһалды. Уҡыусылар Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының әҙәби эшмәкәрлеге хаҡында матур мәғлүмәт алды. Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ башҡарған эштәренә "Аҡтирмә" Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы
Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева матур баһа бирҙе.
Юбилярҙың замандашы, Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған төркөмдәше, ғалим, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүровтың йылы хәтирәләрен, ҡыҙы Зөһрә Бураҡаеваның, ейән- ейәнсәрҙәренең сығышын, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ҡыҙҙарының бейеүҙәрен, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Кәбировтың йырҙарын, скрипка моңдарын бөтә зал йылы ҡаршыланы.
"Һәр баланың тәбиғи һәләтен асырға ярҙам итеүсе асҡыс - ул туған тел. Шул һәләтте асыу, үҫтереү өсөн туған телебеҙҙе өйрәнегеҙ, - тине Мәрйәм Бураҡаева, 158 -се гимназия уҡыусыларына һоҡланыуын белдереп.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы, әҙип, мәғариф ветераны, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының оло байрам кисәһе рухыбыҙҙы күтәрҙе, берләштерҙе. Сара аҙағында бөтә зал ҡушылып йырлаған "Уҡытыусыма" йыры милләт инәһе Мәрйәм Бураҡаева арналды. 

Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Халҡыбыҙҙың рухи остазы
Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: