Табип менән бәхәс
Табип әйтә:
– Һаулығыңды һаҡла,
Тормошоңдо үҙгәрт бөгөндән.
Һин бер кемгә бер ни тейеш түгел,
“Тейеш”лекте ташла иңеңдән.
Буламы һуң ташлап?! Юҡҡамы ни
Хоҙай мине Ергә килтергән?!
Әсәй тапҡан ҡарынында йөрөтөп,
Сыныҡтырып атай үҫтергән.
Белемләгән күпме остазымдың
Ышанысын тейеш аҡларға!
Бөгөнгөнө тейеш төҙөшөргә,
Сал тарихты – яҙып һаҡларға.
Ярҙам ҡылып ярҙам һорағанға,
Тотоп ҡалып ярҙан осҡанда,
Ятҡан сағым йәшәп, “тейеш”леген
Тормай уйлап, йәнем ҡушҡанға.
Табип туған! “Тейеш”тәрҙе атһам,
Ҡала минән донъя имгәге.
Кемгә хәжәт тигеҙ ерҙә бүҫеп,
Абындырған балсыҡ түңгәге?!.
Тигеҙ ерҙә түңгәкләнеүемде
Ҡабул итмәҫһеңдер, моғайын.
Кешеләргә кәрәк булһам икән,
Яңғыҙлыҡтан һаҡла, Хоҙайым.
Камил ФАЗЛЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бәләбәй районы, Туҙлыҡуш ауылы.