Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Апрель 2023, 13:06

"Ағиҙел"гә 100 йыл!

«Башҡортостан уҡытыусыһы» ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналы редакцияһы коллективы, күп һанлы журнал уҡыусылары исеменән һеҙҙе бер быуатлыҡ олуғ юбилейығыҙ айҡанлы бөтә йөрәктән ҡотлай!

"Ағиҙел"гә  100 йыл!
"Ағиҙел"гә 100 йыл!

Ҙур йылғалар ҙа кескәй инештән юл ала. Халҡыбыҙҙың рухи байлығы булған «Ағиҙел» журналының шишмә башы «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналынан берлектә “Мәғариф эштәре” булараҡ баштана. 1923 йылда, мәғрифәт баҫмаһынан айырылып, «Ағиҙел» үҙ юлы менән китә. Ошо йылдар дауамында ул тарихи үткәнебеҙҙе яҡтыртып, халҡыбыҙҙың рухи һыуһынын ҡандырып, меңәрләгән уҡыусылары күңелен туған телебеҙҙең бар гүзәллеген йыйған башҡорт әҙәбиәте өлгөләре менән һуғарып йәшәй. «Ағиҙел»дең бар хеҙмәте туған әҙәбиәтебеҙҙе һәм телебеҙҙе өйрәнеүгә, уны һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән булыуы, замандың көнүҙәк проблемаларын үткер яҡтыртыуы, тәрбиәүи һәм рухи йүнәлеше менән айырыуса әһәмиәтле һәм ҡиммәтле.
100 йыллыҡ тарихы булған «Ағиҙел»ебеҙ артабан да алҡынып аҡһын! Яңыса, заманса һулыш алып, дәртләнеп хеҙмәт иткән илһамлы коллективҡа ижади уңыштар һәм асыштар, Ағиҙелдәй оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Оло хөрмәт һәм ихтирам менән,
баш мөхәррир С.Ғ. Кәримов

"Ағиҙел"гә  100 йыл!
"Ағиҙел"гә  100 йыл!
"Ағиҙел"гә  100 йыл!
"Ағиҙел"гә  100 йыл!
"Ағиҙел"гә  100 йыл!
"Ағиҙел"гә 100 йыл!
Автор:Салават Каримов
Читайте нас: