Ҡунаҡтарҙы байрамса кәйеф тыуҙырған милли көйҙәр уйнап, ҡурайсылар ансамбле ҡаршы алды. Күңелле моңдар көйөнә шат йылмайып буласаҡ беренсе #егерменселәр асыҡ дәрескә йүнәлде. Йыл буйына тырышып әҙерлек курстарына йөрөгән Осҡонсоҡтар математика дәресендә әүҙем ҡатнашып, алған һөнәрҙәрен, белемдәрен ҡул күтәреп яуап бирергә тырышты.
Артабан атай-әсәйҙәр һәм балалар белем һәм ижад мәктәбе буйлап сәйәхәткә сыҡты. Киң һәм яҡты гимназия коридоры буйлап Робототехника түңәрәге эшмәкәрлеге, художество һәм ҡул эштәре түңәрәктәренең күргәҙмәләре ойошторолған ине. Ҡурайсылар түңәрәге класы, шулай уҡ мобиль кластар (уҡытыу смартфондар ҡулланылып ойошторолған), спорт залы, китапхана, шулай уҡ заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған технология кабинеттары айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Ниһайәт, ҡунаҡтар тамаша залына уҙҙы. Бында ла буласаҡ беренселәр үҙҙәрен һынатманы, атай-әсәйҙәрҙе ҡыуандырып, матур итеп йыр йырланы һәм тасури итеп шиғыр һөйләп күрһәтте. “Тамыр” йыр-моң ансамбле әҙерләгән музыкаль сығыш һәм гимназияла уңышлы эшләп килгән “Ағиҙел” мода мәктәбе тарафынан (Етәксеһе: Л.Д. Шәкүрова) әҙерләнгән махсус мәктәп кейемдәре сығышы күҙҙең яуын алып торҙо. Гимназияның директоры Б.И. Зинуров уҡыу шарттары, туҡланыу системаһы менән таныштырып үтте, буласаҡ #егерменселәргә алда көтөлгән уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалды.