Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Апрель 2023, 11:43

Журналға ҡунаҡтар килде

Беҙҙең редакцияға кисә хөрмәтле ҡунаҡтар килде. Улар Ишембай районы вәкилдәре, беҙҙең журналды даими алдырып, уҡып барыусылар.

Журналға ҡунаҡтар килде
Журналға ҡунаҡтар килде

Кинйәбулат мәктәбе директоры Ғиниәтуллин Шайморат Сәйфулла улы һәм мәктәп уҡытыусылары “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы менән дуҫлығын өҙмәй, һәр ваҡыт бәйләнештә, яҙышып торалар, социаль селтәрҙә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар.
Әйткәндәй, республика матбуғатына осһоҙ хаҡҡа яҙылыу ункөнлөгө 20 апрелгә тиклеп дауам итә әле. Мәлдән файҙаланып, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына отошло хаҡҡа яҙылырға онотмағыҙ! Артабан да бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Журналға ҡунаҡтар килде
Журналға ҡунаҡтар килде
Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас