Рәсәй Президенты В.В. Путин тарафынан 2023 йыл - Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителгән йылда "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы "Уҡытыусыма" тип аталған иншалар конкурсы иғлан иткән. Һәм бөгөн юғары сәхнәләрҙән бөйөк уҡытыусы һөнәренә дан йырлап, ошо ижади конкурс еңеүселәрен һәм уларҙың яратҡан уҡытыусыларын тәбрикләнеләр.
Бына улар:
Белорет районы 2-се һанлы Инйәр урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы - Зөлхизә Йосопова;
Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Искәндәр Һиҙиәтов;
Стәрлебаш районы Советтар Союзы Геройы С.Х. Хәсәнов ис. Йәлембәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең;
8 -се класс уҡыусылары: Дилә Аҡанаева, Юлиә Шәрипова, Айгүзәл Иҫәнсурина;
Дәүләкән районы, Ҡыҙрас ауылы мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Эльза Шағаева;
Күгәрсен районы Мораҡ Башҡорт гимназияһының 5-се Г класс уҡыусыһы Камил Николаев.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы ҡотлауҙарға ихлас ҡушыла!
+1 °С
Болотло