

Рафаэль Мөхәмәтйәнов 1938 йылдың 24 апрелендә Арғаяш районының Бәләкәй Уҫман ауылында тыуа. 1961 йылда Суфин башланғыс мәктәбе педагогик хеҙмәт юлын башлай. 1967-2008 йылдарҙа Бәжекәй урта мәктәбенең туған тел уҡытыусыһы, шул иҫәптән 18 йыл мәктәп директоры. Арғаяш башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, 1989 йылдан алып Арғаяш халыҡ театрында артист, 1998 йылдан «Арғужа» гәзитендә (район ҡушымтаһы) шеф-мөхәррир, «Таң нурҙары» әҙәби берекмә ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Арғаяш районының Почетлы гражданины, Рәсәй Президентының “Мәғариф” программаһы буйынса конкурста грант яулаусы. Силәбе өлкәһендә мәктәп уҡыусыларының ижади байрамын ул башлап ебәреүсе булғанға күрә, семинар-практикум уның изге рухына бағышланды. Сара башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Фазылова сценарийы буйынса барҙы, тәбрикләү һүҙе менән мәктәп директоры Амур Хәбибулллин сығыш яһаны. Уҡыусылар остазды матурлап иҫкә алдылар, уның шиғырҙарын уҡынылар. «Яҡтылыҡ кешелә ғүмере буйына яйлап асыла бара – түҙемле булығыҙ!» - тине Ҡамса Мортазин, сараның практик өлөшөн асып. Тәбиғәттең уяу мәлендә күңел бөрөләре шартлап япраҡ ярыр мәлендә. Һиҙгер ҡәләм оҫталары йәш дуҫтарҙың сығыштарын иғтибар менән тыңлап, һәр береһенә төплө анализ биргәндән һуң, үҙ ижад серҙәре менән бүлеште. «Ҡыйыулыҡ – ярты ырыҫ», «Ырыҫ – тырыш ҡулында», «Ҡара тир сыҡһа, яҡшы әҫәр тыуа» - ошондай эшлекле һәм аҡыллы кәңәштәр бирҙе М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары Сәфинә Хәкимова (Магнитогорск ҡалаһы), Рәшит Хәкимов (Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы), Урал Ҡолошов (Силәбе өлкәһенең Сосновка районы).
Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең туған тел уҡытыусылар ассоциация етәксеһе Зимфера Шафранская сараны серле сюрпризы менән йомғаҡланы – «Ҡуяндар дуҫлығы» тигән өр-яңы китапсыҡ барыһы өсөн матур бүләк булды.
Бәжекәй мәктәбе директоры Амур Хәбибуллин, уҡытыусы Гүзәл Фазылова һәм яҙыусы Рәшит Хәкимов ойоштороу эшендә егәрлелек күрһәткәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге даими вәкиллеге исеменән Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Ил-йортҡа мәртәбә өҫтәп һәм сауаплы эш үрнәге итеп ижад байрамы аҙағында «Рафаэль Мөхәмәтйәнов исемендә туған тел кабинеты» асылды.
Ҡ. МОРТАЗИН,
Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты