Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар, конкурс!

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары араһында ВК-социаль селтәрендә 9 май – Еңеү көнөнә арналған ижади конкурс иғлан итә.

Иғтибар, конкурс!
Иғтибар, конкурс!

Конкурстың номинациялары түбәндәгесә:
1). Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған йыр башҡарыу;
2). Күмәк йә яңғыҙ башҡарылған хәрби тематикалы бейеү;
3). Еңеү көнөнә арналған автор йәки үҙең ижад иткән шиғри әҫәрҙе башҡарыу.
4). Һуғыш йылдарын күҙаллаған, 4 минуттан да ашмаған бәләкәй сәхнә әҫәрен сәхнәләштереү.
Конкурс материалдарын ошо пост аҫтына 9 майға тиклем беркетергә. Сығыштар ике телдә (башҡорт һәм рус телдәренә) ҡабул ителә. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе 10 май көндө билдәләйәсәк. 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: