Шуның өсөн:
- мотлаҡ рәүештә балағыҙҙан кипкән икмәк, бөтөн йәшелсә-емештәр һәм киҫәкле ит сәйнәтегеҙ;
- сикә һәм тел мускулдары үҫешһен өсөн балағыҙға дөрөҫ ауыҙ сайҡатырға өйрәтегеҙ;
- сикәләргә тын тултырырға, тынды тота белергә һәм бер сикәнән икенсеһенә күсерергә өйрәтегеҙ;
- балағыҙҙан ваҡ хәрәкәтле эштәр эшләтергә онотмағыҙ.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, төймәләрен үҙе эләктерһен, ботинка бауҙарын бәйләһен, еңен үҙе һыҙғанһын. Өҫтәүенә, балағыҙ был күнекмәләрҙе үҙенә генә түгел, ә ҡурсаҡтарына йәки һеҙгә эшләһен. Бала был эштәрҙе ни тиклем тиҙерәк
эшләй башлай, уның теле лә яҡын-тирәләгеләргә аңлашыла башлаясаҡ.
Бала саҡта әүәләү файҙалы. Күпселек әсәләр балаларына ҡайсы тоттормай. Башҡа балалар менән бер рәттән, һеҙҙең балағыҙ ҙа ҡайсы менән төрлө фигуралар киҫһә, уның ҡулдары өсөн яҡшы күнекмә буласаҡ.
“Ғаилә календары”нан