

9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-да генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында сәскәләр һалыуҙан башлана.
Артабан, сәғәт 11-ҙә, Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтә. 9 майҙың төп сараларының береһе - Өфөнөң Октябрь проспектында хәрбиҙәр һәм техника парады. Быйыл тәүге тапҡыр парад расчеты составында махсус хәрби операция яугирҙәре һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары ҡатнаша. Бынан тыш, унда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника колоннаһын һәм 9 берәмек заманса техниканы күрергә мөмкин. Парадты вертолеттар һәм бәләкәй авиация самолеттары осошо тамамлай. Ленин исемендәге майҙанда 8 майҙан 10-ына тиклем ретро-техника күргәҙмәһе ойошторола. Рус драма театры парковкаһында тарихи техника һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркының хәрби пехота машинаһы урынлаштырыла.
9 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика эстрадаһы артистары ҡатнашлығында сәнғәт оҫталарының тантаналы концерты була. Сәғәт алтыла Совет майҙанында тантаналы патриотик концерт башлана. Сара Ленин исемендәге майҙанда төнгө ун берҙә байрам салюты менән тамамлана. Байрам саралары Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында ойошторола.
Сығанаҡ:https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-05-03/9-may-a-f-l-bayram-salyuty-bula-3243019